6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

"Сусҡа киҙеүе" тураһында
29.04.09


       Типик булмаған пневмония һәм ҡош киҙеүе... Был сир тураһында күп ишетергә тура килде. Ә бына Мексикала "сусҡа киҙеүе" тигән сир ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң? Һәм хәҙер "сусҡа киҙеүе" - беренсе номерлы яңылыҡ. Мәғлүмәт агентлыҡтары был сир менән ауырыу осраҡтары тураһында мәғлүмәт баҫтыра, белгестәр халыҡты киҙеү сиренән һаҡланырға саҡыра, ә халыҡ, үҙ сиратында, интернетта ауырыу симптомдарын, уны иҫкәртеү һәм дауалау ысулдарын эҙләй.
       "Сусҡа киҙеүе". Нимә ул? Был сир ҡайҙан килеп сыҡҡан? АМИ-ТАСС хәбәр итеүенсә, элек ул сусҡалар инфекцияһы һымаҡ билдәле булған. Был хайуандар араһында тәүге ауырыу осрағы үткән йылдың 70-се йылдарында теркәлгән. Иҫәпләнеүенсә, вирус кешегә ҡурҡыныс янамай, әммә 1999 йылда Ҡытайҙа сусҡа киҙеүенән ун айлыҡ ҡыҙыҡай үлә. 2007 йылда АҠШ-та кешеләрҙең сусҡа киҙеүе ауырыуы менән зарарланыу осрағы теркәлә. Был сир ағымдағы йылда яңынан баш күтәрҙе. 18 мартта Мексикала кешеләрҙең "сусҡа киҙеүе" менән ауырыуы теркәлә. Бөгөн был сир менән зарарланыусылар һаны 1,6 мең кеше тәшкил итә, 103 кеше үлгән. Канадала һәм АҠШ-та ауырыусылар асыҡланған.
       Вирус анализдары күрһәтеүенсә, һүҙ А/Н1N1 сусҡа киҙеүе тураһында бара. Вирустың был төрө иң элек йәш кешеләрҙе зарарлай, башлыса ир-атты. Вирус һауа юлы менән тарала. Төп симптомдары һыуыҡ тейеүҙән булған ауырыуҙарға оҡшаш - өшөп ҡалтыраныу, йүтәл, ангина, баш ауырыуы, хәлһеҙлек, ҡайһы бер осраҡтарҙа ҡоҫоу һәм эс китеү.
       - Был сирҙе ҡурҡыныс тип әйтеп булмай, - ти "Роспотребнадзор"ҙың БР буйынса идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары Нәсимә Күсемова. - Бында иң мөһиме - уны ваҡытында диагностикалау, ауырыуҙы айырым урынлаштырыу һәм уны дауалай башларға.
       - Беҙҙең республикаға инфекцияның инеүе икеле, - ти Нәсимә Әхмәтсафа ҡыҙы. - Вирусты иҫкәртә алабыҙ.
       Белгестәрҙең төп иғтибары республиканың һауа ҡапҡаларына йүнәлтелгән - "Өфө" халыҡ-ара аэропортында тәүлек әйләнәһенә эпидемиологтар бригадаһы дежурҙа тора, ә килгән пассажирҙар дистанцион термометрия процедураһы үтә.
       - Әгәр кешенең тән температураһы күтәрелһә, табип шунда уҡ уны ҡарай һәм, әгәр кәрәк тип тапһа, уны айырым урынға урынлаштыра һәм дауалай башлай, - ти Күсемова.
       Дауалау учреждениелары тулыһынса әҙерлек хәлендә, уларҙа дарыу препараттары етерлек һәм пациенттар өсөн урындар әҙерләнгән. Вирустарҙы һәм микроорганизмдарҙы тикшереү өсөн лаборатор база бар.
       Киҙеү тураһында бөтәһе лә белә. Шуға күрә уны иҫкәртеү ҙә билдәле - шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә, температура менән эшкә йөрөмәҫкә һәм был сир теркәлгән илдәргә сәфәрҙән баш тартырға.
       Әйткәндәй, Н1N1 яңы вирустың рәсми атамаһы, ул Атлантта беленгән, - "Калифорния 042009". Рәсәйҙең Баш дәүләт санитар врачы Геннадий Онищенко был сирҙе иҫкәртеү буйынса үҙ тәҡдимдәрен әйтте.
       - Иң элек, кешеләргә аңлатырға кәрәк: ҡурҡыныс янаған райондан ҡайтҡан кеше, иң беренсе сиратта, табипҡа барырға тейеш, - ти Онищенко. - Табипҡа мөрәжәғәт итеү артыҡ сара булмаҫ. Һаҡланыу сараларын үтәргә кәрәк, уға "махсус битлек кейеү, ауырыуҙы айырым урынға урынлаштырыу һәм табипты саҡырыу" ҡарай.
       "Сусҡа киҙеүе" вирусын асыҡлау буйынса тикшеренеүҙәр һуңғы ваҡытта туҡтатылды, сөнки потенциал "ҡош киҙеүе"н өйрәнеүгә йүнәлтелде. Ғалимдар баһалауынса, яңы вирусҡа ҡаршы вакцина булдырыу бер йылдан кәмерәк ваҡыт аласаҡ.
       Рәсәйҙә "сусҡа киҙеүе" вирусы таралыуына юл ҡуймау буйынса хөкүмәт комиссияһы булдырылған. Бынан тыш, Мексиканан һәм АҠШ-тың бер нисә штатынан ит, шулай уҡ Кариб бассейны илдәренән сусҡа ите ҡуйыу тыйылды. Башҡортостанда был вирустың барлыҡҡа килеүен иҫкәртеү буйынса оператив штаб áóëäûðûëäû.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал