6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәтер

Фронт көндәлеêòœðе
29.04.09


       Антонина Марюткина өсөн иң ауыр ваҡыт - апрель аҙағы-май башы. Антонина Владимировнаның күңеле хискә тула, ул осраған һәр ветерандың күҙенә текәлеп ҡарай һәм уларҙа ярты быуаттан ашыу ҡотҡарып ҡалған ғүмер һыҙаттарын эҙләй. Ауырыу ҙа үҙен белгертеп тора - Антонина Владимировнаның фронтта алған яралары тынғы бирмәй. Сәскәләр, үткән йылдың фильмдары, Еңеү тураһында йырҙар, - былар бөтәһе лә ҡыуандыра, һәм шул уҡ ваҡытта көйөндөрә.
       - Мин тормошто яратам, - ти Антонина Марюткина. - Еңеү көнө алдынан кәйеф үҙгәреүсән: күңелле, сөнки һуғыш тамамланған, шул уҡ ваҡытта моңһоу ҙа, сөнки полкташтар күп ҡалмàан. Тарихты оноторға ярамай, шуға ла һуғыш тураһында һөйләргә ашығам.
       Антонина Марюткина Волга буйынäа, Сталинградта тыуған. Тоняға дүрт йәш булғанда, атаһы үлә. Әсәһе ҡыҙы менән Камышин ҡалаһына күсеп китә. Тоня һәр саҡ үҙаллы булырға ынтыла һәм, ете синыфты тамамлағас, медицина техникумына инергә ҡарар итә. Ул журналист йәки яҙыусы була ала ине. Тоня шиғырҙар яҙҙы, көндәлек алып барҙы. Әҫәрҙәрен әхирәттәренә уҡып ишеттерә. Әсәһе иң талапсан тәнҡитсе булды. Һәм ул ҡыҙына һәр һүҙ өҫтөндә етди эшләргә кәңәш итте. Антонина әсәһенең кәңәштәренә иғтибар итте һәм үҙенең ижад дәртен һаҡланы. 1939 йылда ул медицина техникумын тамамлай. 1941 йылда һуғыш башланғас, Антонина хәрби комиссариатҡа килә һәм фронтºа ебәреүҙәрен һорай. Унда Тоняға оҫталығын шымартырға тәҡдим итәләр. 1942 йылдың йәйендә Сталинград тамуҡҡа әйләнә. Антонина Бурмистрова ут эсенә эләгә.
       - Минут һайын яралыларҙы килтерҙеләр, - тип хәтерләй ветеран. - Табиптар тәүлек буйына операция яһаны. Ниндәй генә яра күрергә тура килмәне. Янған, аяҡ-ҡулдары өҙөлгән, эске органдары сыҡҡан кешеләрҙе күрҙем.
       Антонина бер нисә урында эшләй: ҡала госпиталендә һәм күсмә санитар нөктәләрҙә. Һәм тағы ҡаланы патруллек итте. Комсомол патруле яндырғыс бомбаны һүндерҙе - ҡалала, унда бар төҙөëөш ағастан, бындай "яндырғыс" бәлә-ҡаза янай. Антонина Владимировна Төньяҡ Донец йылғаһында булған операцияны үҙенең тәүге тапҡыр һуғышҡа инеүе тип һанай.
       - Медиктар күпер буйынса өс машинала килде, - тип һөйләй Антонина Марюткина. - Бер туҡтауһыҙ бомбаға тотҡан немец самолеттарынан һауа ҡараңғыланды. Күпер емерелде, ике санитария машинаһы һыуға батты, ә беҙҙеке имен ҡалды. Яралыларҙы àë-ял áåëìœé сығарырға тура килде. Яугирҙарҙың хәле шәптән түгел ине. Беҙ төркөмдәргә бүлендек һәм һалдаттарҙы палаткаларға ташыныҡ. Ара - 200 метр. Һуңынан икенсе төркөмгә тапшырҙыҡ.
       Яу яланында буш ваҡыт юҡ тиерлек. Әммә Антонина хәрби листокты биҙәү буйынса шиғыр һәм йыр яҙыуын дауам итә. Уларҙың 839-сы батольонында майор Кобзарь була. Офицер йәш шәфҡәт туташының һәләтен күреп ҡала:
       - Яҙ, Тоня, яҙырға кәрәк. Беҙ китәбеҙ, ә хәтер ҡала. Кеше еңеүгә тиклем йәшәмәһә лә, уның фронт дәфтәре ҡала. Был хәтерҙе туғандары, яҡындары, полкташтары һаҡлаясаҡ.
       Тоняның фронт дәфтәрен "Шәфҡәт туташы", "Табипҡа рәхмәт", "Улыма хат", "Бәләкәй партизан" кеүек шиғырҙары тулыландырған. Антонина Владимировнаның фронт дәфтәрендә шулай уҡ ҙур булмаған поэма бар.
       - Немецтар сигенгәс, улар әйтерһең йыртҡысҡа әйләнде, - тип һүҙен дауам итә Антонина Владимировна. - Ауыл кешеләрен баҫыуға ҡыуҙылар, уларҙы бер рәткә теҙеп, автомат уты яуҙырҙылар. Ә һуңынан бөтәһен дә бер соҡорҙа яндырҙылар. Һуғышта күргәндәрҙе һөйләп бөтөп булмай...
       1944 йылда Антонина Владимировнаның әсәһе үлә.
       - Миңә һуғышҡа бармаһам да була ине, сөнки беҙ әсәйем менән йәшәй инек. Әммә мин фронтҡа барырға ҡарар иттем. Ул саҡта хәрби комиссариат әсәйем тураһында хәстәрләргә вәғәҙә итте.
       Әйткәндәй, Тоняның әсәһен хәрби комиссариат иҫәбенә ерләгәндәр.
       Йәш шәфҡәт туташы үҙенең батальоны менән бөтә Европаны үтә: Румыния, Венгрия һәм Австрияны азат итеүҙә ҡатнаша. Антонина Владимировна Еңеү көнөн Австрияла ҡаршылай.
       - Беҙгә һуғыш тамамланыуы тураһында әйттеләр, беҙ шул тиклем шатландыҡ, быны һүҙ менән генә аңлатып булмай, - ти ветеран. - Башта беҙ иланыҡ, һуңынан йырланыҡ, бер-беребеҙҙе ҡотланыҡ. Шул тиклем тыныс ине, беҙ беренсе тапҡыр ҡоштар һайрауын ишеттек.
       Һуғыш тамамланғас, Антонина Владимировна үҙенең хеҙмәтен Румûнияла бер йыл дауам итә. 1946 йылда ул осоусы-уҡсы Василий Марюткинға тормошҡа сыға. Улар үҙҙәренең никахын Клуш (Румыния) ҡалаһында теркәй. 1947 йылда Советтар Союзына ҡайталар.
       - Ирем Ишембайҙа тыуып үҫкән, шуға күрә беҙ Өфөгә ҡайттыҡ. 1948 йылда ҡыҙыбыҙ тыуҙы.
       Антонина Владимировна Өфөлә специальность буйынса эшләй: республика дауаханаһының хирургия бүлегендә хеҙмәт итә. Марюткина 12 йыл эшләгәндән һуң Эске эштәр министрлығы системаһына китә. Пушкин урамында урынлашҡан дауаханала 22 йыл эшләп, медицина хеҙмәтенең өлкән сержанты исемендә хаҡлы ялға сыға.
       Еңеү көнө алдынан һуғыш ветеранының буш ваҡыты юҡ тиерлек. Антонина Владимировна баш ҡала мәктәптәрендә йыш сығыш яһай, ветерандар советында ҡатнаша, журналистар менән осраша. Ә уның фронт көндәлеге тиҙҙән музейҙа урын аласаҡ - Хәрби Дан музейы уның менән ҡыҙыҡһына.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал