6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Социаль яҡлау

Ял итәбеҙ һәм аҡса эшләйбеҙ
13.05.09


       Ҡышын беҙ һәр саҡ йәй тураһында хыялланабыҙ. Ҡайҙа барыу һәм көтөп алған ҡыҙыу көндәрҙе нисек үткәреү хаҡында пландар ҡорабыҙ. Берәүҙәр диңгеҙ һәм ҡом пляжы тураһында хыялға сума, башҡалар походҡа һәм йылға буйлап йөҙөргә юллана, ә кемдер баҡсала ял итергә йәки шифаханала үҙенең һаулығын нығытырға хыяллана...
       Әммә быйыл беҙҙең пландар тормошҡа ашырмы һуң? Бөтә ерҙә донъялағы финанс көрсөгө хөкөм һөрә бит. Меңдәрсә кеше эш урындарын юғалтты, тотороҡло эш хаҡынан мәхрүм булды. Шуға күрә күп кешеләр өсөн бөгөнгө көндә актуаль мәсьәлә - ғаиләне туйындырыу һәм бурыстар һәм кредиттар менән иҫәпләшеү. Ял, үкенескә ҡаршы, икенсе планға күсә.
       Ата-әсәләр эш эҙләгән йәки аҡса эшләгән ваҡытта балалар өс ай буйына үҙҙәренә-үҙҙәре хужа булыр микән? Быға республика Хөкүмәте юл ҡуймаҫ. Шуға күрә йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерләнә башланы. Бөгөнгө көндә муниципаль райондар һәм ҡала округтарының йәштәр сәйәсәте буйынса органдары балаларҙың ялын ойоштороуҙа аҙ сығымлы формалар эҙләү менән мәшғүл.
       - Ағымдағы йылда балаларҙың йәйге ялын ойоштороу ауыр, - ти Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Татьяна Новак. - Бөтә ата-әсәләр ҙә үҙ балаларының тулы ялын тәьмин итә алмай. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең дөйөм бурыс - балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе йәйге һауыҡтырыу саралары менән йәлеп итеү. Шуға күрә аҙ сығымлы формаларға иғтибар итергә кәрәк. Үҫмерҙәр клубтары эргәһендәге лагерҙар, көндөҙгө ваҡытта килеүҙе ҡараған мәктәп лагерҙары, күп көнлөк походтар, экскурсиялар популярлаша бара.
       Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, көрсөккә ҡарамаҫтан, республикала балаларҙың ялын финанслау күләме үткән йыл менән сағыштырғанда күпкә кәмемәйәсәк.
       Шулай итеп, йәштәр сәйәсәте линияһы буйынса йәйге һауыҡтырыу кампанияларын ойоштороуға һәм үткәреүгә республика бюджетынан 2,7 миллион һум аҡса бүлеү планлаштырыла.
       Муниципаль райондар һәм ҡала округтарының йәштәр сәйәсәте буйынса органдары биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, быйыл 228 профилле лагерь ойоштороу планлаштырыла (үткән йылда улар 225 ине). Унда 10,2 мең бала ял итә аласаҡ.
       - Урындағы бюджеттар планлаштырған средстволар күләме 15,5 миллион һум тәшкил итәсәк, - тип белдерҙе Татьяна Новак. - Был үткән йыл менән сағыштырғанда бер миллионға кәмерәк. Әммә балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға сығымдар бөтә райондарҙа ла кәмене тип әйтеп булмай. Ҡайһы бер райондарҙа планлаштырылған сығымдар, киреһенсә, күпкә артты.
       Оҙайлы каникулда өлкән синыф уҡыусылары һәм студенттар өсөн ваҡытлыса эш урындары булдырыу мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлергә кәрәк.
       Апрель айында Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында йәштәр мәшғүллегенә йүнәлтелгән проекттар һәм программалар конкурсына йомғаҡ яһалды. Өфөнөң Калинин районының "Лидер" балалар һәм үҫмерҙәр клубтары берләшмәһе "Ихата. Йәй. Беҙ" проекты өсөн беренсе урын һәм 70 мең һум күләмендә грант алды. Каникул ваҡытында балалар майҙансыҡтары төҙөкләндереләсәк, ә средстволар йәш кешеләрҙең хеҙмәтен түләүгә тотоноласаҡ.
       - Шулай уҡ 6 марттан "Перспектива" вожатыйҙар әҙерләү үҙәгендә балалар лагерҙарында эшләү өсөн студент-педагогтар әҙерләү башланды, - тине Татьяна Новак.
       Һуңғы йылдарҙа студент отрядтары хәрәкәте әүҙем үҫешә башланы. 2004 йылда беҙҙең республикала 11 отряд иҫәпләнгән булһа, үткән йылда отрядтар һаны 190-ға етте. Тимәк, һәр юғары уҡыу йортонда һәм урта махсус уҡыу йорттарында, шулай уҡ профучилищеларҙа, колледждарҙа, лицейҙарҙа һәм дөйөм белем биреү мәктәптәрендә төрлө йүнәлеш буйынса волонтер һәм хеҙмәт отрядтары ойошторолған.
       - Студент отрядтары хәрәкәтендә ҡатнашыу - йәштәрҙең матди һәм социаль проблемаларын хәл итеүҙә, уларҙы ваҡытлыса эш менән тәьмин итеүҙә иң һөҙөмтәле алым, - тип һанай Новак. - Муниципаль райондар һәм ҡала округтарының йәштәр сәйәсәте буйынса органдары төрлө предприятиелар һәм йәмәғәт берекмәләре менән килешеү төҙөй, хеҙмәт һәм экологик отрядтарҙа ҡатнашыу өсөн өлкән синыф уҡыусыларын һәм студенттарҙы йыя. Шулай уҡ Краснодар крайында эшләү өсөн студент отряды ойошторола.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал