6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Ышаныслы еңеү
06.05.09


       Рәсәй йыйылмаһы АҠШ һәм Латвия командаларын ышаныслы еңеп, төркөм этабын тамамланы. Күптәрҙә өмөт барлыҡҡа килде. Йәнәһе, беҙҙекеләр яҡшы уйнай, һәм проблемалар ҙа аҙ сығып тора. Туҡтағыҙ, әфәнделәр, проблемалар сыҡмай, сөнки әлегә беҙгә ҡаршы уйнаған командалар көсһөҙ. АҠШ командаһын насар тип әйтеп булмай, әммә ул үтә йәш һәм тәжрибәһеҙ, ҡапҡа һаҡсыһын да иң яҡшылар рәтенә ҡуймаҫ инем. Ә Латвия командаһы тураһында етди һүҙ алып барырға кәрәк - был команданың чемпионаттың плей оффына сығыуына ҡарамаҫтан, ул етди дәғүәсе түгел.
       Ике матчта ла уңышлы уйын - беҙҙең хоккейсыларҙың яҡшы кәйефтә булыу һөҙөмтәһе ул. Вячеслав Быков һәм Игорь Захаркин үҙҙәренең тәрбиәләнеүселәрен сағыу хоккейға әҙерләй белә, хоккейсылар ҙа матур уйнарға, үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтергә теләй. Берәүҙәр быйылғы йыйылмала урын алыуҙарын иҫбатларға теләй, ҡалғандар, КХЛ-да плей-офф уйындарын насар үткәреүгә ҡарамаҫтан, үҙ-үҙен күндерә, уларҙың ҡулынан килә. Донъя чемпионатында "алтын" алыу - ул батырлыҡ, еңеү менән ҡайтҡас, улар герой була. Ә алда тағы ла Олимпиада, унда иң-иңдәр генә барасаҡ. Күптәрҙең әлеге йыйылма составтан төшөп ҡалыуы ихтимал.
       АҠШ менән матчта беренсе урын өсөн уйнаныҡ. Илья Брызгалов башта уҡ үҙ ҡапҡаһына шайба үткәрҙе. Һуңынан ул ышаныслы уйнаны, әммә "бөтә матч дауамында ете ҡат тир сығарҙы һәм ҡапҡа янында орсоҡ кеүек әйләнде" тип әйтеп булмай.
       Әлбиттә, Олег Сапрыкин һәм Александр Радулов американдарға үҙҙәренең һөмһөҙ булыуҙарын күрһәтте. Ике аныҡ пас, ике уйналған комбинация. Сапрыкин арҡаһы менән ҡапҡаға торған килеш биргән пас күптәрҙең хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр. Һаҡсы был пасты туҡтата алманы. Ә унан һуңғы гол бик дәртле булды. Александр Радуловтың был голға ҡыуанғанын күрһәгеҙ...
       Суперснайпер Александр Пережогин шулай уҡ ҡаршы яҡ ҡапҡаһын яулай алды. Ул көслө уйын күрһәтте, ҡапҡа һаҡсыһы Роберт Эш яуап итеп уның супершлемына һуғып алды. Их, Роберт, Роберт! Рәсәйҙә һин иркәләндең шикелле. Суперснайпер СКА ҡапҡа һаҡсыһынан да, АҠШ президентынан да ҡурҡмай шул. Суперснайпер ҡаршы ҡапҡаны һәм уның эйәләрен еңеү өсөн 400 ышаныслы алым белә.
       Был матчта Пережогин һөҙөмтәле пас яһаны. АҠШ 1:4 иҫәбе менән еңелде.
       Латвия хоккей командаһы ҡапҡаһын Эдгарс Масальскис һаҡланы. Был уйында беҙҙең ҡапҡала Александр Еременко ышаныслы торҙо. Ул ни бары бер шайба үткәрҙе - был лайыҡлы күрһәткес.
       Масальскис ҡапҡаһы артында алты тапҡыр ут тоҡанды. "Салауат Юлаев" командаһынан Алексей Терещенко, Олег Твердовский һәм Александр Пережогин яҡшы уйын күрһәтте.
       Осрашыу һөҙөмтәһе - 6:1. Рәсәй был ике команданы ҡыйратты һәм төркөм этабында еңеү яуланы. Алда белорустар менән сирекфинал. Уларҙың ҡапҡаһын Андрей Мезин һаҡлай. Кемдер был донъя форумында уйын өсөн уны шәп ҡапҡа һаҡсыһы тип һанай, әммә беҙ, рәсәйҙәр, беләбеҙ, индергән бер нисә шайбанан һуң матчта уны алмаштырыуҙары ихтимал...

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал