6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Усҡа һыйған сабый
27.04.09


       2010 йылда яңы тыуған сабыйҙарҙы теркәү буйынса яңы стандарттар үҙ көсөнә инәсәк. Рәсәй үҫешкән илдәр юлы буйынса китте һәм ауырлығы 500 грамм тәшкил иткән, 22-23 аҙна срогында етлекмәй тыуған сабыйҙарҙы тәрбиәләргә тотона. Бының өсөн, әлбиттә, ҙур средстволар кәрәк. Әммә яңы ғына донъяға килгән сабыйҙы ҡотҡарыу өсөн бер ниндәй ҙә аҡса йәл түгел. Статистика раҫлауынса, етлекмәй тыуған балаларҙа инвалидлыҡ проценты юғары - был башҡа эш. Әммә шул уҡ ваҡытта бөйөк Вольтерҙы, Руссоны, Дарвинды иҫкә төшөрәйек, улар етлекмәй донъяға килгән бит. 17-се балалар клиник дауаханаһы медперсоналы бындай балаларҙы күпме тапҡыр күҙ алдынан үткәргән, уларҙан һорағыҙ? Хәҙерге ваҡытта пациенттарҙың күбеһе бейеү түңәрәктәренә йөрөй, каратý менән шөғөлләнә, уҡыуҙа тик бишле билдәһенә өлгәшә.
       17-се балалар клиник дауаханаһының неонаталь реанимация бүлегендә педиатрия элитаһы эшләй, улар микроскопик "материалдар" менән иң ыҡсым манипуляциялар үткәрә. Ауырлығы 650 грамлыҡ сабыйҙың ҡан тамырын табып, катетер ҡуйып ҡарағыҙ әле! Бындай белгестәр әҙерләү күп ваҡыт талап итә, тәжрибә йылдар дауамында туплана. Белгестәргә ҙур яуаплылыҡ төшә. Уларҙың көндәлек эше түҙемлелек талап итә.
       Áаш ҡаланың һәм республиканың төрлө бала табыу йорттарында етлекмәй тыуған сабыйҙар Өфөнөң Орджоникидзе районына килтерелә. Неонаталь үҙәгендәге сабыйҙар, ҡиммәтле сәскә кеүек, тәрбиәләп үҫтерелә һәм ата-әсә ҡулына тапшырыла. Мин был үҙәктә биш йыл элек булғайным. Бындағы үҙгәрештәр күҙгә ташлана. 2006 йылда, республика Президенты Мортаза Рәхимов 17-се балалар клиник дауаханаһы ҡарамағындағы неонаталь үҙәктә булып киткәндән һуң, капиталь ремонт үткәрелгән, үҙәк сит ил ҡорамалдары менән йыһазландырылған.
       Бүлеккә инеү юлында "Карантин" тигән иҫкәртмә бар. Грипп осоро үтте, әммә көсөргәнешлек әлегә ҡала. Кювезда "йылынған" йәки башҡа бүлеккә - реабилитацияға күсерелгән сабыйҙар төрлө инфекцияға бирешеүсән. Неонаталь үҙәктә эшләгән бөтә персонал, бүлек тупһаһына баҫыр алдынан, душта ҡойона. Һәр шәфҡәт туташы ҡулын йыуыу средстволары, спирт менән бер нисә тапҡыр һөртөргә, һәм шунан һуң ғына стерилле бирсәткә кейергә тейеш.
       Хәҙер ата-әсәләр, һаҡлыҡ сараларын ҡулланып, реанимацияла ятҡан сабыйҙарын ҡарай ала. Элек был тыйыла ине. Ғөмүмән, ата-әсәләр менән эш алып барыла. Уларҙың билдәләнгән ваҡытта дауалаусы табип менән осрашыу мөмкинлеге бар.
       Ҡан ебәреү станцияһынан яһалған репортаж хәтерҙә ҡалған, миңә ул саҡта донор ҡаны һаҡланған һыуытҡыс янына бер минутҡа үтергә рөхсәт иттеләр. Сабыйҙар ятҡан реанимация бүлегендә лә шундай уҡ хис солғап алды. Бындағы сабыйҙар өлкән кешенең усына һыя. Бындай бала яһалма үпкә вентиляцияһынан башҡа биш минут та йәшәй алмай. Альбина Изаил ҡыҙы Фәтихова - юғары категориялы табип, медицина фәндәре кандидаты. Ул 2005 йылда "Өфөлә ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса иң яҡшы табип" тигән исемгә лайыҡ булған. Һүҙ - уға.
       - Етлекмәй тыуған балалар ҡысҡырмай, иламай һәм хатта бер ниндәй тауыш бирмәй. Бында ауырлығы түбән булған балалар күҙ уңында тотола. Бындай балаларҙың үпкәһе үҫешмәгән була. Шуға күрә бала табыу йортонда сабыйҙарға яһалма үпкә аппараты тоташтырыла, бәпескә, ул "уянһын" өсөн, еңелсә генә һуҡҡылап алалар. Әлбиттә, сабыйҙың йөрәге һәм бөтә организмы яфалана. Һуңынан уны кювезға урынлаштыралар. Бәпесте шул уҡ көндө йәки һуңғараҡ махсус реанимобилдә беҙгә килтерәләр. Етлекмәй тыуған сабыйға беренсе көндәрҙә төрлө инфекцияларҙан һаҡлай торған ҡан тамыры эсе иммуноглобулиндар комплекты, туҡланыу кәрәк. Әлбиттә, сабыйҙар реанимацияһы юғары технологиялы ярҙам булып һанала. Сабый яһалма тын алыу аппаратынан тыш һулыш ала алһа, уны сабыйҙар патологияһы бүлегенә күсерәләр.
       "Стерилле таҙалыҡ" тураһында һөйләгәндә, бында етлекмәй тыуған сабыйҙарҙы "тәрбиәләп үҫтереү" шарттары күҙ уңында тотола. Бында һәр сабый өсөн айырым фонендоскоптар áàð, улар, иң элек, сабый йөрәген тыңлау алдынан, шулай уҡ йоғошһоҙландырыла. "Оя" үҙе лә өс көн һайын стерилләнә. Ҙур булмаған палаталар һәр аҙна стерилизациялана. Кескәйҙәр был ваҡытта запастағы палатаға, башҡа кювездарға күсерелә. Сабыйҙар патологияһы бүлегенә юл алам, бында бәпестәрҙе реанимациянан күсерәләр. Бындағы пациенттар шулай уҡ кювездарҙа ята, әммә айырма һиҙелә: улар ҙурыраҡ, алһыуыраҡ, ҡулдарын хәрәкәткә килтерә һәм иң мөһиме - улар үҙҙәре тын ала. Улар ғәҙәти сабыйҙарҙан áер нимә менән дә айырылмай тиерлек. Әммә улар көнөнә һигеҙ тапҡыр зонд аша туҡлана. Кювез өҫтөндә һәр сабый тураһында мәғлүмәт эленеп тора. Сабыйҙың тын алыу һәм йөрәк тибеше йышлығы, тән температураһы теркәлеп бара. Был үҙенә күрә уның "бәләкәй паспорты" булып тора. Бында юғары категориялы ике шәфҡәт туташы эшләй. Беренсе кювезда - пневмония менән тыуған малай. Уның ауырлығы - 1 кг 487 грамм. Әлбиттә, ул бәләкәй, әммә 980 грамм ауырлығында тыуған малай менән сағыштырырлыҡ түгел. Сабый фототерапия курсы үтә. Етлекмәй тыуған сабыйҙарҙы дауалау һәм тәрбиәләү ҡиммәткә төшә - бер балаға 1,5-2 миллион һум кәрәк. Етди ауырыуҙар менән яфаланған әсәләрҙән бындай балалар тыуа. Етлекмәй тыуған сабыйҙарҙан баш тартыусылар ҙа юҡ түгел. Улар балалар тураһында хәстәрләүҙе дәүләт иңенә тапшыра. Быйыл 17-се балалар клиник дауаханаһында етлекмәй тыуған алты сабыйҙан "баш тартҡандар". Сабый ғүмере өсөн көрәшкән табиптар һәм шәфҡәт туташтары алдында баш эйергә кәрәк. Аҡ халатлылар яңы тыуған сабыйҙарҙы бүлеп ҡарамай, улар яҡты донъяға килгән бәпестәрҙе бер тигеҙ тәрбиәләй.

Ирина Евгеньева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал