6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

XVIII быуат экспозицияһы - 145 йыллыҡҡа
27.04.09


       Башҡортостан Республикаһы Милли музейына - 145 йыл. Рәсәйҙең иң боронғо музейҙарының береһе ошо көндәрҙә үҙенең юбилейын билдәләй. "Башҡортостан XVIII быуаттың беренсе яртыһында. Тау заводтары" тигән яңы экспозиция залы презентацияһы юбилейға арналды.
       - Был турала беҙ ê¼ïòœí хыялланà èíåê, - ти проект авторы, тарих фәндәре кандидаты, Милли музейҙың тыуған яҡ тарихы бүлеге мөдире Вера Макарова. - Былар төрлөсә икелœнеүҙәр һәм шул уҡ ваҡытта дөрөҫ ҡарарҙар эҙләү һөҙөмтәһе. Сер түгел, XVIII быуатта матди мәҙәниәт әйберҙәре ярлы була, беҙгә баҫма тарихи сығанаҡтар аҙ килеп еткән. Әммә был экспозицияла уникаль документтар йыйылды. Бынан тыш, беҙҙең рәссамдар тау-металлургия заводының домна макеттарын булдырҙы.
       Экспозицияны урынлаштырыуға килгәндә, был процесс ике ай дауам итте. Витриналарға ҡуйылған китаптар, атластар, матди мәҙәниәт әйберҙәрå, макеттар модернизация тураһында мәғлүмәт алырға булышлыҡ итә, ул XVIII быуатта бөтә Рәсәйгә йоғонто яһаны, Башҡортостандың сәйәси һәм иҡтисади киңлеген киңәйтте.
       Яңы экспозиция залында музейҙың башҡа залдары интерьерын биҙәү стиле һаҡланған.
       - XVIII быуаттың уникаль экспонаттары, улар Милли музей фондтарында һаҡлана, экспозиция өсөн күптән әҙер ине, - тип һөйләй Вера Макарова. - Залда витриналар һәм стендтар урын алғас, бөтәһå лә объективлыҡҡа эйә булды. Башта тау-металлургия макетын түбән итеп яһарға планлаштырылғайны. Әммә витриналар алғас, уны күтәрергә булдыҡ. Матур килеп сыҡты, сөнки макет төрлө яҡлап күренә. Уны 2004 йылда рәссам Ришат Гәрәев уйлап тапҡан. Оҫтаның ниәте буйынса, ул электр ярҙамында хәрәкәткә килә.
       Экспозицияла беҙҙең йәнтөйәгебеҙҙең тарихын булдырған ғалимдарға һәм сәйәхәтселәргә - Петр Симон Паллас, Петр Рычков, Иван Лепехинға, уларҙың хеҙмәттәренә төп урын бирелгән. Улар ерле халыҡ тормошоноң бөтә үҙенсәлектәрен, кем кемдән килеп сыҡҡандан башлап, улар ҡайҙа йәшәгән, нисек кейенгән һәм нимә менән туҡланыуҙарына тиклем, яҙып барған. Хәҙерге тарихсылар, уларҙың текстарына һәм һүрәтләүҙәренә таянып, ул ваҡыттың реалийҙарын тергеҙергә тырышты.
       Вера Макарова һүҙҙәренә ҡарағанда, һуңынан залдың бер өлөшөндә домна булдырыу идеяһы барлыҡҡа килгән. Был металлургия производствоһы трансформацияһы үтеүен күрһәтеү өсөн кәрәк булған. Домна экспозицияға өҫтәмә баҫым яһай һәм урындағы металлургия производствоһы үҫешенең өс этабы тураһында һөйләргә булышлыҡ итә. Бынан тыш, тәбиғи ресурстар (уларҙы кешеләр көнкүрештә ҡулланған) урын алған уйым, экспозицияға тура килгән. Минераль һыу, нефть, тоҙ, баҡыр купоросы, селитра һәм башҡалар төрлө һыйышлыҡтарҙа һәм һауыттарҙа күрһәтелә. Уларҙың күбеһен ата-бабаларыбыҙ дарыу средстволары сифатында ҡулланан.
       Был экспозицияның әһәмиәте, Вера Макарова һүҙҙәренә ҡарағанда, күргәҙмәгә килеүселәрҙе дөйөм Рәсәй һәм төбәк тарихы курсына индереүгә ынтылыуҙан тыш, кешеләрҙең тәбиғәт менән көндәлек аралашыуын күрһәтеүгә ҡайтып ҡала. Был теманы тағы ла яҡынайтыу өсөн, әйберҙәр күрһәтергә ҡарар ителде, уларҙы һәр көн күреп булмай. Миҫал өсөн, үҙенсәлекле экспонаттар араһында 1724 йыл датаһы менән граждандар суды көҙгөһө, шулай уҡ Өфө епархияһы епископы креслоһы бар.
       Күргәҙмә залында уникаль тәңкәләр коллекцияһы урын алған, уларҙың күбеһендә кешòœðƒå¾ ике һыны рәүешендә мисәт бар. Бер тәңкәлек аҡсаларҙа XVIII быуаттағы Рәсәй императорҙары портреты кәүҙәләндерелгән, улар араһында һирәк экземплярҙар бар, мәҫәлән, Петр III һүрәте менән.
       Милли музейыбыҙҙың 145 йыллығына арналған экспозицияны ойоштороуҙа, материалдар йыйыуҙа Өфө музейҙары, геолог Владимир Никонов һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ярҙам күрһәтте, ти Вера Макарова.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал