6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Тышҡы бәйләнештәр

Чечен уҡыусылары һәм студенттарына Башҡортостан ағайҙарса я рҙам ҡулы һуҙҙы
30.07.03


       Һуғыш барыһын да тартып ала: тыныслыҡ, бәхет, яратҡан кешелә р, тыуған йорт -- береһен дә аямай ул. Чечен ерендә булған һ уғыш та күп нәмәне үҙгәртте. Барыһына ла ҡағылып үтте ул. Мә ҙәниәт, медицина, белем биреү учреждениелары өсөн әле лә ауы р ваҡыт. Чечняның барлыҡ мәктәптәре (ә улар 400 самаһы) бер көнгә лә эшләүен туҡтатмауына ҡарамаҫтан, уларҙың кәрәк - я раҡ менән тәьмин ителеү кимәле юғары тип әйтеп булмай. Ошоноң менән бәйле Чечен Республикаһының Башҡортостандағывәк иле Сайдамат Мусаев Башҡортостан Хөкүмәтенә ярҙам һорап мөрә жәғәт итте. Башҡаларҙың ҡайғыһына, айырыуса һүҙ балар тураһы нда барғанда, битараф ҡалыу мөмкин түгел, әлбиттә. Шул сәбәп ле ағымдағы йылдың яҙ айында беҙҙең башҡалала Чечен Республи каһының урта, махсус һәм юғары уҡыу йорттары өсөн ғилми - ме тодик әҙәбиәт һәм дәреслектәр йыйыу буйынса акция үткәрелде.
       БР Мәғариф министрлығы линияһы буйынса ике мең экземпляр йы йылды. Чечняның уҡыусы һәм студенттарына Башҡортостандың күп кенә юғары уҡыу йорттары ла ярҙам күрһәтергә теләк белдерҙе . Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт аграр университеты 2400 том, Башҡ рт дәүләт педагогия университеты -- 1400- ҙән ашыу том уҡыу әҙәбиәте йыйып ебәрҙе.Башҡорт дәүләт медицина университеты һ әм Өфө дәүләт нефть техник университеты үҙ фондтарынан500 - әр том бүлделәр, һуңғылары тағы ла Грозный нефть институтын а компьютер класы бүләк итте. Чечен студенттарына Өфө дәүлә т сәнғәт академияһы тарафынан 200 - ҙән ашыу китап, ә Башҡор т дәүләт университеты исеменән 200 ғилми эш ( юғары уҡыу йор тарында улар айырыуса һорау менән файҙалана) ебәрелде. Дәрес лектәр йыйыу буйынса әйтеп үтелгән уҡыу йорттары китапхана х еҙмәткәрҙәре айырыуса ҙур эш башҡарҙы. Әлеге ваҡытта ЧеченР еспубликаһы китапханалары өсөн художество әҫәрҙәре йыйыу эше бара. Күрһәтелгән ярҙам өсөн чечен халҡы, айырыуса студенттар бик рәхмәтле. "Был беҙҙең халыҡтар араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәт тең тәүге ҡарлуғасы булды һәм чечен ерендә тыныс тормош урын лашыр тигән өмөт тыуҙыра", --тине Сайдамат Мусаев. Ул БР Пре зиденты Мортаза Рәхимовҡа Щелково районы Гребенск станицаһын да йәшәүселәр һорауы буйынса хакимиәт башлығы О. Надаев һәм имам Х. Гамадаев тарафынан яҙылған хат тапшырҙы. Башҡортостандың ағайҙарса ярҙамы чечен халҡы йөрәген тетрәтк ән. "Ҡыйратылған Чечня халҡы матди ярҙамдан бигерәк башҡорт халҡы күрһәткән иғтибарға мохтаж, -- тип яҙа улар. Билдәле б улыуынса, дуҫ ауыр саҡта беленә. Һеҙгә Мортаза Ғөбәйҙулла ул ы, шулай уҡ барлыҡ Башҡортостан Республикаһы халҡына сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Президент посында һеҙгә ижади уңышт ар, республика халҡына тыныс күк йөҙө теләйбеҙ". Билдәләп үтергә кәрәк, Чечен Республикаһында бөгөн йәштәрҙең белем алыуғы иғтибары һәм ынтылышы күҙәтелә. Әле абитуриент тар һаны артҡандан арта: бер урынға 12 кеше. Башҡортостан уҡ ыу йорттарында Чечен Республикаһынан килеп уҡыусы студенттар һаны 200 - гә яҡын. Хәҙер ышаныс менән Башҡортостан һәм Че ченя араһында яҡшы мөнәсәбәттәр урынлашты тип әйтергә була. Һәм был мөнәсәбәттәр нығый бара. Һүрәттә: Чеченяға гуманитар ярҙам ошондай фургондарҙа килде.

ЕКАТЕРИНА ВАХМЯНИНА.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал