6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Персона

Геологтың йәшлек серҙәре
03.04.09


       Ныҡ аҙым, ыҡсым һын, көлөп торған күҙҙәр һәм асыҡ дикция - был һыҙаттар Виктор Алексеевич Масловҡа ҡарата әйтелә. Ә уға 83-сө йәш бара бит! Виктор Алексеевич "БАШвестЪ" хәбәрсеһенә мәңгелек йәшлек серҙәрен еткерҙе. Рецепт ябай - яратҡан эш, камиллыҡта ынтылыш һәм әүҙем йәшәү рәүеше.
       Виктор Маслов - бөтә илгә танылған ғалим-геолог, геология-минерология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Геология институты стратиграфия лабораторияһының баш ғилми хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Уның менән осрашыу геологтарҙың һөнәри байрамы алдынан булды.
       Институттың иң өлкән хеҙмәткәре, бер үк институтта 57 йыл өҙлөкһөҙ хеҙмәт стажы булған белгес геологияға осраҡлы килеп эләгә - быға ышаныуы ауыр.
       - Мин 1926 йылда Воронеж өлкәһенең Панин районында тыуғанмын, - тип һөйләй Виктор Алексеевич. - 1943 йылда, һуғыш ваҡытында, мин артиллерия училищеһына барырға әҙерләндем. Ул саҡта миңә 17 йәш ине, һәм мин фронтҡа ынтылдым. Әммә мине хәрби комиссариатҡа саҡыртып, беҙ Курск дуғаһында еңдек, шуға күрә иң мөһиме - илде тергеҙеү, тинеләр, һәм мине Воронеж тимер юл техникумына уҡырға инергә ебәрҙеләр.
       Ул саҡта ҡала тулыһынса емерелгәйне, шул иҫәптән техникум. Кисәге мәктәп уҡыусыларына башта техникумды тергеҙергә тура килде. 1946 йылда Маслов техникумды яҡшы билдәләргә бөтөрә. Маслов юғары уҡыу йортона инергә хоҡуҡ алыуына ҡарамаҫтан, ул эшкә бара - Украинаға Көньяҡ Донбасс тимер юлын тергеҙергә юл ала. Башта ул электромонтер булып эшләй, һуңынан - өлкән механик. 1947 йылда ул уҡыуын дауам итергә ҡарар итә һәм Воронежға ҡайта, бында булған ваҡиға уның артабанғы яҙмышын хәл итә.
       - Воронежға ҡайттым һәм баш вата башланым, уҡырға ҡайҙа барырға, - хәтерләй әңгәмәсем. - Минең дуҫым төҙөлөш техникумында уҡый ине. Бер саҡ ул үҙе менән миңә геология буйынса лекция тыңларға тәҡдим итте. Лекцияны танылған профессор Смирнов уҡый ине. Һәм ул шул тиклем матур уҡыны, һәм беҙгә геология "сире" эләкте. Дуҫым хатта төҙөлөш техникумын ташланы һәм минең менән бергә Воронеж дәүләт университетының геология факультетына имтихандар тапшырырға барҙы. Әйткәндәй, мине өгөтләгән Семерун Анатолий Кузьмич геология өлкәһендә ҙур үрҙәр яуланы, Урал геология идаралығының генераль директоры булды.
       1952 йылда Маслов университетты тамамлап, бөтә донъяға билдәле академик Александр Заварицкийға шефлыҡҡа алынған кеүек вулкан өйрәнергә Камчаткаға китергә тейеш була. Әммә нәҡ шул ваҡытта 68 йәшлек академик ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була.
       Маслов фәндәр академияһынан геология министрлығына эшкә һîðàé, әммә ул саҡта кадрҙар алтынға тиң була, һәм уны ебәрмәйҙәр. Уға Алыҫ Көнсығыштағы, Свердловск, Новосибирск, Кишинев ҡалаларындағы һәм Өфөләге иң йәш геология институын һайлап алырға рөхсәт бирәләр. 1951 йылдың йәйендә Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы составында Тау-геология институты ойошторола. Һөҙөмтәлә Маслов Өфөнө һайлай.
       Ул саҡта Игорь Васильевич Вахрушев филиал рәйесе була, ул йәш белгесте эшкә ала.
       Йәш ғалим Урал тауының көнбайыш битләүендә эшләй башлай. 1959 йылда ул кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Һуңынан уны көнсығыш битләүгә ебәрәләр - улар мәғдәнгә бай, ҡул теймәгән Хәйбулла, Баймаҡ, Учалы райондары. Мәғдән эҙләү беренсе урында була. Масловҡа вулкандан барлыҡҡа килгән комплекстар стратиграфияһын тикшереү менән шөғөлләнергә ҡушыла.
       - Стратиграфия - бөтә геологик тикшеренеүҙәрҙең нигеҙе, геолог унһыҙ бер аҙым яһай алмай, - ти Маслов. - Стратиграфтар эше нигеҙендә мәғдән урындары табыла, геология картаһы төҙөлә, төрлө тау ҡатламдарының йәше билдәләнә.
       Геологтар производствола эшләүселәр менән тығыҙ бәйләнештә, ғалимдарҙың инновация технологиялары, процесты һәм һөҙөмтәне камиллаштырып, производствола үҙләштерелә.
       - Әммә геология өсөн "алтын быуат" - 1960-1980 йылдар, ул саҡтарҙа уны үҫтереү өсөн ҙур средстволар бүленә ине, үтте, - тип көрһөнә ғалим. - Геология хәҙерге ваҡытта бөтөнләй үҫешмәй, яңы ятҡылыҡтарҙы эҙләү алып барылмай. Беҙҙең алда кадрҙар проблемаһы тора. Йәштәр геологияға бармай. Әммә беҙ өмөттө юғалтмайбыҙ: беҙҙең бурыс - лайыҡлы алмаш әҙерләү.
       Виктор Алексеевич Урал битләүенең үтә алмаҫлыҡ урмандарын үҙенең биш бармағы кеүек белә һәм ышана, унда ул бер ҡасан да аҙашмаясаҡ. Маслов һүҙҙәренә ҡарағанда, ул хатта йәш сағында ла аҙашмаған.
       - Дөрөҫ, бер ваҡиға булды, беҙ бата яҙҙыҡ, - ти Маслов. - ГАЗ-66 машинаһында Һаҡмар йылғаһы аша сығабыҙ һәм водитель, уңға кисеү алып, өйөрмәгә китте.
       Виктор Алексеевич оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле булһа экспедицияларға йөрөй. Июнь айында аспиранттар менән сығырға планлаштырған.
       - Кардиолог менән кәңәшләштем. Ул рөхсәт итте, экспедициянан һуң үҙегеҙҙе яҡшы тояһығыҙ, ти табип. Ысынлап та шулай, - ти Маслов
       Виктор Алексеевичтың өлкән улы Екатеринбургта йәшәй, ул да ғалим-геолог. Икенсе улы - Өфөлә, әммә икенсе өлкәлә - Эске эштәр министрлығы системаһында эшләй.
       Виктор Маслов үҫтергән геологтар араһында дүрт фән кандидаты бар. Ә быйыл уның бер уҡыусыһы докторлыҡ диссертацияһы яҡларға әҙерләнә. Уның ғаиләһе бына шулай ҙур.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал