6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Парламентта

Ришүәт бирмә, аҡса ал!
12.05.09


       - Был өмөтһөҙ! Унда бөтәһе лә һатып алынған! Эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ярҙам алыу өсөн, юғарыла таяныс булыу йәки ҙур ришүәт бирергә кәрәк! - Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү программаһы тураһында һүҙ барғанда кешеләрҙән ошондай фекерҙәр ишетергә тура килде. Күп эшҡыуарҙар, ярҙам һорау файҙаһыҙ - бер ни ҙә ала àëìàясаҡһың, тигән фекерҙә. Ә күптәр был программа тураһында бөтөнләй белмәй һәм япа-яңғыҙы көрсөк менән көрәшеүен дауам итә.
       Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү программаһы эшләй, һәм уның сиктәрендә ярҙам алып була. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ комитеты ултырышында Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Зәйнуллин башлап тотоноусы бизнесмендарға ярҙам саралары тураһында һөйләне.
       - Ағымдағы йылда Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам программаһы 500 миллион һум күләмендә раҫланған, - тине Ринат Зәйнуллин. - Был үткән йылға ҡарағанда ун тапҡырға күберәк, былтыр 54,6 миллион һум ине. Бергә финанслауға федераль бюджеттан тағы бер миллиард һум алыу ҡаралған. Беренсе этапҡа килешеүгә ҡул ҡуйылған - был сумманан 356 миллион һум бүлеү тураһында. Аҡсалар майҙа инәсәк.
       Финанс ярҙам бер нисә төп йүнәлеш буйынса алып барыла.
       Беренсенән, был башланғыс стадия - бизнес формалашыу. Уға республика бюджетынан 40 миллион һум йүнәлтелгән, федераль бюджеттан - 80 миллион һум. Был йүнәлеш буйынса - "старт-ап"ҡа - дөйөм суммаһы 357 миллион һумлыҡ 190 заявка бирелгән. Шуның 115-е ҡаралған, 81 заявка (дөйөм суммаһы 21 миллион šóì) үтәлгән. "Старт-ап"ҡа дәғүә итеүселәр күп, шуға күрә республика ҡалалары һәм райондары буйынса өҫтөнлөклө йүнәлештәр булдырыла. Ҡала һәм район хакимиәттәре йүнәлештәр тәҡдим итә.
       Икенсенән, элекке сығымдарҙы судсидиÿлау, уны бер нисә төркөмгә бүлеп була. Банкыларға проценттарҙы түләү буйынса сығымдар өлөшөндә процент ставкаларын субсидиялау; лизинг түләүҙәрен субсидиялау; күргәҙмә-йәрминкә сараларын субсидиялау; энергияны һаҡлау технологияларын ҡулланыуға һәм энергия системаларына тоташтырыуға бәйле сығымдарҙы субсидиялау.
       Үткән йылда республикала БР гарантия фонды булдырылғайны. Уның төп бурысы - бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына кредит учреждениеларында кредит алған ваҡытта гарантия фонды средстволары иҫәбенә яуаплылыҡты өҫкә алыу. Яуаплылыҡты өҫкә алыу 30:70 процентëû нисбәтòœ бирелә. Эшҡыуар 30 процентты тәьмин итә, гарантия фонды - 70. Бөгөнгө көндә фонд 224 миллион һумға эйә. Йыл аҙағына тиклем 650 миллионға артыуы көтөлә. Быйыл 11 эшҡыуар гарантия фонды ярҙамы менән файҙаланған, улар 13 миллион һум алған.
       Ағымдағы йылда эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү йәһәтенән ике яңы механизм индерелгән.
       Беренсе - микрофинанслау. Ул 12 айға тиклем бер миллион күләмендә кредит биреүҙе ҡарай. Әле был маҡсат өсөн коммерция булмаған ойошма - БР микрофинанслау үҙәге булдырыла, уның дөйөм устав фонды 150 миллион һум тәшкил итәсәк һәм йыл һайын тулыландырыласаҡ.
       Икенсе - лизинг фонды ярҙамы менән булышлыҡ итеү. Был механизм лизинг фонды иҫәбенә төп средстволар һатып алыуҙы һәм өс йылға бүлеп түләү шарты менән уларҙы эшҡыуарҙарға тапшырыуҙы ҡарай. Лизинг фондын булдырыуға 40 миллион һум йүнәлтелгән һәм бергә финанслауға федераль бюджеттан 80 миллион һум тирәһе көтөлә.
       Май башына Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитетына дөйөм суммаһы 523 миллион һумлыҡ финанс ярҙамға 596 заявка ингән. 178 заявка ҡаралған, 141-е хупланған (уларҙың дөйөм суммаһы 79 миллион һум тәшкил итә).
       - Заявкаларҙы ҡарау механизмы ябайлаштырылды, - ти Ринат Зәйнуллин. - Документтар ғариза нигеҙендә ҡабул ителә, комиссия ултырыштары өс көн һайын үткәрелә. Комиссия составына биш йәмәғәт ойошмаһы, һалым инспекцияһы һәм БР буйынса Эске эштәр министрлығының коррупция менән көрәш буйынса бүлеге, Эшҡыуарлыҡ фонды вәкилдәре ингән. Комиссияға хоҡуҡ һаҡлау органдары саҡырылған, сөнки документтар йыйыу, әҙерләү буйынса үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим итеүсе аферистар осрай. БР буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Яңауылда документтар әҙерләүгә бәйле мутлыҡ эштәре алып барûóñû өс кеше асыҡланған.
       Эшҡыуарҙарға финанс яҡтан булышлыҡ итеүҙән тыш мөлкәт ярҙамы күрһәтелә. Торлаҡ булмаған фонд объекттары тураһында мәғлүмәт базаһы бар, уларҙы бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары ҡуртымға алала.
       Муниципаль программаларға ҙур иғтибар бүленә. Уларға ярҙам күрһәтеү йөҙөнән 40 миллион һум бүлеү ҡаралған. Муниципаль программалар 70-кә 30 булғанда хуплана. Әгәр программа билдәләнгән өҫтөнлөккә эләкһә һәм район 30 процент түләһә, 70 процентын республика ºàïëàé.
       Эшҡыуарҙар Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү программаһы сиктәрендә юридик ярҙам ала ала.
       Шуға күрә, бизнесмендар, ҡурҡмағыҙ, заявкалар бирегеҙ. Әгәр һеҙҙең эшмәкәрлек дәүләткә кәрәк икән, айырыуса яңы эш урындары булдырһағыҙ, "бәлештең бер киҫәге" эләгеүе ихтимал.
       Һәм, ниһайәт, бер нисә дөйөм һандар. Йыл башында республикала 120 мең бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнгән. Бәләкәй бизнеста 450 мең кеше мәшғүл, был республика предприятиеларында эшләүселәрҙең 21,1 проценты. Бәләкәй предприятие хеҙмәткәрҙәренең 55 проценты сауҙа һәм төҙөлөш тармаҡтарында мәшғүл.
       2008 йылда бәләкәй предприятие хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 14321 һум тәшкил иткән.
       Бәләкәй бизнес предприятиелары әйләнеше 352,5 миллиард һумдан ашыу (республика күләменең 20,5 проценты). Үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарҙы үҙ көсө менән бушатыу, башҡарылған эштәр һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр күләме 142,5 миллиард һум (республика күләменең 14,1 проценты) тәшкил иткән.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал