6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Күсемһеҙ милек

Аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө
14.05.09


       Көрсөк һәм республика властарының сәйәсәте күсемһеҙ милек баҙарына төҙәтмәләр индерә башланы. Әгәр беренсеһе ипотеканы "туҡтатыуҙы" барлыҡҡа килтерһә, икенсе фактор Өфөлә торлаҡ хаҡтары кәмеүенә тәьҫир итте. Бөгөн икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар йыл башы менән сағыштырғанда уртаса 14,8 процентҡа кәмегән. Шулай итеп, мәҫәлән, бер бүлмәле фатирҙың бер квадрат метр хаҡы бер йыл эсендә 14,6 процентҡа төшкән, ике бүлмәле фатирҙың - 16 процентҡа, өс бүлмәленең - 13 процентҡа, күп бүлмәлеләрҙең - 11,7 процентҡа.
       Беренсел торлаҡ баҙарында - аналогик хәл. Бында, әлбиттә, кәмеү ул тиклем үк күп түгел, әммә шулай ҙа... Бер бүлмәле фатирҙар йыл башынан 6,3 процентҡа осһоҙланған, ике бүлмәлеләр - 5,5 процентҡа, өс бүлмәлеләр - 6,1 процентҡа.
       Ҡала ситендәге күсемһеҙ милек баҙарында ла ошондай уҡ хәл - йыл башынан коттедждарға, таунхаустарға һәм йорттарға уртаса хаҡ 6,3 процентҡа кәмегән, ер участкаларына - 19 процентҡа. Һуңғыһы дәүләт сәйәсәтенең "торлаҡ" мәсьәләһендә эш алып барыуын иҫбатлай.
       Республикала граждандарҙың, айырыуса аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең торлаҡ проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелгән программалар эшләй. Республика Президенты БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә яңы бурыстар ҡуйҙы: "Шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә ер участкаларын биреү процедураһын һәм торлаҡҡа мохтаж булған граждандар, шул иҫәптән йәш ғаиләләр өсөн социаль программалар буйынса торлаҡ төҙөүҙе ябайлаштырырға кәрәк".
       Республика Хөкүмәте, был бурысты үтәп, төбәк өсөн генә түгел, әммә Рәсәй өсөн дә яңы торлаҡ программаһы эшләне. Ул "Башҡортостан Республикаһында "Үҙ йортом" аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү" тип атала.
       Программа ябай. Махсус комиссия, ул республика Хөкүмәте ҡарары менән булдырылды, 10-12 сутый ер участкаһы бүлә. Йорт төҙөлөшөнә 300 мең һум БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды аша махсус счетҡа параллель һалына. Был средстволарҙы яңы өй туйлаусылар биш йыл эсендә ҡаплаясаҡ (аҡсалар йылына һигеҙ процент менән бирелә). Төҙөлөшкә ҡалған аҡсаны - яҡынса 200 мең һумды граждандар үҙҙәре түләй. Бындай йорттарҙа бер квадрат метрҙың уртаса хаҡы ун мең һум тәшкил итә.
       Программа биш йылға иҫәпләнгән. Был ваҡыт эсендә биш мең ғаилә өй туйлаясаҡ.
       Әйтергә кәрәк, йорт хаҡының 30 проценты коммуникацияларға тура килә. Был программа буйынса инженерлыҡ селтәрҙәрен үткәреүҙе дәүләт үҙ өҫтөнә ала. Был маҡсатҡа бер миллиард һум бүленәсәк.
       Был программа граждандарҙы уңайлы торлаҡ менән тәьмин итерме? Иҫәптәр ябай: әгәр œëåãå ìœëäœ Өфөлә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта ун мең ғаилә торған булһа, шуның яртыһы киләһе биш йылда торлаҡ менән тәьмин ителәсәк. Әммә ҡалала башҡа программалар ҙа эшләй, шуға күрә, торлаҡ проблемаһы хәл ителәсәк.
       Йорттағы биҙәү эштәрен хужалар үҙҙәре башҡарасаҡ. Инженер селтәрҙәрен һуҙыу эштәре (электр, һыу, канализация, газ) республика бюджеты иҫәбенә башҡарыласаҡ. Йорт хужаһына уларҙы өйөнә тоташтыраһы ғына ҡала.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал