6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Классика клиптарҙа
07.05.09


       Ғабдулла Кариев исемендәге Ҡазан татар дәүләт йәш тамашасылар театры гастролдәр менән Өфөгә килде. "Нур" Өфө дәүләт татар театры сәхнәһендә бер аҙна дауамында көндөҙгө һœм киске спектаклдәр барасаҡ. Ҡазан артистары өфөләр иғтибарына татар әҙәбиәте классиктары һәм сит ил авторҙары әҫәрҙәре буйынса тамашалар тәҡдим итә.
       - Беҙ Башҡортостанда беренсе тапҡыр сығыш яһайбыҙ, - ти Ғабдулла Кариев исемендәге Ҡазан татар дәүләт йәш тамашасылар театрының баш режиссеры Ренат Әйүпов. - Өфө тамашасылары беҙҙе нисек ҡабул итер, әлбиттә, тулҡынланыу кисерәбеҙ.
       Ҡазан татар театры гастролдәре "Умырзая" спектакле менән асылды. Тематик тамаша бөйөк татар йырсыһы һәм композиторы Рәшит Ваһаповҡа арнала. Үткән йылда Татарстан Республикаһы Рәшит Ваһаповтың 100 йыллығын билдәләне. Иҫтәлекле дата алдынан Башҡортостанда байрам саралары үтте.
       - Пьеса оло быуын вәкилдәренә исемләнә, улар артист ижады менән яҡшы таныш, - ти Ренат Әйүпов. - Тамашаны музыкаль спектакль тип әйтеп була, сөнки унда яҡшы йырҙар күп. Рәшит Ваһапов күңеленә оҡшаған һәм ябай кешеләр яратҡан йырҙарҙы ғына башҡарған.
       Режиссер һүҙҙәренә ҡарағанда, Ҡазан дәүләт театры спектаклдәренең үҙенсәлеге шунда, уларҙы сәхнәләштергән ваҡытта балаларҙың ҡабул итеү үҙенсәлеге иҫәпкә алына. Хатта ауыр драматик ваҡиға клиптар серияһы кеүек ҡуйыла, унда бер арауыҡҡа бер нисә ваҡытлыса ваҡиға һыя.
       - Миҫал өсөн, Ғабдулла Туҡайҙың "Бесән баҙары"нда шағирҙың өс образы һүрәтләнә: беренсе образ - уның тормош көсө ташып тора һәм ул әҫәрҙәр ижад итә, икенсе - ул ауырый һәм түшәктә ята, өсөнсө - Туҡай бала, киләсәктә яҙыусы буласаҡмын тип уйламай, - ти Ренат Әйүпов. - Монтажлы тип аталған спектакль килеп сыҡты. Театр репертуарына ингән күп спектаклдәр ошондай принцип буйынса ҡуйылған. Улар араһында "Йософ һәм Зөләйхә" - дини эпос сәхнәләштерелгән. Китап 12 бүлектән тора, һәр береһе буйынса фильм төшөрөргә йәки спектакль ҡуйырға була. Әммә беҙ бөтә новелланы берҙәм арауыҡта бирергә тырыштыҡ.
       Режиссер белдереүенсә, театр репертуарын татар прозаһы һәм хәҙерге драматургия әҫәрҙәре тәшкил итә.
       - Беҙ балалар менән эшләгәс, милли нәфис әҫәргә мөрәжәғәт итәбеҙ, - тип һүҙен дауам итә Ренат Әйүпов. - Беҙҙең бурыс шунда: мәктәп программаһы әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәр йәштәрҙе татар теленә өйрәтергә тейеш. Улар телгә алынған "Бесән баҙары", "Йософ һәм Зөләйхә" эпосы, Ғәлимйән Ибраһимовтың "Алмала ат" әҫәре.
       Ҡазан татар театры артистары өфөләргә ике премьера тәҡдим итмәксе - "Нисек миллионер булырға?" (драматург Мансур Ғиләжев пьесаһы буйынса) һәм "13-ө һанлы люкс" (Рей Куни әҫәре буйынса).
       - Мансур Ғиләжев "Нисек миллионер булырға?" комедияһын 2007 йылда яҙған. Быйылғы миҙгелдә спектаклдең премьераһы булды, - ти Ренат Әйүпов.
       "Нисек миллионер булырға?" спектакленә килгәндә, ул комедия. Тамаша íèìœ õàºûíäà šó¾? Œгәр ябай егет боронғо татар ырыуы ҡыҙына өйләнһә, уның бер сәғәт эсендә нисек байып китеүе тураһында. Әгәр егет был шартты үтәһә, ул Америкала йәшәгән туған-тыумасаларынан туй бүләге сифатында ун миллион доллар аласаҡ. Кәләш йәшәгән ауылдың кешеләре ҡәҙерле ҡунаҡты ҡаршыларға әҙерләнә. Сюжет үҫешендә аңлашыла, байлыҡ аҡсалар менән түгел, ә мөхәббәт һәм ысын кеше мөнәсәбәттәре менән үлсәнә.
       Рей Куни әҫәре буйынса ҡуйылған "13-ө һанлы люкс" спектакле Ҡазан татар театры репертуарында "Ул, һөйәркә һәм тәҙрә" исеме менән бара. Был спектаклде саҡырылған режиссер Азат Зарипов сәхнәләштергән.
       - Нимәһе ҡыҙыҡ, әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы Татарстанға күсерергә тәҡдим иттем - геройға түбәтәй кейҙереү - быны шулай атайбыҙ, - ти Ренат Әйүпов. - Премьера Англияның зиннәтле апартаменттарында эшләгән йәш булмаған дипломат тураһында түгел, ә һөйәркәһе менән ҡунаҡханала осрашҡан район депутаты хаҡында.
       Ҡазан татар йәш тамашасылар театры экспериментҡа ҡыйыу бара. Паоло Коэльо әҫәре буйынса ҡуйылған "Алхимик" спектакле бынû иҫбатлай.
       - Популяр авторҙың әҫәрен сәхнәгә ҡуйыу, уңышһыҙлыҡҡа тарыуға әҙер булыуҙы аңлата, - ти Ренат Әйүпов. - Паоло Коэльо әҫәрҙәрен уҡырға кәрәк, ә сәхнәлә уның романдарының интерпретацияһы - был фантастика өлкәһенән. Башта материалды биреү еңелдән булманы, һәм беҙ наркотиктарға ҡаршы пропаганда алып барыу тураһында спектакль ҡуйырға булдыҡ. Ваҡиға Ҡазанда, наркомандар йыйылған ихатала бара. Уларҙың береһе наркотиктарҙы ташларға ҡарар итә, әммә ул ҙур доза ҡабул иткән, һәм үлем менән көрәшә. Уның менән ошондай хәл килеп сыҡҡас, дуҫтары уны ташлай. Ошо мәлдә спектаклгә Сантьяго образы индерелә, Паоло Коэльоның "Алхимик" китабынан төп герой, ул ярҙам ҡулы һуҙа. Йәш кеше аңлай: тормош бер тапҡыр бирелә, ул баһалап бөтөргөһөҙ байлыҡ. Әммә был фекер оло юл үткәндән һуң ғына килә.
       Ғабдулла Кариев исемендәге Ҡазан татар дәүләт йәш тамашасылар театры спектаклдәре Өфөлә үҙ тамашасыларын тапты. Был жанрҙарҙың төрлөлөгө, әҙәби әҫәрҙәрҙе үҙенсәлекле стиль менән биреү, артистарҙың оҫталығы менән аңлатыла. Гастролдәр 8 майға тиклем дауам итә.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал