6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Төрөк журналистарының сәфәре
28.04.09


       Рәсәйҙәр ялға ҡайһы тарафтарға юл аласаҡ? Әлбиттә, Төркиәгә, унда йылы диңгеҙ (берәү генә түгел), һәм үҫешкән сервис бар. Һәм путевкаларҙың хаҡы ла, донъялағы финанс көрсөгөнә ҡарамаҫтан, ул тиклем тешләшмәй. Рәсәйҙең ниндәй ҡалалары сит ил кешеләрен йәлеп итә икән? Бында беҙ Американы асмайбыҙ: Мәскәү һәм Санкт-Петербург.
       Йәл, Башҡортостан Республикаһы үҙенең баш ҡалаһы Өфө менән туристик бизнес үҙәктәре исемлегенә әлегә инмәй. Әммә хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртергә өмөт бар, һәм был йүнәлештәге тәүге аҙымдарҙың береһе яһалды. Ағымдағы йылдың мартында Өфөлә "Истанбул-Өфө-Истанбул" рейсы асылды. Ә үткән шәмбелә "Өфө" халыҡ-ара аэропорты төрөк журналистары десантын ҡаршыланы. Уларҙың маҡсаты - Башҡортостан менән танышыу һәм "Төркиә авиалиниялары" авиакомпанияһы башҡарған рейсты үҫтереүгә башланғыс һалыу.
       "Төркиә авиалиниялары" авиакомпанияһының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Гокалп Язир етәкселегендәге делегация составына Төркиәнең алдынғы киң мәғлүмәт саралары - "Хөррийәт", "Милләт", "Эйркюль", "Сабах", "Йенишафак" гәзиттәре, "Төркиә хәбәрҙәре", ДХА, "Анадолу ажансы" агентлыҡтары, Төркиә телерадиокомпанияšû - хеҙмәткәрҙәре ингән. Өфөгә шулай уҡ "Turkish airlines"тың Рәсәйҙәге генераль вәкиле Мефаил Дерибаш килде. Ул 6 мартта "Истанбул-Өфө-Истанбул" рейсы менән таныштырыуҙа ҡатнашҡан һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙә ышаныс белдергән. Бәхәсһеҙ, ике республиканың да күрһәтерлек уңыштары бар, һәм был планда перспективалар яҡшы.
       Ике көн эсендә күп нәмәләр менән танышыу, әлбиттә, мөмкин түгел. Әммә республиканың Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы ярҙамы менән ҡабул итеү яғы - БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ Төркиә ҡунаҡтарына туризмды үҫтереү мөмкинлектәрен күрһәтеү өсөн барыһын да эшләне. "Балалар университеты" коммерция булмаған белем биреү учреждениеһы эргәһендә булдырылған "Алтын һыуһар" экскурсия үҙәге мауыҡтырғыс программа әҙерләгәйне. Коллегаларҙың теләктәре лә иҫәпкә алынған.
       Ҡунаҡтарҙың маршруты "Сауҙа йорто" сауҙа-эш комплексында (ул үткән быуаттың 90-сы йылдарында төрөк белгестәре ҡатнашлығында төҙөлгән) "Сармат алтыны" экспозицияһы менән танышып, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәге аша үтте. Ҡунаҡтарға был урын таныш. Был ерҙән бер кем дә сувенирһыҙ китмәй. Бындағы сувенирҙар һәр кемгә етерлек. Комплекстың икенсе ҡатында урынлашҡан "Сармат" сувенир лавкаһын ғына алайыҡ. Башҡортостанда етештерелгән сувенир продукцияһының бөтә төрө был сауҙа нөктәһенең кәштәләрендә һәм витриналарында урын алған. Башҡорт халыҡ кейемдәре, милли ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәре, йомшаҡ уйынсыҡтар, бетеүҙәр, ыҡсым ҡурсаҡтар, аҫыл ташлы муйынсыҡтар, значоктар, туҙҙан, ағастан, күндән, Урал ташынан, кейеҙҙән һәм башҡа материалдарҙан изделиелар... Күптән түгел был ассортиментҡа Филипп ҡурғанында табылған алтын болан күсермәһе өҫтәлде. Ул ҡунаҡтарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итте.
       Һуңынан ҡунаҡтар баш ҡаланың иҫтәлекле урындарының береһенә - Салауат Юлаев һәйкәленә юл алды. Делегация Конгресс-холл бинаһы янындағы туй кортеженың күплегенә иғтибар итмәй ҡалманы. Яңы тормош ҡорған йәштәр бер-бер артлы һәйкәл яғына ағылды. Бында фотохәбәрселәр өсөн иркен. Төрөк ир-аттары ҡатнаш никах һанының күплегенә хайран ҡалды. Башҡортостан күп милләтле республика. Шуға ла Марат һәм Елена, Сергей һәм Гөлнара һәм башҡа славян һәм төрки исемдәрҙең бәйләнешенә беҙ күнеккәнбеҙ. Өҫтәүенә сит ил гражданы менән никахлашыу һирәк күренеш түгел.
       Йәш парҙар менән аралашҡандан һуң делегация Өфөнөң төньяғына юл алды. Ҡунаҡтар Октябрь проспектының киңлегенә һәм баш ҡалала барған төҙөлөш майҙандарына иғтибар итмәй ҡалмағандыр. Өфө көндән-көн үҫә.
       "Ләлә-Тюльпан" мәсетендә намаҙҙан һуң төрөк журналистары Төркиә инвесторҙары ярҙамы менән төҙөлгән "Русджам-Өфө" предприятиеһына юлын дауам итте. Был предприятиела, үткән йыл йомғаҡтары буйынса, төрлө эсемлектәр өсөн бер миллиард 100 миллиондан ашыу шешә етештерелгән. Бында өфөләргә 700 эш урыны булдырылған. Сифат буйынса директор Эрджан Кахраман һүҙҙәренә ҡарағанда, был Төркиә менән Башҡортостандың уңышлы хеҙмәттәшлек өлгөһө.
       Сәфәрҙең икенсе көнөндә ҡунаҡтарҙы Красноусол шифаханаһы ҡаршыланы. Делегация республиканың иң популяр шифаханаһы менән танышты. Ҡайһы бер корпустарҙы реконструкциялауҙа шулай уҡ төрөк белгестәре ҡатнашҡан.
       Төркиә делегацияһының ике көнлөк сәфәре тамамланды. Тәбиғәт šœì êåøå ресурстары етерлек. Тейешле инфраструктура булдырырға кәрәк. Көньяҡ республиканы ла ысын туристик ожмахҡа әйләндереү өсөн күпме йылдар киткән бит.
       "Балалар университеты" коммерция булмаған белем биреү учреждениеһы директоры Венера Белова һүҙҙәренә ҡарағанда, "Башҡортостандың алтын ҡулсаһы" маршрутын ентекләп эшләргә кәрәк. Проект бар, ә сервис селтәре үҫмәгән. Айырым объекттар, туристар күп ваҡыт сарыф итмәһен өсөн, бер-береһенә яҡын булырға тейеш. Экскурсоводтар төркөмөн алдан әҙерләргә кәрәк. Төркиә журналистарының Башҡортостанда үткән сәфәре бына ниндәй уйланыуҙар тыуҙырҙы. Сиратта - беҙҙең туроператорҙарҙың Истанбулға сәфәре.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал