6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Еңеүселәргә - асҡыстар
08.05.09


       Еңеү көнө, һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, "БАШвестЪ" гәзите уҡыусылары өсөн бөйөк байрам булып ҡала. Еңеү көнөн Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән бергә бөтә ил халҡы билдәләй. Был көндө 1941-1945 йылдар ваҡиғаларын хәтергә төшөрәбеҙ. Å¾å¼ ê³í³íäœ šуғышта ҡатнашыусылар һәм тыл эшсәндәре исеменә ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәре яңғырай. Күп ҡалаларҙа Еңеү парады үткәрелә, унда илдең хәрби көсө күрһәтелә.
       Өфөлә Еңеү парады киләһе йылда, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығында ойоштороласаҡ. Ә быйыл баш ҡаланың бөтә райондарында тантаналы саралар үтә.
       Өфөнөң хәрби-патриотик клубтары курсанттары ҡала һәйкәлдәре һәм обелискылары янында вахтала торасаҡ. Ошо көндәрҙә Еңеү паркында Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовҡа бюст урынлаштырыу урынында беренсе таш һалынды.
       Бөтә мәктәптәрҙә, урта махсус уҡыу йорттарында һәм юғары уҡыу йорттарында батырлыҡ дәрестәре, ветерандар менән осрашыуҙар һәм иҫтәлекле урындар буйлап экскурсиялар үткәрелә, күргәҙмәләр ойошторола. Ҡала һәм мәктәп китапханаларында тематик күргәҙмәләр, әҙәби кисәләр, викториналар, төрлө конкурстар үткәрелә.
       Мәҙәниәт йорттарында һәм һарайҙарында Еңеүҙең 64 йыллығына арналған байрам концерттары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашыуҙар үтә. Ә кинотеатрҙарҙа һәм театрҙарҙа хәйриә сеанстары һәм спектаклдәре ойошторола.
       9 майҙа 11 сәғәттә Еңеү паркында Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу тантанаһы була. Хәрби Дан музейында 11 сәғәт 30 минутта республика етәкселеге Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осраша.
       Баш ҡаланың бөтә парктарында һәм үҙәк майҙандарында байрам концерты программалары үтә. Ленин исемендәге майҙанда 11 сәғәттә "Һеҙгә, Еңеү ветерандары!" тèп аталған байрам концерты ойошторола.
       Еңеү байрамының мөһим ваҡиғаһы - торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған һуғыш ветерандарына фатир асҡыстары таïшырыу. Тантаналы сара Хәрби Дан музейында үтә.
       - Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтар менән эшкә һәр саҡ ҙур иғтибар бүленә, - ти Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов. - Ветерандар тураһында хәстәр, уларҙың социаль проблемаларын хәл итеү, адреслы ярҙам күрһәтеү - беҙҙең төп бурысыбыҙ. Шуға күрә йыл һайын Еңеү көнө хөрмәтенә ҡала округы хакимиәте һуғыш ветерандарының торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеү өсөн мөмкинлектәр эҙләй.
       Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов һүҙҙәренә ҡарағанда, Бөйөк Еңеүҙең 64 йыллығына Өфөлә 64 ветеранға фатир асҡысы тапшырыла. Дөрөҫ, тантаналы сарала ветерандарҙың 16-һы ғына ҡатнаша ала. Шуға күрә Өфө  райондары хакимиәттәре вәкилдәре ҡалған ветерандарға фатир асҡыстарын йорттарына барып тапшырҙы.
       Фатир асҡыстары алыусылар исемлегендә II төркөм инвалид, һуғыш ветераны Николай Спиридонов бар. Ул ҙур булмаған бер ҡатлы ағас йортта ҡыҙы Вера менән йәшәй.
       Николай Иванович 1927 йылда тыуған, 1944 йылдың ғинуарында армияға саҡырыла:
       - Фронтҡа эләккәндә миңә 17 йәш тулмаған ине, - ти ветеран. - Ул саҡта Өфөлә эшелон йыйҙылар һәм Ҡара диңгеҙ флотына оҙаттылар. Мине радист һөнәренә уҡыттылар һәм Новороссийск ҡалаһына ебәрҙеләр...
       Николай Иванович "Германияны еңгән өсөн" миҙалы менән наградлана, һәм демобилизациянан һуң 1951 йылда тыуған ҡалаһына ҡайта. Бында локомотив депоға слесарь булып урынлаша. Башта атаһы менән бергә йәшәй, һуңынан үҙе йорт төҙөй (унда бөгөнгө көнгә тиклем йәшәй). Һәм хәҙер Николай Спиридоновҡа туғыҙ ҡатлы йортта бер бүлмәле фатир асҡысы тапшырҙылар.
       - Ветерандар йәшәйәсәк йорт Дим районында Правда урамында урынлашҡан, - ти Дим районы хакимиәте башлығы Зыфар Хәкимов. - Йорт матур, уның эргәһендә генә стадион, парк урынлашҡан.
       Ираида Тимофеевна Петрова ҡулына фатир асҡысы алғас, күҙенән бөркөлөп сыҡҡан шатлыҡ йәштәрен йәшерә алманы. Ираида Тимофеевна ҡунаҡтарға рәхмәт белдерҙе.
       Ираида Петрова һуғыш йылдарында Керч ҡалаһында тимер юлын тергеҙеүҙә хеҙмәт иткән, "Хеҙмәт батырлығы өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән. Һуғыштан һуң пассажирҙар хеҙмәтендә оҙатыусы булып эшләгән. Быйыл Ираида Тимофеевнаға 87 йәш була.
       Бәшәрåв Ғәни Ғабдулла улы хакимиәт вәкилдәрен ҡыҙы Алһыу һәм ҡатыны Йәмилә Һаҙый ҡыҙы менән ҡаршыланы. Һуғыш ветераны ҡунаҡтарҙы байрам өҫтәленә саҡырҙы.
       Ғәни Ғабдулла улы II Белорус фронтында булған, танк ғәскәрендә механик булып хеҙмәт иткән, Варшава ҡалаһын һәм Көнсығыш Европаның башҡа ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнашҡан, Берлинға тиклем барып еткән. Бәшәрåв II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградланған.
       "БАШвестЪ" гәзите бөтә ветерандарҙы Еңеү көнө менән ҡотлай! Тыныс тормош, именлек бүләк иткән ветерандарға "рәхмәт" әйтергә онотмағыҙ!

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал