6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Редрафт процедураһы тамамланды
27.04.09


       Континенталь хоккей лигаһында редрафт процедураһы тамамланды. Ул болғансыҡ килеп сыҡты. Клубтар уға төрлөсә ҡараны. Билдәле бер әүҙемлек булäû, әммә уны көслө тип әйтеп булмай.
       Ғөмүмән, Континенталь хоккей лигаһындағы был серҙәр ярһыта. Хоккей менән мауығыусы кешеләр бөтәһен дә белергә теләй, ә уларға бындай форсат юҡ. Асыҡ рәсми мәғлүмәттәргә һәм аныҡ ҡағиҙәләргә эйә булырға кәрәк. Үҙгәрештәр артығы менән, ә асыҡлыҡ аҙ.
       Мәҫәлән, хоккейсыларҙың һәм тренерҙарҙың эш хаҡы күпме? Беҙгә был ҡараңғы. Имеш, был уларҙың шәхси эше. Әммә НХЛ-дағы асыҡ эш хаҡтары хоккейсыларға күберәк эшләргә булышлыҡ итә. Әгәр хоккейсы яҡшы уйын күрһәтә икән, уның законға ярашлы өҫтәмә талап итергә хоҡуғы бар, ошондай уҡ күрһәткестәр менән башҡа берәү күпкә лайыҡ бит.
       Стадиондарҙа йәки телевизор алдында ултырыусылар бик күп һорауҙарға яуап эҙләй. Сит илдән килгән атлет, ул бер ни ҙә етештермәй, үҙ кеҫәһенә күпме һала икән? Белһәк - сағыштырыр инек, улар бындай аҡсаға лайыҡмы һуң?
       Редрафт процедураһы ваҡытында ла беҙгә әйтмәнеләр - кем күрһәтелгән һәм күпме эш хаҡын юғалтҡан. Редрафтҡа бәйле бер клубты икенсеһенә алмаштырûóñûëàðƒû ғына белә алдыҡ.
       Редрафт процедураһы тураһында ҡыҫҡаса. Унда киләһе миҙгелгә ғәмәлдәге контракты булған хоккейсылар ҡатнашты, улар 15 уйынсы иҫәбенә инмәгән, әммә уларҙы клубтар яҡлай ала ине.
       24 команда лигаһына бындай йыйылыусылар 59-ға етте. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, был һандан етеһе сит ил уйынсыһы булған.
       Беренсе раундта башҡа командалар күрһәткән óéûíñûíû һайлап алып була ине. Клубтар өс аталмаған уйынсыны алмаштырҙы. Уларҙың эш хаҡы киләһе миҙгелдә кәмемәйәсәк.
       Икенсе раундта уйынсыларҙы ҡайтарырға һәм яңыларын алырға була ине. Контракт суммаһынан 20 процентлыҡ ташлама ғәмәлгә инде. Туғыҙ кеше клуб вәкилдәре тарафынан һайлап алынды.
       Өсөнсө әйләнмәлә эш хаҡын 40 процентҡа кәметеп һайлап алыу мөмкинлеге булды. Ике хоккейсы был исемлеккә инде. Уңмаған өс хоккейсы дүртенсе раундта һайлап алынды - уларҙың эш хаҡы 50 процентҡа кәметелде. Шулай итеп, КХЛ клубтары редрафт процедураһы барышында 17 хоккейсыны һайлап алды. Ҡалған 42 уйынсы (контракт суммаһы 50 процентҡа кәметелә), ҡағиҙәләргә ярашлы, үҙҙәренең элекке командаларында ҡала. Редрафт һөҙөмтәһендә һигеҙ хоккейсы үҙ клубын алмаштырҙы. Антон Бут (ЦСКА) "Химик"ка алынды. "Северсталь" командаһынан Павел Воробьев "МВД" хоккей командаһына күсте. Александр Дроздецкийҙы ("Спартак") "Северсталь" клубы һайлап алды. Алексей Широков (Рига, "Динамо") "Амур"ға (Хабаровск) алынды. Сергей Кагайкин ("Северсталь") шул уҡ "Амур" командаһына алынды. Андрей Башко, киреһенсә, "Амур"ҙан Минскиҙың "Динамо"һына күсте.
       "Салауат Юлаев" хоккей командаһы, асыҡланыуынса, Алексей Шкотовты күрһәткән. Уны "Себер" (Новосибирск") командаһы алған. Алексейға шылтыратабыҙ.
       - Кәйефтәр нисек?
       - Шәптән түгел. Өфө минән баш тартты, әлбиттә, үкенесле. Әммә мин бындай боролошҡа әҙер - йәрәхәтләнеү сәбәпле уйнай алманым.
       - Ҡасан хәбәр иттеләр?
       - Был турала редрафтҡа тиклем аҙ ғына алдан белдем.
       - Эш хаҡы 40 процентҡа кәметелә...
       - Үкенесле, әлбиттә. Әлегә бер ни ҙә әйтә алмайым. Был мәсьәләне хәл итәсәкмен. Мин әлегә ҡалала түгел...
       - "Себер" командаһында кәметелгән контрактта күпме уйнарға һуң?
       - Мин "Салауат Юлаев" менән һуңғы тапҡыр ике йылға ҡул ҡуйҙым. Бер миҙгел килеп сыға...
       - Өфө менән һәйбәт контракт булған түгелме?
       - Һәйбәт ине...
       - Һеҙҙең хәлде аңлайым. Әммә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгеҙ. Күптән түгел миңә Новосибирск ҡалаһында булырға тура килде - унда ҡыҙҙар матур.
       - Минең ғаиләм бар.
       - Ҡасан өйләндең? Ҡатының тураһында һөйлә әле.
       - Инна менән быйыл ҡыш өйләнештек. Ул Украинанан. Минең дуҫым Жердев шул яҡтан, уның ярҙамы менән таныштыҡ.
       - Эш хаҡы кәмей, Инна ташлап китмәҫме?
       - Был турала уйлағаным юҡ.
       - Нимә әйтергә? Хәҙер "Салауат" ҡапҡаһы артында күберәк ҡыҙыл ут ҡабыҙ, ниндәй уйынсынан ҡолаҡ ҡаҡҡандарын белһендәр әйҙә.
       - Үҙ дәрәжәмде күрһәтергә тырышасаҡмын.
       "Салауат Юлаев" командаһының генераль менеджеры Олег Грасҡа шылтыратабыҙ.
       - "Салауат Юлаев" редрафтта үҙенә уйынсылар алырға маташтымы?
       - Юҡ. Теләһәләр - алырҙар ине. Бөтә мәғлүмәттәр интернетта бар - ҡарай алаһығыҙ.
       - Әммә унда "Салауат Юлаев" тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ...
       - Беҙгә башҡа клубтар күрһәткән хоккейсылар кәрәк түгел. Үҙебеҙ һөжүм итеүсе Алексей Шкотовты һәм ҡапҡа һаҡсыһы Сергей Беловты күрһәттек. Тәүгеһен "Себер" алды, икенсеһе беҙҙә ҡала, әммә уның эш хаҡы 50 процентҡа кәметелә...
       ²ô³ëœ õœëäœð øóëàé. Èñåìäœðƒå šœì êœìåòåëãœí ïðîöåíòòàðƒû éœøåðå¼ íèìœãœ êœðœê šó¾?..

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал