6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Беренсе апрель - бер кемгә лә ышанма!
01.04.04


       Беренсе апрель көнө иҫтәлекле даталар календарына йә бул маһа байрамдарға индерелмәһә лә, уны халыҡ - ара байрамдар р әтенә индерергә була. Ул Рәсәйҙән тыш Германияла, Францияла,
       Скандинавияла билдәләнә. Ҡайһы бер илдәрҙә 1 апрелде Көлкө көнө тип иҫәпләһәләр, икенселәрендә - Дурактар көнө йөрөй. Н исек кенә булмаһын, был көндө һәр бер кеше шаярып, көлөшөп ҡ алырға тырыша.
       Был байрам Боронғо Римда тыуған тип фаразлаусылар уның б еренсе апрель көнө түгел, ә февраль урталарында билдәләнеүен
       күрһәтә. Икенсе версия буйынса был байрам Боронға Һиндоста нда шаярыуҙар көнө булараҡ билдәләнгән. Өсөнсөләре иһә Бер енсе апрель ирланд халҡы байрамы тип ҡарай. Улар был көндө я ңы йылды ҡаршылаған. Ун алтынсы быуаттың икенсе яртыһында ев ропалылар өсөн Яңы йыл март аҙағынан башланған. Ә инде уны т ап беренсе апрель көнө ҡаршылағандар. Һуңғараҡ, француз коро ле ҡушыуы буйынса, йыл башын рәсми рәүештә беренсе ғинуарҙан
       билдәләй башлайҙар. Әммә күптәр өйрәнелгән ғәҙәт буйынса ун ы беренсе апрель ҡаршылайҙар, бының өсөн был көндө Иҫәүәндәр
       көнө тип атай башлағандар. Был ғәҙәттәре өсөн улар көлөр, ш аяртыр булғандар.
       Миф буйынса неаполитан короле Монтерейға ер тетрәүе тама мланыу хөрмәтенә балыҡ бүләк иткәндәр. Бер йыл үткәс, корол ь тап шундай балыҡ таптыра. Аш бешереүсе тәүгеһенә оҡшаш бул ған балыҡты әҙерләй. Әммә алдаҡты белһә лә король асыуланмай , ә ихлас көлөп ебәрә.
       Беҙҙең илдә беренсе апрель шаярыуҙары Петербург ҡалаһы хал ҡы янғын тураһында хәбәр иткән сиркәү набатынан уянған зам андан алып билдәләнә. Баҡһаң, был шаяртыу булған икән. Шулай
       уҡ Петр беренсе батшалыҡ иткән осорҙа немец актерҙары трупп паһы тамашасыларҙы сәхнәгә сыҡмай, ә "Беренсе апрель" тигән лозунг менән ҡаршылай. Батша артистарҙың был ҡылығына асыула нмай, ә, киреһенсә, "Был комедианттарҙың иреклеге" тиеп кенә
       ҡуя.
       Статистика буйынса, халыҡтың 70 проценты йыл һайын үҙҙәре нең дуҫтарын, яҡындарын шаяртып ҡына алдата. Төп шарт һеҙҙең
       шаяртыуығыҙҙы яҡындарығыҙ аңлаһын һәм көлөп ҡабул итһен.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал