6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сифат

Һатып алыусыға кәңәштәр
13.05.09


       Беҙҙең илдә ҡулланыусы тыныслыҡ һәм түҙемлек күрһәтә. Саф булмаған йогуртты ла, ағарып бөткән шоколадты ла аппетит менән тыныс ҡына ашап ҡуя, "йәшелләнеп" бөткән картуфты бешерә, күгәргән сырҙың өҫтөн киҫеп ташлай ҙа, унан бутерброд яһай...
       Үҙебеҙҙең ашҡаҙанды шулай итеп "ағыулау" һәм намыҙһыҙ һатыусыларҙың кеҫәләрен ҡалынайтыу кәрәкме һуң? Үҙ хоҡуҡтарыңды ентекле өйрәнеү һәм кәрәк осраҡта уларҙы судта яҡлау яҡшы булмаҫмы? Әлбиттә, яҡшы булыр ине! Бындай боҙоуҙар артабан да дауам итерме йәки юҡҡа сығырмы - былар бөтәһе лә беҙгә бәйле бит. Беҙ Өфө адвокаттар коллегияһы адвокаты Рафаэль Ишморатов ярҙамы менән ошо һорауҙарҙы асыҡларға тырыштыҡ.
       Эше уңмай торған һатып алыусы образын күҙ алдына килтерәйек һәм уны Василий тип атайыҡ. Василий башҡа кешеләрҙән характеры менән айырыла һәм аҙыҡ-түлеккә талапсан, тип фаразлайыҡ. Шуға ҡарамаҫтан, башта уҡ әйтеп үтәйек, беҙҙең хикәйәләге бөтә ваҡиға уйлап сығарылған, ә теләһә ниндәй тура килеүҙәр - осраҡлы. Шулай итеп...
       Беренсе хәл. Эш хаҡы алған Василий супермаркетҡа юллаíà һәм үҙе өсөн ҙур булмаған ветчина киҫәге һатып ала. Әлбиттә, сәнәғәт төрөүендә түгел (Василий миллионер түгел, шунсаны ашап та бөтмәйәсәк), ҙур булмаған ветчина киҫәген магазин хеҙмәткәре үлсәп төрөп биргән. Беҙҙең геройыбыҙ магазиндан торт һәм 300 грамм сыр алып, кассаға табан атлай һәм кассирға күпмелер аҡса һона.
       Өйгә ҡайтып, "деликатес"ты асып ҡарағас, Василий аңлай, уны алдағандар: төргөктә һаҡлау ваҡыты юҡ, тауарҙа һаҡлау ваҡыты яңынан һуғылған. Бындай осраҡта ике юл - геройыбыҙ магазинға юллана, менеджерға бөтәһен дә, уның сауҙа нөктәһе тураһында ла һөйләй, һатып алыусыларҙың ҡарашын үҙенә йәлеп итеп, ветчина менән прилавкаға һуғып ала, әммә бер ниндәй ҙә компенсация алà àëмай šœì өйөнә ҡайтып китә. Икенсе вариант - дошманға үс итеп ветчина киҫәген ашай, ә һуңынан, эс китеү менән яфалана. Бынан һуң әҙер ит продукттарына өмөтөн өҙөп, сәләмәт туҡланыуға күсә.
       Адвокат аңлатма бирә
       - Әгәр тауар боҙолһа, йәки унда һаҡлау ваҡыты булмаһа (яңынан һуғылһа), һатыусы уны яҡшы сифатлы тауарға алмаштырырға йәки тауар аҡсаһын ҡайтарырға тейеш. Әгәр ул баш тарта икән, бер юл - экспертиза! Әгәр экспертиза тауарҙы ҡулланыу срогы сыҡҡан булыуын иҫбатлаһа, һатып алыусы тауар хаҡын ҡайтарыуҙы талап итә ала.
       - Экспертиза үткәргән өсөн кем аҡса түләй?
       - Күп осраҡта һатып алыусы түләй. Әгәр экспертиза һөҙөмтәләре буйынса асыҡланыуынса, тауар һатыусы ғәйебе буйынса боҙолған булһа, ул саҡта бөтә сығымды һатыусы ҡаплай.
       Ҡулланыусыға кәңәш: магазинда үлсәп төрөлгән продукция алырға тырышмағыҙ. Етештереү датаһына, урынына, етештереүсегә, уның юридик адресына иғтибар итегеҙ. Бер нисә төргәкте сағыштырып ҡарау ҙа яҙыҡ булмаҫ, әгәр һаҡлау ваҡыты төрлөсә яҙылған булһа, был шик тыуҙырырға тейеш. Әгәр тауарҙа һаҡлау ваҡыты булмаһа, уны һатып алырға ашыҡмағыҙ.
       Икенсе хәл. Василий эре супермаркетта бер аҙнаға етерлек продукт һатып ала. Өйгә ҡайтып, аҙыҡ-түлекте һыуытҡысҡа һалғас, биш ҡап чипсы урынына алты ҡап өсөн түләгәне асыҡлана (40 һумға артыҡ). Василий үҙенең иғтибарһыҙ булыуына үртәнеп, бер ни ҙә ҡабул итмәй һәм хоккей ҡарарға юллана.
       Адвокат аңлатма бирә
       - Ысынлап та, бындай осраҡтар йыш була. Һатыусылар (яңылыш йәки аңлы рәүештә) касса чегына өҫтәмә тауар ҡуша, йәки бер үк тауар хаҡын ике тапҡыр һуға. Әйтергә кәрәк, был боҙоу гражданлыҡ ҡануниәтенә түгел, ә енәйәт ҡануниәтенә ҡарай. Быны иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай - касса дисциплинаһын үтәмәү сәбәпле һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
       Ҡулланыусыға кәңәш: тауар һатып алғандан һуң касса чегын мотлаҡ тикшерегеҙ. Супермаркеттарҙа урынлашҡан заманса касса терминалы тауарҙың хаҡын, исемлеген һәм уны һатып алыу ваҡытын күҙәтергә булышлыҡ итә.
       Өсөнсө хәл. Василий үҙенә яңы тапочка һатып ала. Күңеленә хуш килгәнен һайлағас, кассаға килә һәм аҡса һона, ә уға "тапочкалар ҡиммәтләнде, беҙ хаҡтарҙы алмаштырырға онотҡанбыҙ" тигән яуап ишетергә тура килә. Василий тапочканы ҡалдырып, магазиндан сығып китә.
       Адвокат аңлатма бирә
       - Әгәр һатыусы кассала һатып алыусыға тауарҙың ҡиммәтләнеүе тураһында белдерһә, үкенескә ҡаршы, һеҙ тауарҙы иҫке хаҡ буйынса һатып ала алмайһығыҙ. Ә магазинды "аҡылға" ултырта алаһығыҙ. Бындай осраҡта һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк, ул тикшереү һатып алыуҙы ойошторорға һәм хаҡтар айырмаһын бөтөрөргә хаҡлы. Был һатыусыға һабаҡ буласаҡ.
       Дүртенсе хәл. Василий сәләмәт туҡланыуға күсергә ҡарар итә, һәм уның исемлегендә йогурттар беренсе урында тора. Василий, һөт ризыҡтары бүлегенә инеп, аптырашта ҡала. Уларҙы һаҡлау ваҡыты - 2009 йылдың 12 майына тиклем, ә ҡай бер йогурттың - 26 майға тиклем. Василий саф йогурт эҙләп, сауҙа залы менеджерынан иҫкәрмә ала һәм хур ителгәндәй супермаркеттан сығып китә.
       Адвокат аңлатма бирә
       - Был күренеш бөтә ерҙә лә таралған. Әммә, үкенескә ҡаршы, әлегә тиклем ҡағиҙә булып һанала. Асылда, был ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында законды боҙоу бит.
       Бишенсе хәл. Василий, үҙенең рационындағы ит деликатестарынан баш тартып, ябыҡты һәм костюмын "тарайтырға" тип ательеға бирергә ҡарар итте. Хеҙмәт өсөн алдан түләне, әммә бер нисә көндән һуң геройыбыҙ ателье биргән квитанцияны юғалта. Әлбиттә, ательела уға костюмын бирергә баш тарталар, сөнки Василий уның ниндәй төҫтә булыуын аңлата алмай...
       Адвокат аңлатма бирә
       - Әгәр отчет документы булараҡ касса чегы йәки квитанция юғалһа, тауар һатып алыу йәки хеҙмәттәр күрһәтеү факты суд тәртибендә шаһит (ике кешенән кәм булмаҫҡа тейеш) күрһәтеүҙәре  менән раҫлана ала.
       Алтынсы хәл. Василий спорт менән шөғөлләнергә ҡарар итә һәм магазиндан спорт костюмы һәм бер пар майка һатып ала. Һуңынан майканың береһе сифатһыҙ булыуы асыҡлана. Василий тауарҙы алмаштырырға теләй, әммә һатыусылар майканы алмаштырмай, йәнәһе, "трикотаж изделиелар яңынан ҡайтарылмай һәм алмаштырылмай".
       Адвокат аңлатма бирә
       - Әгәр изделиеның етешһеҙлеге булмаһа, һатып алыусы законға ярашлы 14 көн эсендә уны /әгәр тауар формаһы, фасоны, төҫө буйынса тура килмәһә/ башҡа тауарға алмаштыра ала. Быны әгәр тауар файҙаланылмаған осраҡта эшләп була.
       - Был осраҡта һатыусы хаҡмы?
       - Юҡ. Ул алдай. Һатып алыусының етешһеҙлеге булған тауарҙы икенсеһенә алмаштырырға хоҡуғы бар.
       - Ни тиһәңдә, бөгөнгө әңгәмәне ыңғай нотала тамамлайыҡ. Алынған мәғлүмәтте башта ҡалдырайыҡ һәм үҙебеҙгә (Василийға) уңыштар теләйек!

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал