6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Африкан-башҡорт музыкаһы
07.05.09


       Әйтеүҙәренсә, беҙҙең илдә йәш музыкаль төркөмдәргә йырып сығыу, ниндәй ҙә булһа ярҙам алыу һәм үҙ хыялыңды тормошҡа ашырыу - билдәлелек яулау мөмкин түгел. Бының өсөн күп аҡса һәм бәйләнеш кәрәк бит, ә улар, үкенескә ҡаршы, яңы башлап тотоноусы музыканттарҙа юҡ. Әгәр бөтә тырышлыҡты туплап, ºàƒàíûøºà ынтылһаң, барыбер уңышҡа ирешеп була. Иң мөһиме бер урында ултырырға кәрәкмәй, эш итергә кәрәк.
       Өфөнөң йәш музыканттары Булат, Денис һәм Артем нәҡ шулай эшләй ҙә инде. Улар бер юлы ике музыкаль төркөмдә уйнай: "Сьерра Леоне" һәм "Бүреләр", улар үҙҙәренең ижадын әүҙем үҫтерә.
       Ошо көндәрҙә "Сьерра Леоне" төркөмө "Беҙҙекеләр Африкала" тип аталған тәүге яңғыҙ концертын ойошторҙо. Музыканттар үҙҙәренең иң яҡшы йырҙарын башҡарҙы һәм "БашвестЪ-йәш"кә пландары тураһында һөйләне.
       - Башта "Сьерра Леоне" төркөмө тураһында һөйләшәйек. Төркөм ҡасан барлыҡҡа килде?
       Булат:
       - "Сьерра Леоне" төркөмө "Яҡтылыҡ" исеме менән 2007 йылда ойошторолдо. Беҙ республика ҡалалары буйынса бик күп концерт бирергә өлгөрҙөк һәм Мәскәүҙә сығыш яһаныҡ. Дөрөҫ, "Яҡтылыҡ"та башҡа состав ине, минең менән бергә Ишембайҙан музыканттар уйнаны. Әммә уларға гастролдәргә йөрөү ауырға төштө, һәм мин төркөмгә Денис һәм Артем дуҫымды саҡырҙым. Төркөмдөң концепцияһын үҙгәртергә ҡарар иттек һәм, ярашлы рәүештә, исемен үҙгәрттек.
       - Ни өсөн төркөмгә африкандарса исем бирелде?
       Булат:
       - Беҙ ҡулыбыҙға глобус алдыҡ, һәм Сьерра Леоне (Көнбайыш Африка иле) иң беренсе уҡыған исем булды. Был исем беҙҙең күңелдәргә хуш килде. Беҙҙең ижадҡа үҙ стилебеҙ хас.
       - Уңыштарға килгәндә...
       Булат:
       - Беҙ яңы состав менән "Джейн" тигән йыр яҙҙыҡ. Был йыр популярлыҡ яулай һәм йәш перспективалы коллективтарҙың "Һунар 24" тип аталған композициялар йыйынтығына инде, ул Рәсәйҙең бөтә алдынғы радиостанциялары, продюсер, тауыш яҙыу компаниялары буйынса таратыла. "Джейн" йырын илдең бөтә гипермаркеттарында ишетеп була. Ул хатта урындағы радиостанция эфирында яңғыраны.
       - Нимә тураһында йырлайһығыҙ?
       Булат:
       - Төп тема - мөхәббәт, күңел кисерештәре. Беҙ нимә уйлайбыҙ, күрәбеҙ, кисерәбеҙ, шул турала йырлайбыҙ. Шуның менән бергә был донъяға аҙ ғына булһа ла позитив өҫтәргә тырышабыҙ.
       - Һеҙ ижад иткән йырҙар кемгә йүнәлтелә?
       Булат:
       - Иң элек, беҙҙең тыңлаусылар - улар 14 йәштән 40-ҡа тиклемге йәштәр. Беҙ, дөрөҫөн әйткәндә, үҙебеҙҙең маҡсатлы аудиторияны асыҡламаныҡ әле. Төрлө йәштәге кешеләрҙән баһаламалар килә.
       - Альбомға ҡарата нисек?
       Булат:
       - Альбомды бөтә процеста сығарырға планлаштырабыҙ. Беҙҙең репертуарҙа 50-гә яҡын йыр бар, шуның 20-һе әҙер.
       - Музыка - ул һеҙҙең төп эшмәкәрлекме?
       Булат:
       - Юҡ, беҙ бөтәбеҙ ҙә эшләйбеҙ. Әммә ғүмерҙе музыкаға арнарға теләр инек.
       - Фанаттарығыҙ бармы?
       Булат:
       - Беҙгә виражланған автобустарҙа, төрлө маршруттарҙа йөрөргә тура килә...
       - Ниндәй кимәлгә барып етергә теләйһегеҙ?
       Булат:
       - Ниндәй ҙә булһа сик ҡуймайбыҙ. Маҡсатлылыҡ менән алға барабыҙ, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, ҡыҫҡаһы, бөтә Рәсәй буйлап сығыш яһарға теләйбеҙ.
       - Продюсер бармы?
       Булат:
       - Әлегә юҡ.
       - Ҡайҙарҙа сығыш яһанығыҙ?
       Булат:
       - "Яҡтылыҡ" менән "Керәшен һыуыҡтары" фестивалендә өсөнсө урын алдыҡ. Ә "Сьерра Леоне" төркөмө "Тере мөхит" фестивален асыуҙа ҡатнашты. Артем билдәле музыкаль төркөмдәрҙә уйнаны, Германияла, Италияла гастролдәрҙә булды. Ә мин үҙем бер нисә төркөмдә уйнаным, шуларҙың береһе - "Йылан йылы". Денис "Бүреләр" тип аталған башҡорт төркөмөндә уйнай. Әйткәндәй, беҙ хәҙер был төркөм составында сығыш яһайбыҙ "Бүреләр" - берҙән-бер көслө башҡорт төркөмө. Уның клиптарын һәм концерт яҙмаларын республика каналдары буйынса тыңлап була.
       - "Сьерра Леоне" һәм "Бүреләр" - бер үк төркөм килеп сыға ò¼ãåëìå?
       Булат:
       - Бер үк состав тиерлек. Тик "Бүреләр" төркөмөндә үҙенең вокалсыһы (Илшат Абдуллин) бар, ә мин унда гитарала уйнайым. Әммә беҙҙең йырҙар төрлө. "Бүреләр" - башҡорт төркөмө, ә "Сьерра Леоне" - африкан исеме менән рус телле проект. Гастролдәргә бергә сығабыҙ.
       - Төркөм төрлө аудитория йыямы?
       Денис:
       - "Бүреләр" ижады ике төрлө музыкаль күренеш тоташҡан урында тора. Бер яҡтан, ул башҡорт эстрадаһы, ә икенсе яҡтан - Өфө андеграунд рок-тусовка. Был ике мәҙәниәт параллель йәшәп килә, һәм уларҙың аудиториялары ла төрлө. Ә беҙ ике мәҙәниәтте берләштерәбеҙ.
       - Ҡайһы төркөмдөң ижады яҡын?
       Денис:
       - Мин үҙем "Бүреләр" төркөмө өсөн көйәм, сөнки мин төркөмдœ ул ойошторолған ваҡыттан алып. Әммә был башҡа йүнәлештәрҙә лә ижад итергә ҡамасауламай.
       - Ниндәй ҙә булһа тағы бер төркөм ойоштороу теләге юҡмы?
       Денис:
       - Быға ваҡыттың етмәүе аяҡ сала. Эшкә лә йөрөргә, ике төркөмдә лә уйнарға, ял итергә лә кәрәк бит.
       - Репетициялар нисек үтә?
       Денис:
       - Бер көндө береһен уйнайбыҙ, икенсеһендә - башҡаһын. Ваҡытты нисек тә булһа бүлергә тура килә.
       - Пландарығыҙ ниндәй?
       Булат:
       - Пландар күп, уларҙы беҙ тормошҡа ашырырға тырышабыҙ. Сит илгә гастролгә сығырға йыйынабыҙ.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал