6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Дәүләт контроле

Ыуылдырыҡ сәсеү ваҡытында балыҡ тотоу тыйыла
05.05.09


       Балыҡтар майҙа ыуылдырыҡ сәсә. Шуға күрә 1 майҙан 10 июнгә тиклем уларҙы тотоу тыйыла. Быны һәр балыҡсы тиерлек белә. Әммә ҡайһы бер балыҡсылар был ҡағиҙәне үтәп бармай. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ªулланыусылар баҙары өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙар менән көрәш һәм административ закондарҙы үтәү буйынса үҙәãå начальнигы урынбаҫары Олег Яковлев белдереүенсә, быйыл хатта ҡармаҡ менән дә балыҡ тотоу тыйыла.
       Башҡортостанда "Башҡортостан Республикаһында балыҡсылыҡ һәм һыу биоресурстарын һаҡлау тураһында" республика законы балыҡ тотоу ҡағиҙәләрен булдыра. 2009 йылдың 5 апреленән Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡ приказы көсөнә инде. Ул Яҡтыкүл һәм Көньяҡ Үләнде күлдәрен, Нөгөш һыу һаҡлағысын, шулай уҡ Ағиҙел йылғаһында ике участканы: уның башынан Әнгәсәк ауылы (Дүртөйлө районы) сигенә һәм Бачурино ауылынан алып Тоҙло тауға (Өфө районы) тиклем балыҡ тотоу өсөн тыйылған урындар сифатында билдәләне. Олег Яковлев һүҙҙәренә ҡарағанда, күрһәтелгән һыу ятҡылыҡтарында һыу биоресурстарын табыу даими тыйыла.
       Бер ҡасан да һәм бер ерҙә лә тоторға ярамаған балыҡ төрҙәренә иғтибар итергә кәрәк. Ул бикре, бағыр, ҡыҙылбалыҡ һәм бәрҙе. Бынан тыш, Урал йылғаһы бассейнында уҡбалыҡ тотоу тыйыла. Тотолған балыҡтың иң аҙ размеры күрһәтелгән ҡағиҙәләр буйынса яңылыҡ булып тора. Шулай итеп, әгәр тотолған уҡбалыҡтың буйы 42 сантиметрҙан кәм булһа, уны һыуға ебәрергә кәрәк. Ағасаҡ, һыла балығы һәм һаҙан 40 сантиметрҙан кәм булырға тейеш түгел, ҡорман балығы - 25 сантиметр, суртан - 32, йәйен - 90, йылға ҡыҫалаһы - 10 сантиметр.
       Милиция һәм балыҡ надзоры органдары "Ыуылдырыҡ сәсеү" операцияһы үткәрә. Боҙоусылар РФ Енәйәт кодексының 256-сы статьяһына ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырыла. Яза сифатында ҙур штраф йәки билдәле вазифалар менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итеëåï, ике йылға иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Тотолған браконьерҙан балыҡ тотоу өсөн тәғәйенләнгән ҡорал һәм йөҙөү средстволары тартып алына, улар яңынан ҡайтарылмай. Браконьер шулай уҡ дәүләткә, хайуандар донúяһына килтергән зыян күләмен ҡапларға тейеш. 2008 йылда республикала законһыҙ балыҡ тотҡан өсөн 307 енәйәт эше ҡуҙғатылған.
       Беҙҙең белешмә. Башҡортостанда 13 мең тирәһе йылға, ике мең күл, 400-ҙән ашыу яһалма һыу ятҡылығы бар. Әлеге ваҡытта 12 йылғала, 46 күлдә һәм 11 һыу һаҡлағысында һәм быуала кәсеп алып барыла.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал