6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Концерттар

Иң яҡшы бүләк - концерт
08.05.09


       Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Павел Порфирьевич Романовтың күкрәгенә "Советтар Союзының бөтә тарихы" һыя - ул шулай шаяртып үҙенең күп һанлы наградаларын атай. Һуғыш ветераны Еңеү көнөнә арналған байрам сараларында ҡатнашты. Ҡала мәҙәниәт һарайы фойеһында, бында көн элгәре генә "Еңеү салюты" халыҡ ижады фестиваленең гала-концерты үтте, Павел Порфирьевичты дуҫтары менән осрашыу көтә ине. Тыныс тормош, именлек, бәхетле киләсәк бүләк иткән ветерандар сараға яҡшы кәйеф менән йыйылды. Күркәм сараға килгән һәр ветеран ҡул биреп күрешкәс, бер-береһенең һаулығыí šîðàøûï áåëäå, балалары һәм ейәндәре тураһында һөйләне, яу яланында ятып ҡалған полкташтарын иҫкә алды.
       Павел Романов 1942 йылда Ҡыҙыл Армияға саҡырыла һәм Краснохолм хәрби-пехота училищеһына ебәрелә. Аҙ ғына элек, хәрби хеҙмәткә яңы алыныусылар килгәнсе, Александр Матросов училищенан башҡа курсанттар менән бергә армияға китә.
       - Уҡыу еңелдән булманы - дәрестәрҙән тыш класта күп сәғәтлек етди күнекмәләр булды, - тип һөйләй Павел Порфирьевич. - Унда беҙгә тейешле белем бирҙеләр һәм ныҡлы рух тәрбиәләнеләр. Һөҙөмтәлә беҙ училищеға килгән 17 йәшлек егеттәр, Ватанды һаҡлаусылар булып сыҡтыҡ.
       Уларҙың курсы буйынса уҡып бөтөрөргә тура килмәне - фронтҡа яңы көс, ярҙам кәрәк ине. Йәш офицерҙарға кейем һәм ҡорал бирҙеләр һәм Мәскәүгә оҙаттылар, унда һуғыш бара ине.
       - Унда мин беренсе тапҡыр һуғышҡа индем, - тип һүҙен дауам итә Павел Порфирьевич. - Дөйөм алғанда мин армияла һигеҙ йыл хеҙмәт иттем - 1942 йылдан 1950 йылға тиклем. Тыуған яҡҡа ҡайтҡас, хәрби профессияны тыныс кәсепкә алмаштырҙым - Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә слесарь булып эшләнем.
       Павел Порфирьевич 9 Май алдынан бер нисә байрам сараларында булырға тырыша, ә бөйөк байрам көнөндә ғаиләһе менән Еңеү паркына сыға. Ветеран мәктәп уҡыусылары менән осрашыуҙан бер ҡасан да баш тартмай. Һәм быйыл да, Ҡала мәҙәниәт һарайына концертҡа килгәнсе, ул Өфө уҡыусылары менән осрашты.
       - Әлбиттә, уҡыусылар менән аралашҡанда изге кәңәштәр бирәм. Тырышып уҡығыҙ - тормошта ул иң мөһиме, тим уҡыусыларға.
       Павел Порфирьевич һүҙҙәренә ҡарағанда, байрамға иң яҡшы бүләк матди бүләк түгел, ә концерт. Һуғыш һәм йыр... Был ике төшөнсәне күпме хис-тойғолар, күңел кисерештәре бәйләй! Һуғыш йылдарында һәр һалдат йыр менән яуға күтәрелгән.
       - Мин һуғыш йылдарында ижад ителгән йырҙарҙы яратам, шуға күрә, уларҙы радио йәки телевидение аша тапшырһалар, бөтә эшемде ҡалдырам, - ти ветеран. - Әгәр концерттарҙа һуғыш йырҙарын башҡарһалар - мин ҙур ҡәнәғәтлек кисерәм. Бөгөнгө концертта ла күҙҙәремә йәш тулды, ҡулдарым ҡалтыраны - ансамблдәр һәм хор матур сығыш яһаны.
       "Еңеү көнө" йыры... Залда ултырыусы ветерандарҙың  күңеле йомшарҙы, күҙҙәренә йәш тығылды - йырсыларҙың тауышы шул тиклем таҙа яңғыраны. Байрам кисәһе программаһына һуғыш тураһында билдәле музыкаль композициялар һәм шиғырҙар, шулай уҡ төрлө бейеү ингән.
       Ветерандар һәм байрам ҡунаҡтары алдында, улар араһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев булды, баш ҡаланың иң яҡшы үҙешмәкәр коллективтары сығыш яһаны. Улар "Еңеү салюты" конкурсының район этаптарында еңеү яулаған һәм дөйөм ҡала фестивале лауреаттары һәм дипломанттары исеменә лайыҡ. "Алант", "Шаян", "Ынйы" халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре, "Ағиҙел таңдары" халыҡ рус йыры хоры, "Кобзарь" халыҡ украин йыры ансамбле, "Ош Виче сем", "Нарспи" фольклор ансамблдәре ветерандар алдында сығыш яһаны. Гала-концертта музыка мәктәáå ансамблдәрåíäә, вокаль һәм хореографик студияларҙа шөғөлләнгән балалар ҡатнашты.
       Башҡарыусылар билдәләүенсә, улар "Еңеү салюты" халыҡ ижады фестиваленең гала-концертында тәүге тапҡыр түгел. Әммә улар һәр саҡ тулҡынланыу кисерә.
       Концерт программаһына утыҙҙан ашыу номер ингән. Фронтовиктар яратҡан йырҙарын тыңлап кинәнде.
       "Еңеү салюты" фестиваленең гала-концерты тамамланды. Ветерандар таралырға ашыҡманы, улар хәтирәләрен яңыртты.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал