6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Персона

Рамаҙан Йәнбәков: йырсы һәм спортсы
06.04.09


       Йырсы Рамаҙан Йәнбәковтың һәр көнө иртәнге гимнастиканан башлана. Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ул иртәнге сәғәттәрҙә паркта йөрөй. Һуңынан өйөнә ҡайта һәм фортепиано артына ултыра - йыр менән шөғөлләнеү бер көн дә туҡтарға тейеш түгел.
       - Артист өсөн, ә вокалсы өсөн - айырыуса, формала булыу мөһим. Тауыш һәр саҡ саф булырға тейеш, - ти БАССР-ҙың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Рамаҙан Йәнбәков. - Йыр менән шөғөлләнгән кеше, спортсы кеүек булырға тейеш - физик яҡтан сыҙамлы, дөрөҫ һулыш алырға һәм даими күнекмәләр үткәрергә.
       Артист йәш сағынан уҡ ошо ҡағиҙәләр буйынса йәшәй. Ағымдағы йылдың 15 мартында танылған йырсыға 75 йәш тулды.
       Ошо көндәрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Рамаҙан Йәнбәковтың ижад кисәһе үтте. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев юбилярҙы ҡотланы. Байрам концертында Рамаҙан Йәнбәковтың коллегалары ҡатнашты. Улар араһында Флүрә Килдейәрова, Вахит Хызыров, Рәшиҙә Туйсина һәм республиканың башҡа сәнғәт оҫталары булды. Юбилярҙы ҡотларға Нефтекама һәм Стәрлетамаҡ дәүләт филармониялары артистары килгәйне. Бынан тыш, юбилей саралары 4 апрелдә Конгресс-холда дауам итте. Унда йырсыны Баймаҡ районынан килгән делегация тәбрикләне.
       Рамаҙан Йәнбәков Баймаҡ районының Байыш ауылында тыуған. Йырсы үҙенең кесе ватанын айырыуса күңел йылылығы менән иҫкә ала. Уның бала сағы ҡайғы-хәсрәтһеҙ үтмәй - ул бик иртә етем ҡала. Атаһы Фәтхулла Йәнбәков, билдәле ҡурайсы, фронтта һәләк була, тиҙҙән әсәһе донъя ҡуя. Рамаҙан Йәнбәковты башта балалар йортона урынлаштыралар, аҙаҡ икенсе балалар йортона күсерәләр - шулай итеп ул Өфөгә килеп эләгә. Ваҡыт үтеү менән ул Өфөгә эйәләшә һәм уны бөтә йөрәге менән ярата, әммә Рамаҙан Йәнбәков йырсы булыуын халыҡ араһынан сығыуы менән аңлата.
       - Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу өсөн, ауылда тыуып-үҫергә кәрәк, - ти Рамаҙан Йәнбәков. - Был оҫталыҡтың бөтә тәрәнлегенә мотлаҡ оло быуын кешеләренән өйрәнергә кәрәк. Ауыр крәҫтиән эшендә йыр изге ярҙамсы булды, ул ауыл байрамдарында кешеләрҙең күңелен йылытты. Бынан тыш, һәр атҡан изге таңдарҙа йылы елдәр иҫһен, мул һыулы йылғалар шаулап аҡһын, һандуғас һайраһын, ҡурай моңо тынмаһын өсөн, тәбиғәттең булыуы мөһим - бейек тауҙар, үтә күренмәле йылғалар, үтә алмаҫлыҡ урмандар... Был тауышты ишетергә, үҙләштерергә, хәтерҙә ҡалдырырға кәрәк, ул саҡта улар һин башҡарған башҡорт халыҡ йырҙарында сағыласаҡ.
       Был төҫтәр әле булһа йырсы тауышында ñàûëà, улар Йәнбәков башҡарыуында халыҡ музыкаль композицияларын үҙенсәлекле һәм онотолмаҫлыҡ итә. Танылған йырсы "Азамат", "Ауыл көйө", "Күксин сәскәләре" кеүек боронғо йырҙарҙы һалмаҡ ҡына һуҙа. Был композициялар уның башҡарыу оҫталығының үрнәге булып тора.
       Рамаҙан Йәнбәков ике белемгә эйә: бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының химия-биология факультетында һәм Өфө сәнғәт училищеһында уҡыған. Һәм диплом алғандан һуң артист юлын һайлаған. Йәнбәков оҙаҡ йылдар дауамында Башҡорт дәүләт филармонияһында вокалсы, концерт бригадаһы етәксеһе була. Йырсы республиканың бөтә райондарында тиерлек гастролдәрҙә булған. Элекке Советтар Союзы республикаларында концерт менән сығыш яһаған. Уның сығыштары һәр ерҙә тулы зал йыйған - публика талантлы йырсы башҡарыуында башҡорт халыҡ йырҙарын һоҡланап тыңлаған.
       Төрлө йылдарҙа концерт бригадаһы составында танылған йырсылар һәм музыканттар - Бәхти Ғайсин, Әлфәрит Солтанов, Радик Фәсхетдинов, Мөхәмәт Иҙрисов, Йәнғәли Вахитов һәм башҡалар сығыш яһаған. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән берлектәге сығыштар һәм Ишмулла Дилмөхәмәтов менән бергә "Урал моңдары" концерт программаһы ҙур популярлыҡ яулай.
       - Артист тормошон еңел тип әйтеп булмай, - ти Рамаҙан Йәнбәков. - Юл йөрөгәндә килеп тыуған уңайһыҙлыҡтар, һалҡын клубтарҙа концерт биреү - былар сәхнәгә сығыу менән онотола. Ысын артист тамашасының өмөтөн аҡларға тейеш.
       Рамаҙан Йәнбәков оҙаҡ йылдар ижади эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт сәхнәгә сығыр алдынан тулҡынлана. Бөтәһе лә тәртиптә булырға тейеш - аппаратура һәм микрофон көйләнгән, ә тауыш, теләһә ҡайһы музыка ҡоралы кеүек, көйлө булырға тейеш.
       - Тамашасыларҙың ышанысына һәм ихтирамына лайыҡ булыу мөһим, - ти Йәнбәков һәм шымып ҡала. Ул ғәфү үтенә, концерт башланырға бер нисә минут ҡалған, йырсы был минуттарҙы тынлыҡта үткәрергә тейеш. Сығыш яһар алдынан тағы бер ҡағиҙәне үтәргә кәрәк - тауыш тынлығын һаҡларға.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал