6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Граждандар йәмғиәте

"Ҡарағай урманындағы иртә" картинаһының сере асылды
02.04.04


       Ошо көндәрҙә мәҙәниәт һәм сәйәсәт даирәләренә ҡағылған өлкәлә ғалимдар һуш китерлек асыш яһаны. Билдәле рәссам Ива н Шишкинды "Ҡарағай урманындағы иртә" картинаһының сере асыл ды.
       Баҡтиһәң, мәшһүр рәссам үҙенең үлемһеҙ әҫәрендә заман то рмошон сағылдырған. Картинала федерация субьекттары һанына т ура килгән һан буйынса 86 үҫемлек һүрәтләнгән. Улар үҫемлек доньяһының ете ярусын тәшкил итә - федераль округтарҙың һаны
       ла тап шулай.
       Рәсәй тарихы ла сағылған был картинала - айыу һәм өс айыу б алаһы был турала асыҡ һөйләй түгелме Шишкин үҙенең бер карт инаһында ла йәнлек -хайуандарҙы, кешеләрҙе һүрәтләмәгән. Ти к был картинаһы өсөг генә иҫкәрмә эшләгәнме ул Ни өсөн Был
       факт өҫтөндә тикшереүселәр бөтөнләй эшләмәгән булып сыҡты. Сөнки уларҙы тик сәнғәткә ҡағылышлы мәсьәләләр генә борсоған
       була. Шишкиндың бөйөк әҫәрен "Кеше һәм йәмғиәт" күҙлегенән сығып ҡарарға баштары етмәгән булһа кәрәк. Өфө ғалимдары Айыухан Тубырсыҡов һәм Ҡарағай Урманов был кар тинаға бөтөнләй икенсе ҡараш ташлағандан һуң ғына, йәшертен деталдәр ҡалҡып сыға. Тышҡы һиллек һәм тыныслыҡтың, күптән т үгел генә булып үткән ыҙғыштарҙан һуң тыуғанын, алдағы планд а ятҡан һынған бүрәнә асыҡ сағылдыра. Уларҙың берәүһе комму нистик үткәнде, икенсеһе Рәсәйҙең тәүге Президенты һайлаған юлдан бармауҙы күрһәтә. Ә инде нескә генә һүрәтләнгән томанд ы тәбиғәт күренеше тип кенә аңларға ярамай. Уның артында уй ланылмаған схемаларһ әм бөйөк пландар менән йәшәгән Совет Р әсәйе, һуңынан яңы тормош нурҙарын һипкән Рәсәй.
       Ә айыуҙар һуң Уларҙың һаны гел өсәү була торғайны бит. Мәҫ әлән, Андрей Рублевтың "Святая троица" йәки Виктор Васнецов тың "Три богатыря" картиналары. Шуға ла Шишкин айыуҙарының һаны 4 булыуы осраҡлы түгел. Бынан тыш уларҙың бер төҫтә бул ыуҙары ла бер инәнән тыуғанға ишара түгел, ә бөтөнләй икенс е мәғәнәғә эйә. Белеүегеҙсә, бөтә партияларға ла өс лидер е тәкселек итте. Ә бына "Берҙәм Рәсәй" партияһында улар дүртәү . Бюллетенгә закон талаптарына ярашлы уларҙың өсәүһе генә э ләкһә лә, был партия өсөн тауыш биреүселәрҙең һанына ҡарағай
       энәләре һанына тура килә. Уларҙың һанын да рәссамдар ентекл е иҫәпләп һанап алған.
       Картинаны тикшереүселәр 1999 йылда тикшерә.

Лилиә Зинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал