6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Һалдатты фронтҡа оҙаттылар
12.05.09


       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандан 700 меңдән ашыу кеше фронтҡа êèòêœí. Һәр өсөнсөһө батырҙарса һәләк булàí. Ватаныбыҙ яугирҙарыбыҙҙың тиңе булмаған батырлығын юғары баһаланы: 200 мең яугир ордендар һәм миҙалдар менән наградланды, 300-ҙән ашыу һалдат һәм офицер Советтар Союзы Геройы һәм Дан орденының тулы кавалеры булды.
       Башҡортостан территорияһында фронт линияһы үтмәһә лә, беҙҙә Бөйөк Ватан һуғышы тарихына бәйле 300-ҙән ашыу һәйкәл һәм иҫтәлекле урындар иҫәпләнә.
       Дүртөйлө ҡалаһында яугир-яҡташтар иҫтәлеге мәңгеләштерелде. Бында иҫтәлекле урындарға һәм һәйкәлдәргә һаҡсыллыҡ күрһәтелә, улар Советтар Союзы Геройы Василий Николаевич Горшков һәм Дан орденының тулы кавалеры Степан Сергеевич Туснолобов, журналист ҡәләмен хәрби ҡоралға алмаштырған шағирҙар - Бәҙрүш Моҡамай һәм Зыя Мансуров, матрос Фәхрулла Хәйруллин тураһында хәтерләтә.
       Дүртөйлө ҡалаһын 1985 йылдың 12 майында Ағиҙел áóéûíäà яугир-яҡташтарға асылған мемориаль комплекс биҙәй. Һәйкәлде асыу йыллығында уның тураһында ентекләберәк һөйләргә булдыҡ.
       Башҡортостан скульпторы Юрий Федорович Солдатов яурынына винтовка аҫҡан каскалы яугир һынын ансамблгә индергән, ул алыҫ юлға, һуғышҡа китеү өсөн причалға төшөп бара. Šóûø éûëäàðûíäà ìå¾ëœãœí ä¼ðò³éë³ëœð ïàðîõîäòàðƒà 휺 îøîíàí ôðîíòºà þë àëàí. Һалдатты фронтҡа өс ҡатын-ҡыҙ оҙата: әсәһе, һеңлеһе һәм ҡулына бала күтәргән ҡатыны.
       Батыр яугирҙың, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һыны бар булмышы менән бирелгән, скульптураның бейеклеге дүрт метр тирәһе. Материал - металл буйынса һырлау. Постамент мәрмәр плитәләр менән көпләнгән.
       Дүртөйлөләге мемориалü êîìïëåêñ - республикала Бөйөк Ватан һуғышына арналған юғары художестволы һәйкәлдәрҙең береһе.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал