6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Республика балалар клиник дауаханаһы: бөгөн һәм иртәгә
06.05.09


       Республика балалар клиник дауаханаһы төбәктең күп профилле дауалау учреждениеһы булып тора. Бөгөн алдынғы дауахана нисек хеҙмәтләндерә, һуңғы йылдарҙа нимәгә өлгәшкән һәм киләсәккә уның пландары ниндәй? "БАШвестЪ" хәбәрсеһе ошо һорауҙарҙы асыҡлау маҡсаты менән Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Рөстәм Әхмәтшин менән әңгәмә ҡорҙо.
       - Медицина ярҙамы сифатын күтәреү һәм уны уңайлы итеү, шул иҫәптән балаларға ла, социаль сәйәсәттең мөһим мәсьәләләренең береһе булып тора. Һеҙҙең дауаханала хәлдәр нисек? Ниндәй аҙым ҡабул ителә?
       - Медицина ярҙамы сифатын күтәреү өсөн беҙҙә Республика консультатив поликлиника эшләй. Унда республиканың бөтә райондарынан килгән балаларға йәшәү урындары буйынса дауаланыу өсөн рекомендация бирелә. Беҙ медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын контролдә тоторға тырышабыҙ, пациенттар ҡәнәғәтме йәки юҡмы, быны ла асыҡлайбыҙ.
       - Ниндәй юл менән?
       - Анкета таратабыҙ. Анкеталар ярҙамында мәсьәләләр исемлеген булдырабыҙ. Үҫмерҙәр, шулай уҡ балалары менән дауаханала ятҡан ата-әсәләр анкета тултыра. Был анкеталарға анализ үткәрәбеҙ һәм булған проблемаларҙы хәл итәбеҙ.
       Бынан тыш, Республика балалар клиник дауаханаһында клиник-эксперт эш алып барыла, бүлек мөдирҙәре пациентҡа күрһәтелгән медицина ярҙамы сифатын, шулай уҡ баш табип урынбаҫарҙары ауырыу дауаланып сыҡҡандан һуң бөтә документацияны контролдә тота.
       - Йылына нисә бала һеҙҙең ҡул аша үтә?
       - Йыл һайын беҙ 25 меңдән ашыу балаға консультация бирәбеҙ, шуның 17 меңе дауаханала дауалана. Был һанға "ашығыс ярҙам", санитар авиация линияһы буйынса беҙгә ингән балаларҙы ла ҡушырға кәрәк.
       - Башҡортостан Президентының Мөрәжәғәтнамәһендә, балаларҙың һаулығын һаҡлауға иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк, тип әйтелә. Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк?
       - Минең ҡарашҡа, бында саралар комплексы талап ителә. Балаларҙың һаулығын бер медицина менән генә яҡшыртып булмай.
       - Балалар һаулығын һаҡлау буйынса ниндәй алымдар бар?
       - Беҙҙә, миҫал өсөн, диабет мәктәбе, хроник диализда ауырыуҙар өсөн мәктәп, психосоматик һаулыҡ мәктәбе, ҡан ауырыуҙары менән ауырыусылар өсөн мәктәп, астма, артро мәктәптәре, "үҙенсәлекле бала" мәктәбе бар. Беҙҙең эш тематик әңгәмәләр һәм практик дәрестәр үткәреүгә ҡайтып ҡала. Республика балалар клиник дауаханаһы эргәһендәге һаулыҡ мәктәбенә килеүселәр күп һорауҙарға яуап таба ала. Әйтәйек, бөйөр етешмәүсәнлеге көсәймәһен өсөн, өйҙә бала ҡанында шәкәр кимәлен нисек билдәлœргә йәки ниндәй диета кәрәк?
       - Кадрҙар темаһына күсәйек. Балалар дауаханаһы табиптарға ҡытлыҡ кисермәйме?
       - Кадрҙар етешмәй. Медиктарҙың етешмәүе, беҙҙең дауаханала ғына түгел, ә бөтә һаулыҡ һаҡлау системаһында күҙәтелә. Бөгөнгө көндә Республика балалар клиник дауаханаһы буйынса уртаса комплектлау 51 процент тәшкил итә. Табиптар, шәфҡәт туташтары, һәм, әлбиттә, санитаркалар етешмәй.
       - Табиптар ғилми эш менән шөғөлләнергә өлгөрәме?
       - Әлбиттә, унһыҙ булмай. Беҙҙә эшләгән белгестәр ғилми дәрәжәгә эйә. Уларҙың күбеһе медицина фәне кандидаты йәки докторҙар.
       Әйтергә кәрәк, Республика балалар клиник дауаханаһы базаһында Башҡорт дәүләт медицина университетының 13 кафедраһы эшләй. Университеттың профессор-уҡытыусылар составы беҙҙең дауахана табиптары менән тығыҙ эш итә. Диагностика һәм дауалау технологиялары бергә үҙләштерелә.
       - Республика балалар клиник дауаханаһы ҡарамағында булған Кохлеар имплантация үҙәге тураһында нимә әйтер инегеҙ?
       - Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда ишетеү һәләтен юғалтҡан 1200 бала иҫәпләнә. Шуның 200-ө - бөтөнләй һаңғырау, улар менән ишетеү һәләтен тергеҙеү буйынса саралар үткәрергә кәрәк. Әлегә 47 балаға кохлеар имплантация яһалды. Тағы ла 64 бала тулыһынса мåдицина тикшереүе үтте һәм оператив дауаланыуға әҙерләнде.
       Статистика күрһәтеүенсә, яңы тыуған мең балаға бер һаңғырау бала тура килә. Бындай балаларҙы асыҡлау буйынса эш алып барыла. Бының өсөн "аудиологик скрининг" тип аталған махсус программа эшләй.
       - Ағымдағы йылда кохлеар имплантация буйынса нисә операция планлаштырыла?
       - Беҙ 40-ҡа яҡын операция үткәрергә әҙер. Бөтәһе лә финанслауға ҡайтып ҡала. Операция үҙе бушлай, ә бына имплант 1,5 миллион һум тора.
       Үткән йылда 2008-2010 йылдарға Башҡортостан Республикаһында кохлеар имплантация буйынса Президент программаһы раҫланды. Бындай сара медицинаның был өлкәһен финанслауҙы ҡарай. Ағымдағы йылда импланттар һатып алыу һәм кохлеар имплантация буйынса операция үткәреү өсөн шарттар булдырыуға 17 миллион һум бүленде. Беҙ ете имплант һатып алдыҡ, Өфө хакимиәте тағы ете имплант һатып алыр өсөн аҡса бүлергә тейеш.
       - Һүҙ аҡса тураһында бара... Республика балалар клиник дауаханаһы нисек финанслана?
       - Беҙҙең бюджет үткән йыл кимәлендә ҡалды - көрсөк арҡàһында ул артманы. Әммә республика Президенты, Башҡортостан Хөкүмәте беҙҙе онотмай, беҙ улар яғынан даими ярҙам алабыҙ. Шулай итеп, 2008 йылда, раҫланған бюджеттан тыш, беҙгә магнит-резонанс томограф һатып алыу өсөн аҡса бүленде - 90 миллиондан ашыу. Республика ҡалаларында һәм райондарында балаларға ярҙам күрһәтеү өсөн ике реанимобиль, микробиологик анализатор һатып алдыҡ.
       Кохлеар имплантация үҙәген йыһазландырыу өсөн беҙгә республика ҡаҙнаһынан 40 миллион һум инде. Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының хәйриә, махсус счеты  иҫәбенән биш миллион һум алдыҡ.
       - Хәҙерге ваҡытта дауаханала ниндәй юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә?
       - Үткән йылда дауахана туғыҙ төр буйынса юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүҙә лицензия алды. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән коллегалар яңы алымдар менән танышырға килә. Күптән түгел беҙҙә Һарытау, Новосибирск, Кемерово яҡтарынан табиптар булып китте.
       Әйткәндәй, беҙҙең дауахана 2008 йыл йомғаҡтары буйынса продукция (тауарҙар) һәм хеҙмәттәр сифаты өлкәһендә Башҡортостан Президенты премияһы конкурсында еңеүсе булды. Президент указы менән Республика балалар клиник дауаханаһына почетлы беренсе урын бирелде. 2006 йылда беҙҙең дауахана республиканың иң яҡшы дауалау учреждениеһы тип танылды. Бынан тыш, Рәсәй балалар дауаханалары ассоциацияһы беҙҙе йыл һайын илдең иң яҡшы балалар дауаханаһы булараҡ диплом менән бүләкләй. Әлбиттә, беҙ артабан да иң яҡшылар рәтендә булырға тырышабыҙ.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал