6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ике дуҫ Аргун полкында хеҙмәт итте
08.05.09


       10 майҙа Советтар Союзы Геройы Николай Кириллович Романовҡа 90 йәш тулған булыр ине. Ул 1919 йылда Ҡариҙел районы Үрге Ҡаҙмаш ауылында тыуған. Крәҫтиән малайы ауыл мәктәбендә уҡый. Ул йәш булыуға ҡарамаҫтан һәләтле, белемле була. Шуға күрә ауылдаштары колхозда комсомол ағзаһына иҫәпсе, ә һуңынан кассир эшен ышанып тапшыра. Бер саҡ район үҙәгенән райком партияһы хеҙмәткәре Әхнәф Ғәббәсов ауыл советына командировкаға килә. Идарала йәш егетте осрата. Ул комсомол Николай Романов була. Һөйләшеп китәләр. Николай әүҙем, ҡыҙыҡһыныусан кеше булып сыға. Әңгәмәсе Романовты район үҙәгенә күсеп килергә һәм район комитетына эшкә саҡыра. Николай ата-әсәһе менән кәңәшләшә һәм риза була. Ҡаҙмаштан Ҡариҙелгә киткәндә, ул үҙе менән балалайкаһын ала.
       Коля итексе Порфирий Давыдов йортонда йәшәй. Дуҫтары Николай янына килгәс, ул йыш ҡына ҡулына балалайкаһын алған. Баҡһаң, Коля насар йырламаған. Былар бөтәһе лә уны комсомол ағзалары менән яҡынайтҡан.
       Николай Романов район комитетында башта бүлек менән етәкселек итә, ундағы эштәрҙе көйләй, ә һуңынан уны район комитетының икенсе секретары итеп һайлайҙар. Романов пропаганда, сәйәси белем алыу, спорт мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Саңғы ярыштары ойоштора, агитбригадалар булдыра. Әммә Николай Романов тыуған йортонан айырылмай. Атаһына утын әҙерләшә, уңышлы һунарсы була.
       1939 йылдың октябрендә Николай Романов Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Романовты дуҫы Александр Петров менән бергә ауылдаштары оҙатып ҡала. Уларҙы сик буйы ғәскәрҙәре командирҙар мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Николай Романов мәктәпте тамамлағандан һуң совет-япон сигенә эләгә. Алыҫтағы һаҡта хеҙмәт итә. Унда Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы тураһында ишетә. Сик һаҡсылары фронтҡа китергә теләк белдерә. Взвод командиры ярҙамсыһы Николай Романов рапорт артынан рапорт яҙа, командирға ышандырырлыҡ дәлилдәр килтерә: минән кесе ҡустым Саша һуғышта, атайым, ул Граждандар һуғышында ҡатнашҡан, шулай уҡ фронтта. Ә ул бында тынлыҡта ята...
       Хәрби эшелон, унда Николай Романов дуҫы Александр Петров менән була, фронтҡа барған юлда Урал, Башҡортостан киңлектәре буйынса үтә. Әлбиттә, улар тыуған төйәктә булырға, ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына тыуған-тумасаһын күрергә теләй. Әммә был турала мәғлүмәт юҡ. Ә миндә старшина Н.К. Романовтың хәрби кейемдә ò³øêœí фотографияһы һаҡланған. Фотография тоноҡ, ҡырылған, үкенескә ҡаршы, "БАШвестЪ" гәзитенең техник тәьминәт хеҙмәте элекке хәленә ҡайтара алманы. Артында аныҡ дата: "2.11.42. Михайловка ауылы". Ошо ваҡытта эшелондар көнсығыш сигенән Мәскәүгә барған. Ваҡыт буйынса ла тура килә. Байкал арты дивизияһы 188-се Аргун уҡсылар полкы, унда Н.К. Романов хеҙмәт иткән, 1943 йылдың 15 февралендә ғәмәлдәге армияға ҡушыла. Нәҡ ошо көндө Үҙәк фронт участкаларының береһендә командирҙар курсында бергә уҡыған дуҫы, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе токарû, сик һаҡсыһы Владимир Черкасов менән осраша. "Башҡорт яҡташлығы" барлыҡҡа килә. Һуңынан старшина Николай Романов һәм пулемет расчеты командиры Владимир Черкасов Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Әммә был һуңғараҡ була. Взвод командиры старшина Романов Үҙәк фронтта, Курск дуғаһында барған һуғышта ҡатнаша, Днепр йылғаһы аша сыға.
       Орел янында барған һуғыш һалдат хәтеренäә уйылып ҡала. Áåƒ šөжүм итеүƒå ваҡытлыса туҡтаòыï òîðƒîº. Ә немецтар øóë òèêëåì ут яуҙырƒû, башты ла күтәреп булмаíû. Взвод командиры фашистарҙың уты аҫтында үҙенең позицияларын ҡарап сыға. Ыңғырашҡан тауыш ишетә. Был ҡаты яраланған яҡташ Александр Петров áóëà. Ватан һуғышы инвалиды һуңынан ауылдаштарына һөйләгән:
       - Ул мине ҡотҡарҙы. Мине иптәштәре менән бергә медсанбатҡа алып барҙы. Ә үҙен һаҡлай алманы...
       Александр Петров 1943 йылда яраланғандан һуң Ҡариҙел районына ҡайта. Николай Романов һуғыш яланынан әйләнеп ҡайта алмай.
       Фронт хәбәрсеһе Федор Колядин "Йөрәк ҡушыуы буйынса" тигән очеркында Николай Романовтың һуңғы һуғышы тураһында бәйән итә. Һәр ваҡыттағыса фронт документтарына мөрәжәғәт итәбеҙ. Унда былай тиелә: "188-се уҡсылар полкының взвод командиры (106-сы уҡсылар дивизияһы, 65-се армия, Үҙәк фронт) старшина Н.К. Романов 1943 йылдың 15 февралендә Гомель өлкәһе Лоев ҡасабаһы эргәһендә Днепр аша иң беренселәрҙән булып йылғаның көнбайыш ярына сыҡты һәм, командованиены ҡулына алды, һалдаттарҙы плацдармды киңәйтеүгә алып барҙы".
       Н.К. Романовты наградлау ҡағыҙында былай тиелә: "Романов һалдаттарҙы алға әйҙәне. Немецтар уның төркөмөн өс тапҡыр һөжүмгә тотто. Әммә фашистар ҙур юғалтыуҙарға дусар ителде. Романов иптәш 10 немецты юҡ итте. Рота командиры стройҙан сыҡҡас, рота менән командалыҡ итә башланы, һәм рота үҙенең бурысын уңышлы үтәне".
       Фашистарҙан азат ителгән белорус ҡасабаһында ҡыҙыл байраҡ елберҙәй. Старшина Николай Романовтың ротаһы дошманды биш тәүлек плацдармда тота. Романов менән Черкасов бөйөк Еңеү тураһында хыяллана. Әммә 1943 йылдың 20 октябрендә һөжүм ваҡытында дошман пуляһы Романовҡа тейә, ә 22 октябрҙә Владимир Иванович Черкасов һәләк була. 1943 йылдың 30 октябрендә уларға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә (үлгәндән һуң).
       Улар икеһе лә Аргун уҡсылар полкында хеҙмәт итә. "БАШвестЪ" гәзите Владимир Черкасов тураһында бәйән иткән ине. Ә бөгөн Николай Романовты иҫкә алайыҡ. Ҡариҙелдәге бер урам Герой исемен йөрөтә. Ҡариҙел районы Александровка ауылындағы мәктәп бинаһына таҡтаташ ҡуйылған. Уның исеме Өфөлә Еңеү паркында гранит стелала алтын хәрефтәр менән яҙылған.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал