6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Персона

Даһи дөрөҫлөгө
30.04.09


       Сергей Аксаковтың мемориаль йорт-музейында Федор Шаляпинға арналған уникаль күргәҙмә асылды. Башҡортостанға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Риганан экспонаттар килде. Улар араһында артистың аудио-кинотаҫмалар альбомы, һирәк мәҡәләләр, фотографиялар, открыткалар комплекты, йырсы тормошо һәм эшмәкәрлеге буйынса яңы тикшеренеүҙәр, Шаляпиндың Японияла, Ҡытайҙа, Скандинавия илдәрендә булыуы тураһында китаптар бар. Былар Төбәк-ара Шаляпин үҙәге Өфө бүлексәһенә тапшырылған бүләктең бер өлөшө.
       Экспозицияны асыу көнөндә "Шаляпинды тыңлап" тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисә үтте. Унда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары башҡарыуында Шаляпиндың вокал әҫәрҙәре яңғыраны. Төбәк-ара Шаляпин үҙәге Өфө бүлексәһе рәйесе Елена Замрий Европала Шаляпин урындары буйынса сәйәхәт тәьҫораттары, уның ҡыҙы - Марина Федоровна менән осрашыуû, бөйөк йырсының мираҫын һаҡлау буйынса алып барылған эштәр тураһында һөйләне.
       - Рәсәйҙә Федор Шаляпин берекмәләре, түңәрәктәр барлыҡҡа килә башланы, һуңынан улар Шаляпин хәрәкәтенә әүерелде,- ти Елена Замрий. - Уның башында Федор Шаляпиндың өлкән ҡыҙы - Ирина булды, ул, йырсының башҡа балаларынан айырмалы рәүештә, Рәсәйҙә йәшәне. Атаһы үлгәс, ул бөйөк йырсының тормошон һәм ижадын пропагандалау буйынса эш башлай. Ирина Федоровна - актриса. Ул Мәскәүҙә йәшәне, һәм уның тирәләй күренекле йырсының ижадын һөйөүселәр йыйылды. Нәҡ ошо осрашыуҙар базаһында Шаляпин үҙәге Мәскәү бүлексәһе барлыҡҡа килде.
       Мәскәү бүлексәһе 1992 йылда теркәлә. Шул уҡ йылда Федор Шаляпин тыуған ҡалала - Ҡазанда, бүлексә барлыҡҡа килә, бер нисә айҙан һуң - Өфөлә һәм Санкт-Петербургта. Бер-бер артлы яңы бүлексәләр асыла башлай - Вяткала, Ригала, Сыктывкарҙа, Харьковта. Бөгөнгө көндә Төбәк-ара Шаляпин үҙәгенең 14 бүлексәһе бар. Америкала һәм Ҡытайҙа филиалдар асыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла.
       - Шаляпин үҙәге бүлексәләре тураһында күп һөйләргә була. Һәр төбәк Федор Шаляпиндың тормошон һәм ижадын өйрәнеүҙә үҙ өлөшөн индерә, - ти Елена Замрий. - Өфө филиалы шуның менән айырыла, тикшеренеү эшмәкәрлегенән тыш балалар менән эшкә ҙур иғтибар бүленә. Махсус программалар һәм методикалар эшләнгән, уның ярҙамында Федор Шаляпин ижады менән танышыу балалар баҡсаһынан һәм мәктәптән башлана. Бынан тыш, Өфөлә бөйөк йырсыға арналған төрлө конкурстар үткәрелә.
       Елена Замрий һүҙҙәренә ҡарағанда, Ирина Федоровна ике тапҡыр Өфөлә булған. Һәм ул үҙенең бер килеүендә Өфөнө Шаляпиндың ижади тормош бишеге тип атаған. Галина Александровна Бельская Ирина Шаляпина әйткән һүҙҙәрҙе девиз рәүешендә ҡабул итеп, оҙаҡ йылдар дауамында Өфө филиалын етәкләй. Уның беренсе  тикшеренеү эше "Өфө - Федор Иванович Шаляпиндың ижади тормош бишеге" исеме менән донъя күрҙе.
       - Өфөлә бөйөк йырсының исемен мәңгеләштереү буйынса башҡарылған бөтә эштәр - ул Галина Бельскаяның ҡаҙанышы, - ти Елена Замрий. - Беҙ ул башлаған эште дауам итәбеҙ. Галина Александроâна төбәк филиалдарының етәкселәре менән таныш ине. Айырыуса Санкт-Петербург һәм Ҡазан менән тығыҙ бәйләнештә булды. Златоус һәм Владимир филиалдарын асыуҙа булышлыҡ итте.
       Ул йылдарҙа Галина Бельскаяға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән материалдар ебәрҙеләр. Әле лә Өфө филиалына уникаль документтар килә.
       - Вятканан килгән документ менән нисек ҡыҙыҡһынмайһың инде, - ти Елена Замрий экспозиция менән таныштырып. - Шаляпиндың ата-әсәһе Вятканан. Уның бөтә йыр системаһы, халыҡсанлығы, рухы Вятканан. Вятка филиалы вәкилдәре беҙгә Федор Шаляпинға арналған китаптар, гәзиттәр бүләк итте. Бөйөк йырсы бер нисә тапҡыр Ригала булған, концерт залдарын, айырыуса ундағы мөхитте яратҡан. Риганан беҙгә уникаль йыйынтыҡтар ебәрҙеләр.
       Тамбов филиалы Өфө бүлексәһен уникаль коллекция менән тулыландырҙы, уларҙы Андрей Белкин йыйған. Өфө филиалына тематик материалдар туплаған 300-ҙән ашыу ҡағыҙ килде. Унда Шаляпин, уның ғаилә ағзалары фотографиялары, йырсы һүрәте булған гәзиттәр, открыткалар бар. Ҡазан филиалы уникаль экспонаттар ебәрҙе. Ҡазанда Максим Горькийҙың әҙәби-мемориаль музейы бар, ә яҙыусы оҙаҡ йылдар дауамында Федор Шаляпин менән дуҫ булған, шуға күрә унда зал булдырылған. Ирина Федоровна, музейға барғас, Шаляпиндың шәхси әйберҙәрен һәм рояль бүләк иткән. Ҡазан филиалы йыл һайын Шаляпин уҡыуҙары үткәрә.
       - Елена Замрий һүҙҙәренә ҡарағанда, Федор Шаляпин ижады менән етди мауығыу, уның тормошон үҙгәрткән.
       - 1997 йылда Галина Бельская менән таныштым, ул миңә Шаляпинды "асты", һуңынан мин бөйөк йырсы менән ҡыҙыҡһына башланым. 2007 йылда Италияла булған ваҡытта мине Марина Федоровна ҡабул итте. Беҙ ике тапҡыр осраштыҡ, беҙҙең һөйләшеү дүрт сәғәт ярым дауам итте, - тип хәтерләй Замрий.
       Елена Замрий Марина Федоровна менән әңгәмәһен мәҡәләләр серияһында һүрәтләй.
       - Марина Федоровна бер нисә бүлмәле ҙур булмаған йортта йәшәй, һәм бер ниндәй коридор, артыҡ урын, әйбер юҡ. Марина Федоровна ғәжәйеп әңгәмәсе. Ул тарихҡа, дингә, мөхәббәткә, әҙәбиәткә, автомобиль йөрөтөүгә (ул 17 йәшендә беренсе тапҡыр руль артына ултыра һәм 94 йәшенә тиклем машина йөрөтә) ҡарата булған үҙенең ҡарашы тураһында һөйләне. Март айында уға 97 йәш тулды.
       Әлбиттә, Марина Федоровна менән осрашыуҙа һүҙ бөйөк йырсы тураһында ла барған.
       - Ул аҡыллы кеше ине... - Марина Федоровна һүҙҙәренән өҙөмтә килтерә Замрий. - Атайым һәр ваҡыт таҙа рус телендә һөйләште. Атайым насар һүҙҙәр һөйләмәне. Уның ауыҙынан һүгенеү һүҙе ишетмәнем. Ул был һүҙҙәрҙе ҡулланманы. Быны ул матур түгел тип һананы. Атайым матур итеп кейенеп йөрөнө, уның хәрәкәт итеүе лә матур ине, дөйөм алғанда, ул матур кеше ине.
       - Марина Федоровна атаһының даһилығы тураһында ла һөйләне, - ти Замрий. - Шуға күрә уның даһиҙар тураһында әйткән бер ôåêåðåí килтереү урынлы булыр. "Даһиҙар беҙгә дөрөҫлөк бирә. Һәм беҙгә уны аңларға һәм киләсәк быуын өсөн һаҡларға кәрәк".

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал