6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Нимә ул психотерапия
05.04.04


       Үҙ йәшәйешебеҙҙә нимәнелер күҙ уңынан ысҡындырыу ыбыҙ, көтөлмәгән ваҡиғаның өйрәнелгән көнкүрештән йолҡоп а лыуы, ул ғына ла түгел, ауырыуға килтереүен аңлағас та беҙ в рачтарҙан - психолог йә психотерапевттарҙан ярҙам эҙләй башл айбыҙ. Ошо мөһим ярҙам төрө тураһында беҙ бөгөн "Башкирэнерг о" асыҡ акионерҙар йәмғиәте психотерапевты Оксана Васильевна
       Шульгина менән һөйләшәбеҙ.
       - Күптәр психотерапияның ниндәй осраҡта ярҙам итеүен аңла п етмәй. Һеҙҙең һөнәрегеҙҙең асылы нимәлә
       - Психотерапия - ул күңел терапияһы. Ул проблемалары барл ыҡҡа килгән, күңел кисерештәре "йырып сыға алмаҫлыҡ" хәлгә ю лыҡҡан кешеләр менән эшләү. Психотерапевт пациентҡа үҙ пробл емаһын тәрәнерәк һәм асығыраҡ күрергә, уны хәл итеүҙең иң от ошло юлын табырға ярҙам итә. Көс һөҙөмтә булдырыуға йүнәлтел ә, ғәҙәттә, бының өсөн дауа ҡулланылмай йәки бик аҙ миҡдарҙа
       ҡулланыла. Иң тәүҙә психотерапия - ул пациент менән докторҙ ың үҙ - ара мөнәсәбәте, был ваҡыт эсендә врач ауырыуҙың проб лемаһын аңларға һәм уға ауыр хәлдән сығырға ярҙам итә. Психо терапия - психологик проблемалары ғына түгел, һаулыҡ яғынан да проблемалары булған кешегә ярҙам итеүҙе үҙ эсенә ала, сөн ки беҙҙең ауырыуҙар психологик характерҙағы проблемалар һөҙө мтәһе икәнлеге фән тарафынан иҫбатлау тапты. Психотерапияның
       маҡсаты - пациентҡа эске гармония булдырырға ярҙам итеү. Па циенттың аңына уның проблемаһының асылын еткергәндә, эмоцион аль ҡыйынлыҡтан ҡотолорға, тормош проблемаларын хәл итергә, кеше менән тулы ҡанлы аралашырға ҡамасаулаған ҡайһы бер холо ҡ һыҙаттарын үҙгәрткәндә был мөмкин.
       - Дуҫтар менән аш бүлмәһендә йыйылып ултырғанда ла психот ерапия менән шөғөлләнергә була тигәнде аңлатамы был" Әммә пс ихология дуҫтар менән аралашыуҙан айырыла бит
       - Беренсенән, уҡыған ваҡытта психотерапевт башҡа кешенең проблемаһын аңларға өйрәнә. Белгес сеанстар ваҡытында үҙ иғт ибарын дауалау өсөн мөһим булған һорауҙарға йүнәлтә. Ә дуҫта рҙың ярҙамы ябай әңгәмә һәм кәңәш бирергә маташыуҙарға ҡайты п ҡала. Икенсенән, психотерапия процесында пациенттың ҡыҙыҡһ ыныуҙары, мәнфәғәте беренсе урында тора. Дуҫтар һәм таныштар ҙан айырмалы рәүештә психотерапевт клиент менән бергә үҙ про блемаларын тикшермәй. Дуҫтар иһә бер - береһенә ярҙам итергә
       тырышып үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашыусан, ә был һәр ваҡыт ы ңғай һөҙөмтәгә килтерә тип бер ҙә ышандырып булмай.
       - Үҙ эшегеҙҙә һеҙ ниндәй алымдар ҡулланаһығыҙ
       - Бөгөн психотерапевттың арсеналы бик бай һәм пациенттың үҙенсәлектәренән һәм теләктәренән сығып э итергә мөмкинселек
       бирә. Минең эшем консультация менән генә сикләнмәй. Йыш ҡын а ғаилә һәм төркөм психотерапия алымын ҡулланам. Ике психоте рапевттың бергә эшләү мөмкинселеге лә бар.
       - Һеҙгә башлыса ниндәй проблемалар менән мөрәжәғәт итәләр а
       - Әлеге ваҡытта йыш ҡына врач ҡушыуы буйынса психологик я рҙам һорап мөрәжәғәт итәләр, яҡын кешеһе менән кәңәшләшеп үҙ
       теләге буйынса килеүселәр һирәгерәк. Башта мин клиенттан пс ихотерапияға ҡарашы, уның ярҙамында нимәгә өлгәшергә ынтылыу ы, хәүефтәре тураһында һорашам. Психотерапевтҡа мөрәжәғәт ит еү өсөн сәбәптәр етерлек, әлбиттә, әммә һуңғы арала шәхси йә ки ғаиләлә барлыҡҡа килгән проблемалар, тулы ҡанлы профессио наль эшмәкәрлек һәм карьераға ҡағылышлы һорауҙар, яңғыҙлыҡта н йонсоу йәки башҡа кешеләр менән аралашыуҙа тыуған проблема ларҙы хәл итеүҙә ярҙам һорап киләләр. Ҡайһы берҙәре үҙ тормо штары менән ҡәнәғәт түгел.
       - Бөгөн бик күптәр үҙҙәрен психолог йәки психотерапевт ти п атай. Шуға күрә ысын психологты ялғанынан нисек айырырға т игән һорау тыуа.
       - Әгәр һеҙҙең проблемағыҙҙы бер - ике сеанс эсендә хәл ит ергә вәғәҙә итәләр икән, был ялған. Беренсенән, психотерапев т һәм психолог "алтын тауҙар" вәғәҙә итмәй. Икенсенән, псих отерапевт башта кешенең проблемаһын аңларға тырыша. Икенсенә н, психотерапевт кәңәш бирмәй, ул клиент үҙ проблемаһын үҙе хәл итһен өсөн кәрәкле ситуация булдырырға тырыша. Ялған пси хлолг иһә шунда уҡ кәңәштәр бирергә тотона. Һәм, әлбиттә, ма хсус юғары белем тураһында диплом булырға тейеш.

Наталья Васильева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал