6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Персона

Фронтовиктар алдында баш эйәйек!
05.05.09


       Үҙ ғүмерендә бөтәһен дә күргән
       Фронтовиктар күп ҡалманы.
       Осраанда юл бир,
       Һәм улар алдында баш эй!
       Был шиғыр юлдарын Красноярскиҙан фронтовик Иван Погорелов яҙған. Николай Михайлович Васьков был юлдарҙан өҙөмтә килтерергә ярата. Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Николай Васьков Днепр йылғаһы аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ була. Ул мәктәп уҡыусылары менән йыш осраша һәм уларға һуғыш тураһында һөйләй.
       Асылда, Николай Михайловичҡа оҙаҡ һуғышырға тура килмәй. Фронтта ул етди йәрәхәтләнә. 1943 йылдың башында армияға алына.
       Николай Михайлович хәтерләүенсә, ул буйға бәләкәй (ни бары 155 сантиметр) һәм үтә ябыҡ булған. Һәм ул армияла бер аҙ үҫә төшкән (уның буйы 178 сантиметрға еткән). Николай Васьков 1943 йылдың көҙөн яҡшы хәтерләй:
       - Мин армияға алынғанда, Советтар Союзының хәле күтәренке ине. Ул ваҡытта беҙҙең ғәскәр Сталинградта еңеү яуланы. Кешеләрҙең тылда ла һәм фронтта ла күңеле күтәрелеп китте. Һалдаттар теләһә ниндәй шарттарҙа фашистарҙы тар-мар итте.
       Николайҙы һәм 1925 йылда тыуған егеттәрҙе башта хәрби училищеға ебәрәләр. Уларҙың иҫәпләүҙәренсә, уҡыу бер йыл барырға тейеш ине. Әммә 1943 йылдың июлендә Орлов-Курсê дуғаһында яңы хәрби кампания башлана, уларҙың уҡыуы өҙөлә - фронтҡа ебәрәләр.
       - Ул ваҡытта бөтә пехота училищеһы курсанттарын Мәскәү өлкәһе Гороховец лагерына ебәреү тураһында приказ сыҡты, - тип һөйләй Николай Михайлович. - Унда беҙҙе фронтҡа оҙатыу өсөн тиҙләтелгән тәртиптә әҙерләнеләр. Ҡыҙыл Армия һөжүмгә барҙы. Бөтә курсанттарҙы ҙур бер эшелонға туплап, Полтаваға оҙаттылар. Беҙ килгәндә, ҡараңғы төн ине. Бындай төндө һис ҡасан күргәнем булманы. Әммә, төнгө ҡараңғылыҡҡа ҡарамаҫтан, немецтар ҙур эшелон килеүен һиҙҙе, һәм уны бомбаға тотто. Беҙ хатта поездан төшөп өлгөрмәнек. Эргәлә генә кукуруз баҫыуы ине. Беҙ ҡурҡа төштөк һәм шунда уҡ кукуруз араһына йәшерендек. Күбеһенә 18-ҙә тулмаған, күп офицерҙар үҙҙәре лә яңы ғына хәрби училище тамамлаған ине.
       Һалдаттар Полтаванан Днепрға тиклем йәйәү барған. Николай Михайлович хәтерләүенсә, яраланған немец һалдаттары уларҙың ҡаршыһына осраған.
       - Беҙ әкренләп кенә алға барҙыҡ, сөнки беҙҙе даими бомбаға тоттолар. Немецтар артҡа сигенһә лә, Ҡыҙыл Армияны туҡтатырға өмөтләнеп, беҙҙе аяуһыҙ бомбаға тотто. Беҙ Днепрға яҡышлаштыҡ. Был 1943 йылдың октябрендә булды. Днепр йылғаһы аша  сығыу оҙаҡҡа һуҙылды. Йылға ағымы буйынса яҡынса 700 километр алыҫлыҡта 30-ға яҡын ауыл күренде, унда һыу аша сығыу планлаштырылды. Немецтар Днепрҙы үтеп сыға алмаҫтай сиккә әйләндерергә иҫәп тотто. Был улар өсөн уңайлы ине.
       Николай Михайлович Днепр йылғаһы аша сығыуҙы оҙаҡҡа һуҙылған көрәш тип атай. Бөтә ғәскәрҙәрҙең 90 проценты йылға ярҙарында тупланған ине:
       - Немецтар үҙҙәренең еңелеүен һиҙҙе. Улар бөтә көсөн һуғышҡа ташланы. Гитлер сигенергә рөхсәт бирмәне. Немецтар Днепрҙа барған алышта, Мәскәү янында барған һуғышҡа ҡарағанда, бик күп һалдатын юғалтты.
       Николай хеҙмәт иткән йәйәүлеләр батальонын II Украина фронтының етенсе механизацияланған корпусының 63-ө мотомехбригада составына индерәләр. Днепр йылғаһы аша сыҡҡан ваҡытта башта еңел техниканы алға ебәрһәләр, ә һуңынан һуғышҡа пехотаны оҙаттылар.
       - Немецтар ҡараңғы төшөү менән бомбаға тота башлай, - тип хәтерләй Николай Михайлович. - Улар йылға аша сығыу урынын бер нисә тапҡыр бомбаға тотто. Беҙҙең техника йылғаға батты. Баш осонда снарядтар оса, күҙгә бер ни ҙә күренмәй. Тирә-яҡта төтөн, ут яҡтыһы, янған самолеттар... Ҡот осҡос күренеш. Беҙҙең пехота батальоны Днепр йылғаһы аша сығыуға өлгәштå.
       Днепр аша сыҡҡас, беҙҙең ғәскәр немецтарҙы бәреп сығара һәм уларҙың территорияһын биләп ала. Николай Михайловичҡа немец окобында төн үткәрергә тура килә:
       - Окоп киң (80 сантиметр тирәһе), бейек (180 сантиметр), яҡшы итеп йыһазландырылған ине. Күрәһең, немецтар унда оҙаҡ ултырырға ҡарар иткәндер. Улар бында совет ғәскәрҙәренең бар һөжүм итеү көсөн тоторға уйлағандыр, моғайын. Днепрҙың яры мәтеле ине. Шуға күрә окоп стеналарында һауыт-һаба, снарядтар, төрлө көнкүреш кәрәк-яраҡтары өсөн уйым уйылған ине. Иҙәндә ҙур булмаған өҫтәл ҡалған, стеналағы уйымда көҙгө, ҡырыныу приборы ята. Немецтарҙың йәһәт кенә йыйыныуы һиҙелә. Батальон командирҙары иртән-иртүк үҙҙәренең һалдаттарын эҙләне. Бөтәһе лә буталанды, беҙ эҙләүгә генә ике сәғәт сарыф иттек. Һуңынан бер аҙ ҡапҡылап алғас, тағы ла юл алдыҡ. Оҙаҡ барырға тура килде.
       Немец ғәскәрҙәрен ҡыуып етеү һәм уларҙы ҡыйратыу совет ғәскәрҙәренең төп бурысы ине. Немецтарҙың бер туҡтауһыҙ бомбаға тотоуҙарына ҡарамаҫтан, алға барырға тура килде, тип хәтерләй Николай Михайлович.
       - Барған атышҡа иғтибар бирмәй башланым. Башлыса оло йәштәге ирҙәр көйәләнде, уларҙы ҡатындары һәм балалары көтә ине. Ә мин бер кем өсөн дә яуаплы түгел инем.
       Һалдаттар бер көн эсендә 30-35 километр юл үтте. Ә кисен поход кухняһы килде.
       - Мин эсмәй һәм тартмай инем, - тип һөйләй "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһенә Николай Михайлович. - Шуға күрә араҡы һәм махорканы икмәккә, майға һәм шәкәргә алмаштырҙылар. Алмаштырыу өсөн сират торҙолар. Һуғышта үҙенсәлекле шундай бартер булды. Шуға күрә минең әйбер тоғомда нимә генә юҡ ине...
       Бер саҡ кискеһен, поход кухняһы килгәс, Николай рота командиры һәм санитар инструктор менән немецтарҙан ҡалған ҙур булмаған окопка инеп ултыра.
       - Атыу бер минутҡа ла тынманы, - тип хәтерләй Николай Михайлович. - Бер снаряд беҙ ултырған окоп өҫтөнә төштө. Был мәлдә мин үҙемде генә ишетә инем. Ҡалғандар һәләк булды... Мин башта бер ни ҙә аңламаным, аяғыма ҡапыл ғына эҫе булып китте. Баҡтиһәң, минең аяғым һәм ҡулым йәрәхәтләнгән икән. Минең өҫтә яңы форма ине, шуға күрә санитарҙан кейемде киҫмәүен үтендем. Ә ул мине баштан-аяҡ бинтҡа урап, тормаҫҡа, тип приказ бирҙе. Төнгә ҡарай яралылар артынан машина килде һәм беҙҙе медсанбатҡа алып киттеләр.
       Яраланған Николайҙы Полтава өлкәһенең район үҙәге Кобелякиға алып киләләр, унда ялан госпитале урынлашҡан була. Уны фронт өсөн өмөтһөҙ тип таáàëàð һәм беренсе поезд менән Курск ҡалаһына оҙаталар. Унда Николай бер ай госпиталдә ята, һуңынан уны Өфөгә оҙаталар, унда Николай тулыһынса дауалана.
       - Миңә аҙ һуғышырға тура килде, - ти Николай Михайлович. - Әсәйем миңә: "Һин бәхетле булып тыуғанһың", тип әйтә торғайны. Беҙҙең взводтан, 40 кешенән мин бер үҙем иҫән ҡалдым бит. Немецтар, артҡа сигенһә лә, ут кәртәһе ҡалдыра ине. 1925 йылда тыуғандар кәмей. Беҙҙе мәктәп эскәмйәһенән алып киттеләр, уҡытып та өлгөрмәнеләр һәм бер ниндәй әҙерлекһеҙ фронтҡа оҙаттылар.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал