6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Реформалар

Өфөлә нотариустар етәме?
12.05.09


       Рәсәй Юстиция министрлығының БР буйынса идаралығында, Башҡортостанда нотариустар, әлегә ҡарағанда, күберәк булырға тейеш, тигән фекерҙәләр. Ведомство етәксеһе Рөстәм Йосопов журналистар менән осрашыуƒа ошо õàºòà белдерҙе. Әйтергә кәрәк, был идаралыҡ федераль башҡарма власть органы булып тора, ул нотариустарға вәкәләттәр бүлеп бирә, шулай уҡ уларҙы ҡыҫҡарта.
       Бөгөнгө көндә, Юстиция министрлығының территориаль идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә 197 нотариус иҫәпләнә. Шуның 68-е Өфөлә эшләй, әммә баш ҡалала уларҙың һаны йөҙҙән кәм булырға тейеш түгел, тип билдәләй Йосопов. Ведомство етәксеһе РФ Юстиция министрлығының БР буйынса идаралығында үҙенең позицияһын халыҡ тураһында хәстәр менән аңлата:
       - Нотариус хеҙмәттәре халыҡҡа уңайлы булырға тейеш, - ти Рөстәм Йосопов. - Ҡасан беренсе нотариус үҙ теләге менән эштән китеү тураһында ғариза яҙа, шул саҡта тулы баҙар тураһында һөйләргә була.
       Өҫтәүенә, конкуренция хеҙмәтләндереү сифаты һәм хеҙмәттәргә хаҡтарҙы кәметеү тураһында уйланырға мәжбүр итә.
       Был турала нотариустар үҙҙәре нимә уйлай һуң? Беҙ ошо һорауҙы асыҡлау маҡсаты менән БР Нотариаль палатаға мөрәжәғәт иттек, унда әйтеүҙәренсә, нотариустар һаныí Рәсәй Юстиция министрлығының 2008 йылдың 26 ноябрендәге "Нотариаль округта нотариустар һанын билдәләү тәртибен раҫлау тураһында" 257-се һанлы приказы көйләй, уға ярашлы бындай ҡалала, Өфөлә, 20-25 мең кеше иҫәбенә бер нотариус булырға тейеш.
       - Шулай итеп, бөгөн Өфөлә эшләгән нотариустар һаны күп, һәм уларҙың һанын арттырыу көтөлмәй, - тип билдәләй "БАШвестЪ" сығанағы республика Нотариаль палатаһында.
       Әммә Юстиция министрлығының БР буйынса идаралығында башҡаса фекерҙәләр. Ведомствола нотариат тураһында яңы закон проектына үҙ тәҡдимдәрен индерергә планлаштыралар, уны әлеге ваҡытта Юстиция министрлығы эшләй, һәм ул, Йосопов һүҙҙәренә ҡарағанда, 2010 йылда көсөнә инергә тейеш. Закон проекты авторҙары фекеренсә, нотариустарҙың комплекслы юридик ярҙам күрһәтеү буйынса вәкәләттәре булырға тейеш: консультация биреү, документтар йыйыу һәм уларҙы теркәүгә тапшырыу, медиация һәм башҡалар.
       Рөстәм Йосопов һүҙҙәренә ҡарағанда, идаралыҡта шәхси нотариатты үҫтереү хуплана. Бөгөн ил буйынса дәүләт контораһынан шәхси практикаға күсеү тамамланған тиерлек - Рәсәйҙә 70-кә яҡын дәүләт нотариусы ҡалған.
       - Был тәбиғи һәм законға ярашлы процесс, уның сәбәбе асыҡ - шул уҡ эшкә ҙур аҡсалар алыу мөмкинлеге ул, - ти Рөстәм Йосопов.
       Әйтергә кәрәк, илдәге дәүләт нотариустарының өстән бере - 21 - Башҡортостанда эшләй. Шул уҡ ваҡытта Өфөлә 2008 йылдың íîÿáðåíœí бөтә нотариат шәхсигә әүерелде. Шәхси нотариустарға дәүләт контораһы башҡарған вәкәләттәр бүленгән. Шәхси нотариатты үҫтереү тураһында һөйләгәндә, уны тотоуға бюджет средстволарын сарыф итеү кәрәкмәй. Шулай итеп, бөгөн дәүләт нотариаттары файҙаһына, бәлки, уларҙың хеҙмәттәре өсөн тик баһалар иҫбатлайҙыр: граждандар уларға тариф ҡына түләй, шул уҡ ваҡытта шәхсигә тағы пошлина түләй. Тағы ғәжәп ваҡиға бар, был турала Йосопов бәйән итте:
       - Шәхси нотариустар ҡыҙыҡ статусҡа эйә: улар дәүләт исеменән эш итә һәм өҫтәүенә үҙҙәренә эшләй. Нотариусты яуаплылыҡҡа тарттырыу еңелдән түгел.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал