6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Еңеү парадында ҡатнашҡан
05.05.09


       Советтар Союзы Геройы Корнеев Иван Ильичты Ҡаҙағстанда, Һамарала (Куйбышев) һәм Башҡортостанда "үҙҙәренеке" тип һанайҙар. Был аңлашыла. Иван Корнеев 1914 йылдың 5 майында Караганда өлкәһендә тыуған. Уның ата-әсәһе Башҡортостанға күсеп килә, шуға күрә ул хеҙмәт ҡыуанысын башҡорт ерендә татый. Иван Корнеев ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Ейәнсура районы "Һаҡмар" совхозында эшләй. 1936 йылда ауылдаштары уны Ҡыҙыл Армияға оҙата. Ул Алыҫ Көнсығышта, Монголияла артиллерия тубын тоҫҡаусы булып хеҙмәт итә. 1939 йылға тиклем армияла була. Тиҙҙән Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1941 йылдың июлендә Иван Ильичҡа яңынан һалдат шинеле кейергә тура килә, ә ноябрҙә ул фашистарға ҡаршы һуғыша башлай. Иван Корнеев үҙенең хәрби юлын Эльбала тамамлай. 1945 йылда гвардия сержанты Иван Ильич демобилизациялана һәм Куйбышев өлкәһендә йәшәй. Бына ни өсөн Советтар Союзы Геройы Иван Ильич Корнеевты бер юлы өс урында "үҙҙәренеке" тип һанайҙар.
       "Ҡаҙағстандар - Советтар Союзы Геройҙары", "Ватан хаҡына батырлыҡ" (Куйбышев), "Башҡортостандың данлы улдары" тигән китаптарҙа һуғыш ҡыҫҡаса һүрәтләнә, уның өсөн Иван Ильич Корнеев 1945 йылдың 28 февралендә Советтар Союзы Геройы исеме ала.
       2009 йылдың 5 майында Иван Ильичҡа 95 йәш булыр ине. Беҙ Еңеү көнө алдынан уның батырлығы тураһында һөйләргә булдыҡ. Өҫтәүенә Иван Ильич 1945 йылдың йәйендә Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадында ҡатнашҡан.
       I Белоруссия фронты Иван Ильичтың һуңғы фронты була. Ул 147-се гвардия артиллерия полкында тоҫҡаусы була. Еңеү йылы башлана. Фашистар ҡаршылыҡ күрһәтә. Әммә I Белоруссия фронты ғәскәрҙәре аяуһыҙ һуғыш барышында Швибус, Линдсберг, Мезериту, Цюлликау ҡалаларын ала һәм дошмандың әҙер позицияларында нигеҙләнә.
       Өлкән сержант Корнеев та үҙенең орудие расчеты менән һуғышҡа әҙерләнә. Орудие юл сатындағы бейеклектә йәшеренә. Иван Корнеев тағы бер тапҡыр орудиены ҡарап сыға, һуғыш кәрәк-яраҡтарын тикшерә. Снарядтар һәм броня тишкестәр, яндырғыстар етерлек була.
       Фашистар иртәнге ваҡытта һөжүмгә бара. Дошман колоннаһына бер нисә танк, егерменән ашыу бронетранспортер ярҙам итә. Танкылар туранан-тура Корнеевҡа табан килә башлай. Иван Ильич ҡаушап ҡалмай, ул пушка көбәген танкы яғына йүнәлтә. Танкты шунда уҡ ут ялмап ала. Корнеев орудиены бороп, колонна артында барған танкыны икенсе снаряд менән яндыра. Ғауға башлана, әммә, гитлерсылар аңына килеп, бейеклеккә ташлана. Корнеев уларҙы автоматтан ҡыра башлай. Ул яңынан орудиеға тотона һәм дошман танкыларын тар-мар итә. Корнеев үҙенең бейеклеге, терәк пункты өсөн бер үҙе гитлерсылар өйөрө менән һуғыша. Уның көсө ҡалмай, снарядтар ҙа бөтөп килә. Әммә өлкән сержант  Корнеев беҙҙең танкыға һөжүм итергә мөмкинлек бирә.
       Һуғышта өлкән сержант Корнеев дошмандың бер нисә хәрби машинаһын һәм тере көсөн тар-мар итә. Был турала корпус командирына хәбәр итәләр.
       - Минең янға өлкән сержант килһен! - генерал шундай приказ бирә.
       Корнеев үҙенең килеүе тураһында рапорт биргәс, генерал артиллеристы ҡосаҡлап:
       - Бер үҙеңә тулы колонна йүнәлгәс, ҡурҡыныс булманымы?
       - Башта ҡурҡыныс булды, генерал иптәш.
       - Ә нигә артҡа сигенмәнең?
       - Сигенә белмәйем. Беҙ - гвардеецтар!
       Генерал батырлыҡ өсөн ҡыҫҡа ваҡытҡа ял бирә. Әммә Корнеев ялдан баш тарта. Һуғыш бөтмәгән. Генералға был яуап оҡшай. Ул өлкән сержантҡа Советтар Союзы Геройы исемен бирергә ҡарар итә. Стәрлетамаҡ журналисы Алексей Пучкин "Суворов һуғышы" тигән очеркында Иван Ильич Корнеевтың һуғышын шулай һүрәтләй. И.И. Корнеевты наградлау документында былай тиелә: "1945 йылдың 15 ғинуарында Пабьянице ҡалаһында (Польша) фашистар төркөмөн тар-мар итеү буйынса аяуһыҙ һуғыш барҙы. Гитлерсылар ҡамауҙан ысҡынырға ынтылып, бер туҡтауһыҙ һөжүм итте.
       Корнеев дошмандың ике танкыһын яндырҙы, ә ҡалғандарын кире боролорға мәжбүр итте. Дошман һөжүм итә башланы. И.И. Корнеев уларға пулялы туп менән атты. Дошман һөжүм итеүен дауам итте. Корнеев фашистарҙы граната менән һәм автоматтан тар-мар итте.
       И.И. Корнеевҡа 1945 йылдың 27 февралендә Советтар Союзы Геройы исеме бирелäå".
       Иван Ильич Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана. Уның исеме Өфөлә Еңеү паркында алтын хәрефтәр менән яҙылған.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал