6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Иң күп шайба индереүсе еңә
13.05.09


       Хоккей буйынса донъя чемпионаты ватандаштарыбыҙ өсөн "юғары нотала" тамамланды. Рәсәй йыйылма командаһы икенсе йыл рәттән донъя чемпионы титулын яуланы. Нимә, әфәнделәр, Рәсәй йыйылмаһының еңеүен байрам иттегеҙме? "Беҙ - чемпион!" Эйе, һәм тағы Эвересты һәм йыһанды яулап алдыҡ...
       Кемдәр алтын миҙал алған, улар чемпион. Мәҫәлән, мин Алексей Терещенко янына барып былай тип әйтһәм: "Нимә, Леха, беҙ чемпион?" - "Олег, әлбиттә, беҙ чемпион! Бына һиңә Мерседес асҡысы - Рәсәй Президенты Медведев тапшырырға ҡушты" тип яуап бирер микән?..
       Вячеслав Быковтың командаһы донъя чемпионаты алтыны өсөн ысын боҙ алышын күрһәтте. Рәсәй хоккейсылары бар көсөнә тырышты, оҫталыҡтарын күрһәтте. Ә был ваҡытта рәсәйҙәр нимә эшләне икән? Әлбиттә, улар ҙа хоккейсыларыбыҙ өсөн көйгәндер. Минең ҡарашҡа, күп кешеләр донъя чемпионатының бөтә матчын да ҡараманы. Хоккей тирәләй ығы-зығы һәм уға ҡарата дөйөм иғтибар финалда ғына башланды. Быға асыҡ миҫал - бер коллега (ул шулай уҡ хоккей тураһында яҙа) менән хатлашыу фрагменты:
       - Ҡотлайым, беҙҙекеләр канадалыларҙы еңде!
       - Беҙҙекеләр насар уйнаны түгелме?
       - Миңә беренсе тайм да етте, ә һуңынан - йоҡланым.
       - Ә беренсе тайм нисек һуң?
       - Канадалылар ҡаты уйнаһа ла, көсһөҙлөк күрһәтте...
       Шулай итеп, финалда Рәсәй йыйылма командаһы Канада хоккейсылары менән көс һынашты. Осрашыу көсөргәнешле үтте. Мин дә был уйынды ҡараным, һыра эстем, флаг күтәрҙем... Хәлде аныҡ баһалау ауыр. Беҙҙең йыйылма - яңы "Ҡыҙыл машина", икенсе тапҡыр еңеү - көсөбөҙҙө, шәп команданың барлыҡҡа килеүеí иҫбатлау, ике көслө команданың ҡалыуы - быларҙы миңә еңеүҙән һуң ишетергә тура килде.
       Рәсәй йыйылма командаһы тренерҙары Вячеслав Быков һәм Игорь Захаркин команда бирешә башлағас, бөтә көскә уйнарға көйләне. Рәсәй йыйылма командаһы өсөнсө осорҙа һөжүмдә бер ни ҙә эшләй алманы тиерлек. Беҙҙекеләр һөжүм итеүҙә көсһөҙлөк күрһәтте.
       Һаҡсылар шайбаны ҡулдарына төшөрә алманы. Канадалылар беҙҙекеләрҙе майҙан буйлап йүгерергә мәжбүр итте, шайба индерә алырҙай мәлдәр булдырҙылар, әммә иҫәпте тигеҙләй алманылар. Ваҡыт үтә, канадалылар арый, минуттар, секундтар һуҙыла. Бөттө! Чемпиондар! 2:1.
       Рәсәй йыйылма командаһы өсөнсө осорҙа күпселектә уйнағанда еңә алдымы? Быны кем дә булһа хәтерләйме? Бик насар! Мөһим матчтарҙа былай уйнау һис тә ярамай!
       Әммә хоккейҙа кем еңә һуң? Әлбиттә, бөтә компонеттар буйынса көслөләр түгел, ә кем күп шайба индерә, шул еңә. Канада ҡапҡаһына осраҡлы шайба инде тип әйтеп булмай. Беренсе осраҡта Олег Сапрыкин Виталий Атюшов ырғытҡан шайбаны сәкәне менәí ­ дәғүәсе ҡапҡаһына йүнәлтте. Икенсе голды Александр Радулов индерҙе. Тик аңлап булмай - ни өсөн Канада уйынсыһы, Шураға эш итеү өсөн ирек биреп, йығылып китте? Әллә бик ныҡ ҡурҡтымы, оборона буйынса партнер Рәсәй командаһының икенсе һөжүм итеүсеһен ҡапламаҫ, үтә ныҡ артҡа китте, тип уйланымы? Был - "саған япраҡтары" яғынан ҙур яңылышлыҡ, улар өсөн һәләкәтле булды.
       Ҡапҡа һаҡсыһы Илья Брызгаловҡа был матч өсөн айырым рәхмәт. Ул үҙенең элекке хаталары өсөн ғәфү үтенде. Илья Брызгалов был уйында бер генә лә еңел шайбаны үткәрмәне һәм берҙән-бер голда уның ғәйебе юҡ. Кем унда зыян килтерҙе? Алексей Терещенко Джейсон Спеццуға ҡаршы тора алманы.
       Был чемпионатҡа, Рәсәй йыйылма командаһы уйынына аҡыл менән ҡараһаҡ, олимпиада системаһы буйынса уйындарҙа бөтә өс еңеүҙең проблемалы булыуын күрәбеҙ. Көсһөҙҙәр, әммә ныҡыш белорустар менән (4:3) "ыңғыраша" башланыҡ, ыҙаланыуҙар йәш һәм тәжрибәһеҙ АҠШ йыйылма командаһына ҡаршы матчта дауам итте (3:2), ә финал беҙҙең йыйылманың ул тиклем уҡ бөйөк булмағанлығын иҫбатланы. Бөтә өс еңеү ҙә бер голға өҫтөнлөк менән яуланды. Башта белорустар ҡапҡаһына шайба һаҡ аша үтеп инде. Һуңынан АҠШ-ҡа ҡаршы матчта Александр Фроловтан һәм Константин Горовиковтан бына тигән рикошеттар булды. Шул уҡ швейцарҙар һәм шведтарға ҡаршы төркөм этабында ла ауырлыҡтар булды. Ҡайҙа бында "Ҡыҙыл машина"? 19 еңеү серияһы тәьҫир ҡалдыра, әммә унда күпме уңышлы хәлдәр, айырыуса донъя чемпионатының һуңғыһында? Бәлки, төрлө төрҙәге еңеүҙе тартып торған бәхетлеләр составта булғандыр? Шундайҙарҙың икеһен әйтә алам - улар Александр Еременко һәм Олег Твердовский. Улар майҙанға сыҡмаһа ла, уларҙың командаһы барыбер еңә!
       Рәсәй йыйылма командаһының бөтә проблемалары әлегә чемпионлыҡ күләгәһендә ҡала, әммә уларҙы мотлаҡ хәл итергә кәрәк. Юҡһа Ванкуверҙа үтәсәк Олимпиада уңышһыҙлыҡҡа осрауы ихтимал, ә был еңеүҙәр контрасында түбән төшөү㜠òè¾.
       Рәсәй йыйылма командаһы уйынсылары араһынан кем был чемпионатта олимпиада йыйылма составында боҙға сығыу хоҡуғына эйә? Әлбиттә, Илья Ковальчук. Олег Сапрыкин һәм Александр Радулов - улар көрәшкә һәләтлелек күрһәтте бит. Улар хәҙер бер клубта уйнаһа икән... Генераль менеджер Олег Гросс әфәнде, һеҙ бының менән ризамы?..
       Шулай итеп, йәмғеһе өс уйынсы. Ҡалғандарына - етди һорауҙар. Виталий Прошкин һәм Сергей Зиновьев - яҡшы хоккейсылар, әммә уларҙың етди проблемалары бар. Виталий Атюшов һөжүмдә - батыр, әммә ул оборонала ниндәй яңылышлыҡ ебәрҙе. Алексей Терещенко матур уйын күрһәтмәне. Александр Пережогин, донъя суперснайперы булараҡ, һуңғы өс матчта тынып ҡалырға булды...
       Ғәмәлдәге Рәсәй чемпиондары нисек уйнаны һуң? Һаҡсы Илья Никулин уртаса уйнаны, Алексей Морозов көсһөҙ уйын күрһәтте. Башҡа һөжүм итеүселәр яҡшы уйын менән ҡыуандырҙы.
       Әлбиттә, Данис Зариповтың һәм Антон Волченковтың йәрәхәтләнеүе күңелде ҡырҙы. Беренсеһе донъя чемпионатында снайпер асышы булыр ине, ә икенсеһе оборонала ныҡ торор ине. Алексей Михнов саҡырылмаған. Ә мин бының менән һис тә килешмәйем. Был уйынсы - ул "снайпер" машинаһы, ул үҙенең оҫталығы менән, ÍÕË-дар Александр Фролов һәм Николай Жердевҡа ҡарағанда, яҡшы уйын күрһәтер ине. Ул беҙгә ҙур ҡыуаныс алып килгән булыр ине.
       Рәсәй йыйылма командаһы тренерҙарына, беҙҙең йыйылма Канадала Олимпиадала "саған япраҡтары"нан юғары булһын өсөн, етди эшләргә тура киләсәк. Иң элек, НХЛ-дан иң көслө хоккейсыларҙы саҡырырға кәрәк. Ванкуверға әлеге чемпиондарҙы алып барыу хата буласаҡ. Беҙҙең киләсәк континенталь миҙгелдең бер нисә иң сағыу йондоҙо Олимпиадала уйындарҙы боҙмаясаҡ. Шуға күрә тырышығыҙ, әфәнделәр, тырышығыҙ, һеҙ - чемпиондар бит.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал