6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Эшҡыуар кәңәш бирә
07.05.09


       "БАШвестЪ" гәзитенең бөгөнгө геройы - эшҡыуар Анатолий Жохов. Ул ҡасан үҙ эшен асырға ҡарар иткән? Анатолий Жоховтың яңы башлап тотоноусы эшҡыуарҙар өсөн ниндәй кәңәштәре бар? Уның һөйләгәндәре йәш эшҡыуарҙар өсөн күпмегә файҙалы булыр, уныһын һеҙгә хөкөм итергә.
       - 1997 йылда дуҫымдың кәңәше буйынса үҙ эшемде астым, - тип һөйләй бөгөнгө геройыбыҙ. - Сервис үҙәге инженеры булараҡ, клиенттарҙан көн дә бер үк һорауҙы ишетә инем: "Ҡайҙа картридж һатып алып була?" Аңлашыла, тимәк, был тауар менән һатыу итеп була. Һәм мин изге кәңәш менән файҙаландым - һәм бөгөнгәсә үкенмәйем.
       Башта беҙ компаньоным менән эшләнек һәм бер ни тураһында ла уйламаныҡ. Ә 3-4 йылдан һуң... Башта янғын һүндереүсе килде һәм беҙгә ҡаты шелтә менән янаны. Һуңынан - һалым, дәүләт, милиция... Һинең үҙ офисың булыуына, һәм уны үҙ көсөң менән йыһазландырыуға ҡарамаҫтан, уларҙың бөтә талаптарын үтәү мөмкин түгел. Әммә бөтәһен дә ташларға һуң ине - бары тик алға барырға һәм үҙ-үҙеңде күрһәтергә кәрәк.
       Һәм хәҙер, үткәнгә күҙ һалып, шуны әйтә алам: старт капиталы булһа, теләһә ниндәй эш менән шөғөлләнеп була. Ә беҙҙә капитал булманы. Талаптарҙың күплегенә һәм административ тотҡарлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙгә энтузиазм ярҙам итте.
       - Анатолий, бизнес менән шөғөлләнеү файҙалымы?
       - Болоттарҙан юғары табышлылыҡты көтөргә кәрәкмәй - 10-15 процент. Әгәр һеҙ күпкә өмөт итһәгеҙ, һеҙгә килмәйәсәктәр. Сер түгел, хәҙерге ваҡытта Өфөлә 60 фирма картридждар менән сауҙа итә. Бында икмәк менән оҡшашлыҡ үткәреп була, уның хаҡы бөтә ерҙә лә бер үк. Әммә был айырмаға ла йәшәп була, айырыуса һеҙҙә ғаилә бизнесы ҙур булмаһа. Бөтә мәсьәлә тик әйләнештә: ул ни тиклем юғары, табыш та күберәк. Әлеге ваҡытҡа тиклем шундай эшҡыуарҙар бар, улар 90-сы йылдарҙағыса эшләргә теләй. Йәғни, хаҡтарҙы ике тапҡырға арттырып, бер нисә айҙан олигарх булырға. Әммә был осор, үкенескә ҡаршы, күптән үтте инде.
       - Һеҙҙең фирма нимә менән шөғөлләнә?
       - Башлыса, картридждар заправкалау, шулай уҡ яңыларын һатыу менән шөғөлләнә. Бынан тыш, беҙ компьютер техникаһы ремонты буйынса хеҙмәттәр күрһәтәбеҙ. Дүрт йыл дауамында компьютер һатыу буйынса йүнәлеште үҫтерергә тырышабыҙ, әммә юғары конкуренция арҡаһында был йүнәлеште үҫтереү ауыр.
       - Нимәгә һорау ҙур - картридждар заправкалауға йәки яңыларын һатыуға?
       - Әлбиттә, беренсеһенә. Һәм ул көрсөк шарттарында ла актуаль булып ҡала. Өҫтәүенә көрсөккә тиклем ике вариант булһа: заправкалау йәки яңыларын һатып алыу, ә хәҙер өсөнсө вариант ҡушылды: Ҡытайҙа етештерелгән картридж (ул ике тапҡырға осһоҙ). Схема түбәндәгесә: картридж заправкалана, әгәр был мөмкин булһа, ә һуңынан Ҡытайҙа етештерелгәне һатып алына. Был күпкә осһоҙға төшһә лә, оҙаҡ хеҙмәт итмәй.
       - Техник яҡтан ҡыйынлыҡтар бармы?
       - Һис шикһеҙ. Ғәмәлгә килгәндә, етештереүсегә уның аппараттарын заправкаламай торған итеп эшләү ауыр түгел. Миҫал өсөн, махсус микросхемалар ҡуйырға, быны билдәле япон брендтарының береһе эшләгән. Был эҙмә-эҙлекле, тәртип менән эшләнелә.
       - Үҙегеҙҙең картридждар заправкаланамы?
       - Әлбиттә! Был эштә нескәлектәр етерлек, улар тураһында тик белгес кенә белә ала. Кешеләргә, мәҫәлән, артабанғы ремонт күҙлегенән йорт һәм офис өсөн нимә һатып алырға кәңәш итер инек. Бында бер ниндәй ҙә коммерция мәнфәғәттәре күҙ уңында тотолмай. Ҡай саҡта эре магазинға инеп, 700 һумға принтер, ә һуңынан мең һумлыҡ картридж алған кешеләр йәл миңә. Шуның менән бергә ул беҙҙә мең һум тора, ә эре магазинда - 1,5 мең һум. Әммә кешеләр барыбер унан һатып ала - сөнки "ышаныслы"...
       Магазиндар кешеләрҙе алдай, тип әйтмәйем. Ҡай саҡта һатыусылар нимә рекламалағандарын белмәй. Асылда, принтер 700 һум тормай (уның хаҡы - ике мең), әммә етештереүсе бында зыянға һата, ә һуңынан бер меңгә картридж һата, ә уның хаҡы 150 һум тора. Шулай итеп ул элек юғалтҡанын ҡайтара.
       Тағы бер миҫал: бер аҙна элек беҙгә өйҙә бухгалтер булып эшләгән бер ханым килде. Ул беҙҙән һәр ваҡыт принтер өсөн бер мең һумлыҡ картридж һатып ала, һәм һәр ваҡыт, икенсе тапҡыр килгәнендә биш мең һум алып киләм һәм бына тигән лазер принтеры һатып алаñàºìûí, тип белдерә. Беҙ уға бөтә накладнойҙы һанап, һеҙ ошо ваҡытта ун мең һум сарыф иттегеҙ, тип әйтәбеҙ. Ә ул, яҡшы, ә иҫке принтерҙы ҡайҙа ҡуяйым, тип һорай. Ташлағыҙ, тим. Ә ул һаман да үҙенекен тыҡый, йәнәһе, иҫке принтер уға оҡшай. Магазинда һатыусылар әйтеүенсә, яҡшы принтер...
       Ҡыҫҡаһы, иҫке принтерҙы ташлап, яңыһын һатып алыу отошло. Ә ниндәй принтер һатып алырға - уныһы инде айырым мәсьәлә. Беҙ үҙебеҙ билдәле маркалар һәм моделдәр һатабыҙ, һуңынан уларҙы бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ хеҙмәтләндерә алабыҙ.
       - Көрсөккә килгәндә...
       - Хәҙер күп предприятиелар бурысҡа продукция һорай. Күп фирмалар бурысҡа картридждар алырға теләй. Замана үҙгәрҙе - түләгеҙ, ә иртәгә алырһығыҙ, тип яуап бирәм мин. Һуңынан фирма директоры шылтырата башлай. Был осраҡта бөтәһе лә кәйефтән тора - әгәр ул иртәнге сәғәттәрҙә күтәренке икән - бирәбеҙ, кәйеф булмаһа - юҡ. Әммә бурысҡа бирелгән картридждар суммаһы ғәйәт ҙур.
       - Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү йүнәлештәре хаҡында нимә әйтә алаһығыҙ?
       - Беҙ дәүләт ярҙамы көтәбеҙ. Президент белдереүенсә, бәләкәй бизнес административ баҫымдан азат булырға тейеш. Әммә ғәмәлдә, мәҫәлән, әлегә шул уҡ экологик паспортты бер кем дә юҡҡа сығарманы һәм алыу процедураһын ябайлаштырманы. Нимә ул экологик паспорт? Аңлатам: Ғәҙәттәр тыш хәлдәр министрлығы эргәһендә ниндәйҙер ойошма бар, ул, миҫал өсөн, минең был лампочканы ҡайҙа ташлаясағымды билдәләй. Баҡтиһәң, мин уларҙы ҡайҙалыр тапшырырға һәм бының өсөн аҡса түләргә тейеш булып  сығам. Был ойошма беҙҙең предприятиела ниндәй ҙә булһа материалдың яныу-янмауын тикшерә икән. Һәр предприятиела айырым электр кабеле булырға тейешлеген яңыраҡ белдек. Әгәр һеҙ торлаҡ йорттағы берәй бүлмәне ҡуртымға алһағыҙ, дөйөм кабель менән файҙалана алмайһығыҙ - үҙегеҙгә кабель үткәрергә кәрәк.
       - Конкуренттар менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр нисек?
       - Төрлө ваҡыт була. Кемгәлер бурысҡа бирәбеҙ. Конкуренттар араһында көнáàéûø өлгөһө (минең ҡарашҡа, улар кешеләрҙе алдай) буйынса эшләүселәр бар. Бындай алым, бәлки, күпләп һатырға һәм күп аҡса эшләргә ярҙам итәлер. Әммә беҙ, бәхеткә күрә, бындай "нәҫелдән" түгел. Табыш ҙур түгел, әммә нымыҫыбыҙ таҙа.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал