6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
30.04.09


       Май байрамдары башлана. Шуға күрәме бөтәһе лә тиерлек май байрамдарын тикшерә, бер-береһенә байрам пландары тураһында һөйләй, кәңәштәр бирә... Күп кешеләр, асыҡланыуынса, 1 майҙы ҡала ситендә үткәрергә йыйына. Кемдер баҡсаһында эшләйәсәк, ә кемдер күл буйына барып, шашлыҡ ҡыҙҙырасаҡ, ә кемдер тәбиғәт ҡосағында ял итергә хыяллана.
       Ҡыҫҡаһы, беҙ бөтәбеҙ ҙә май байрамдарын көтәбеҙ. "Май байрамдары" тигән төшөнсәгә шул тиклем күнектек, был көндәрҙә ниндәй байрам билдәләйбеҙ - асылда мөһим түгел.
       Элек 1 май кешеләр өсөн иң яратҡан байрамдарҙың береһе áóëàí. Кешеләр ҡулдарына транспоранттар, лозунгылар һәм ҡыҙыл флагтар тотоп, демонстрацияға сыға торған áóëàí. Ата-әсә һөйләүҙәре буйынса, 1 май байрамы күңелле үткән: демонстрацияла төрлө йырҙар яңғыраған, үҙәк урамдар бер тауыштан ҡысҡырған "Ура!" һүҙҙәренә күмелгән.
       Элек 1 Май бөтә ил эшсәндәренең халыҡ-ара теләктәшлек көнө сифатында билдәләнгән. "Тыныслыҡ! Хеҙмәт! Май!" киң таралған лозунг булған. Был байрам һәр саҡ киң билдәләнгән, әммә шуның менән бергә 1886 йылдың 1 майында Чикагола булған фажиғәле ваҡиға тураһында мотлаҡ иҫкә төшөргәндәр. Америка эшселәре һигеҙ сәғәтлек эш көнө талап итә һәм забастовка ойоштора, уларҙың демонстрацияһы ҡанлы бәрелеш менән тамамлана. Нәҡ шул ваҡыттан донъяның күп илдәре 1 майҙы байрам көнө яһай.
       Ваҡыт үтеү менән был байрам беҙҙең илдә үҙенең сәйәси характерын юғалтты. 1992 йылда был байрам Яҙ һәм Хеҙмәт көнө тип үҙгәртелә. Әммә оло быуын вәкилдәре элек үткән күмәк демонстрациялар õàºûíда бөгөнгәсә һағынып è¿êœ àëà.
       Шулай итеп, беҙ хәҙер 1 Май байрамын ял итеү өсөн өҫтәмә мөмкинлек тип ҡабул итәбеҙ. Өҫтәүенә беҙ ысынлап та яҙғы каникулға китәбеҙ.
       1 Май - Яҙ һәм Хеҙмәттең яҡты байрамы. Ул күптән инде изге йолаға, ғаилә байрамына әүерелде һәм һәр саҡ яҡшы кәйеф, яҡты өмөттәр менән билдәләнә. Байрам көндәрендә һәр кем күңеленә оҡшаған шөғөл таба һәм һауа торошо, ниһайәт, беҙгә тәбиғәт ҡосағына сығырға мөмкинлек бирә. Һәм беҙ бергәләшеп яҙға, ҡояшҡа шатланабыҙ. Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал