6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Проекттар, акциялар

Еңеү таҫмаһы
28.04.09


       Иғтибарлы булығыҙ! Яҡ-яҡҡа ҡарағыҙ! Георгий таҫмаһы алыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ! 24 апрелдән "Мин хәтерләйем, мин ғорурланам" исеме менән Бөтә Рәсәй акцияһы старт алды. Тимәк, волонтерҙар ҡала урамдары буйлап йөрөй һәм ҡыҙғылт һары-ҡара таҫмалар - Еңеү көнө, һуғыш ветерандарына хәтер һәм рәхмәт символын тарата.
       "Георгий таҫмаһы" акцияһы тәүге тапҡыр 2005 йылда Мәскәүҙә үтте. Ул саҡта кешеләр Еңеү таҫмаһы менән ҡыҙыҡһынды. Һәм Рœсәй Хөкүмәте илдең бөтә төбәктәрендә лә акция үткәрергә ҡарар итте. Әммә был акция бөтә донъя иғтибарын йәлеп итте, һәм үткән йылда 50 илдең миллиондарса кешеләренә Георгий таҫмалары таратылды. Греция, Украина, Белоруссия, Үзбәкстан, Эстония, Латвия, Франция, Италия, Германия һәм Бельгия акцияла иң әүҙем ҡатнашыусылар тип танылды. Георгий таҫмаһы йыһанда ла булырға өлгөрҙө.
       Ни өсөн Георгий таҫмаһы Еңеү көнө символы итеп һайланған? Күптәрҙә бындай һорау барлыҡҡа киләлер, моғайын. Был ике төҫлө таҫма башта Изге Георгий орденына, Георгий тәреһенә һәм Георгий миҙалына теркәлгән. Әммә ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында "Гвардия таҫмаһы" исеме менән совет награда системаһына ингән. Уны Дан ордены һәм "Германияны еңгән өсөн" тигән миҙал ҡалыбын биҙәүҙә ҡулланғандар. Таҫма төҫтәре - ҡара һәм ҡыҙғылт һары - "төтөндө һәм ялҡынды" аңлата һәм һуғыш яланындағы һалдаттың шәхси батырлыҡ билдәһе булып тора. Шуға күрә Георгий таҫмаһы - һуғыш геройҙары тураһында хәтер символы.
       Дүрт йыл эсендә 30 миллион таҫма таратылған. Еңеү таҫмаларын өҫ кейеменә ҡаҙап ҡуйып йөрөтәләр, автомобиль антенналарына һәм сумка ҡайышына бәйләйҙәр.
       Георгий таҫмаларын халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа тараталар. Һалдат формаһы кейгән волонтерҙарҙы урамдарҙа, майҙандарҙа, скверҙарҙа һм парктарҙа осратырға мөмкин.
       Георгий таҫмалары Өфөлә Дуҫлыҡ монументы, Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда, Ленин исемендәге майҙанда, Совет майҙанында, эре сауҙа-күңел асыу үҙәктәре алдындағы майҙандарҙа, парктарҙа таратыласаҡ. Республиканың ҡала һәм райондарында ла Еңеү таҫмаларын алып буласаҡ. Улар Еңеү көнөнә - 9 майға тиклем таратыласаҡ. Башҡортостанда йөҙ меңгә яҡын таҫма таратыу планлаштырыла.
       Георгий таҫмалары бушлай таратыла. БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Еңеү таҫмаларын һатып алыуға республика ҡаҙнаһынан 50 мең һум бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйған.
       Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашыусылар күп буласаҡ. Быны ҡыҫҡаса һорау алыу күрһәткесе иҫбатлай.
       Ирина, студентка:
       - Байрам көндәрендә Георгий таҫмаһын ғорурлыҡ менән тағам. Мине патриот итеп тәрбиәләнеләр. Шуға күрә Еңеү таҫмаһы таҡҡан кешеләргә ихтирам менән ҡарайым, берҙәмлек тойғоһо барлыҡҡа килә. Тимәк, беҙ, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, берҙәм булып ҡалабыҙ һәм илебеҙҙе яратабыҙ.
       Артем, финанс директоры:
       - Кешеләргә Георгий таҫмаһын таратыу - шәп идея. Был беҙҙең тарих, беҙҙең хәтер. 9 майҙа мин һәр ваҡыт ветерандар янына барам һәм уларға "Рәхмәт" әйтәм.
       Тимур, менеджер:
       - Георгий таҫмаһы кешеләрҙе берләштерә. Беҙ бергәләшеп һуғыш геройҙарына хөрмәт күрһәтәбеҙ. Таҫма тағып, азатлыҡ өсөн ҡан ҡойған геройҙар алдында баш эйеү - ул яу яланынан әйләнеп ҡайта алмаған батырҙарҙы ла иҫкә алыу.
       Екатерина, һатыусы:
       - Георгий таҫмаһын таратҡан кешене осратҡаным булманы. Әммә быйыл Еңеү таҫмаһын кейемгә таға алырмын тип ышанам. Сөнки беҙҙең ветерандарыбыҙ, һуғыш геройҙары оло хөрмәткә лайыҡ.
       "Георгий таҫмаһы" акцияһында ҡатнашып, беҙ ветерандарға ярҙам күрһәтәбеҙ, уларға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Еңеү көнө - ул һәр беребеҙ өсөн бөйөк байрам!

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал