6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Тормошсан ижад
28.04.09


       Өфөләр рәссам Рәйес Ғимаев ижады менән аҙ таныш тиһәк хата булмаҫ. Әммә уның исеме Рәсәйҙә билдәле. Уның күргәҙмәләре Мәскәүҙә, Пермдә һәм рәссам йәшәгән ҡалала - Костромала бер нисә тапҡыр үтте. Бөгөнгө көндә рәссам Туймазыла йәшәй һәм эшләй. Рәйес Ғимаев 13 йыл элек өфөләрҙе тәүге шәхси күргәҙмәһе менән таныштырғайны. Рәссам үҙенең эшен тағы ла өфөләр хөкөмөнә тәҡдим итте. Ошо көндәрҙә "Урал" халыҡ сәнғәте галереяһында асылған экспозиция "Тыуған яғым" тип атала.
       - Был күргәҙмә - май байрамдары алдынан баш ҡала халҡы өсөн иң яҡшы бүләк, - ти галерея мөдире Кәримә Кайдалова. - Рәйес Ғимаевтың картиналары оптимизм менән һуғарылған, тормошсан, улар ярҙамында донъялағы финанс көрсөгө, төшөнкөлөк тураһында онотаһың. Уларға ҡараһаң, күңел яҡтылыҡ һәм шатлыҡ менән тула.
       Был иң сағыу сифаттарҙың береһе, ул рәссам ижад иткән әҫәрҙәрҙе ҡылыҡһырлай. Рәйес Ғимаевтың яҙмышы ябайҙан түгел, ул ишетеү һәм һөйләшеү һәләтенән мәхрүм. Рәссам ошо ауырыу менән йәшәргә өйрәнергә үҙендә көс тапҡан. 1974 йылда ул Ленинград художество училищеһын тамамлай һәм үҙен ижадҡа бағышлай.
       Рәйес Ғимаев үҙенең күргәндәрен, кисерештәрен картиналар аша кәүҙәләндерә. Ул ижад иткән әҫәрҙәрҙә ауырыуға, аңламауға һәм рәхимһеҙлеккә аҙ ғына ла ишара юҡ, киреһенсә, уларҙа йәшәү, һөйөү, ижад итеү теләге өҫтөнлөк ала.
       - Рәйес Ғимаев ысын оҫталарға хас булған өс мөһим һыҙатҡа эйә, - ти Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы Зөфәр Ғаянов. - Ул талант, оҫталыҡ һәм дәрт. Күп рәссамдар тәүге ике сифатҡа эйә, әммә уларҙа өсөнсөһө юҡ. Рәйес Ғимаевтың дәрте һәр эшендә сағыла - ул рәссам һайлаған сюжеттарҙа һәм сағыу төҫтәр гаммаһында күренә.
       Рәссам ижадының үҙенсәлеге шунда, ул реаль нәмәләрҙе күсереп мәшәҡәтләнмәй, ә уларҙы һүрәтләү өсөн ысынбарлыҡтан айырылып торған төҫтәр таба. Рәссам сағыу төҫтәргә баҫым яһай. Уның картиналарында зәңгәр, ҡыҙыл, һары төҫтәр өҫтөнлөк ала.
       Ғимаев үҙенең ижадын йәнтөйәгенә һәм тәбиғәткә арнай. Рәссамдың ҡайһы бер эштәре ул тыуған Октябрьский ҡалаһына арнала. Оҫта бәләкәй ихаталарҙы, ҡаралған аллеяларҙы, парктарҙы айырым бер йылылыҡ менән һүрәтләй. Рәссамдың "Ҡарт тал", "Ауылда көн үҙәге", "Ҡарамалы ауылы сите" кеүек эштәре лиризм менән һуғарылған. Автор һәр саҡ тәбиғәттең сағыу мәлен сағылдыра, уның нескәлектәрен һүрәтләй.
       Пейзажсылар үҙҙәренең күп эшен йыл миҙгеленә арнай. Рәссам Рәйес Ғимаев та быға өҫтөнлөк бирә. Әммә уның картиналары - сәскәгә күмелгән болон, көҙгө урман йәки яҙғы ташҡын - башҡа оҫталар эшенән айырыла. Ғимаевтың картиналары, уның ҙур йәки бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, бер биткә һыйған тарихты сағылдыра. Картиналар - ул рәссамдың асыштары, ул тирә-яҡтағы кешеләр менән үҙенең фекерҙәре һәм хистәре менән уртаҡлаша.  ­
       - Рәйес Ғимаев ижадындағы төҫтәр мине таң ҡалдыра, - ти Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Риф Абдуллин. - Уның һүрәттәрендә тормош ҡайнай. Күренеп тора, уларҙың авторы - оптимист, ул үҙенең ижады менән кешеләргә яҡшы кәйеф һәм киләсәккә ышаныс бүләк итә.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал