6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Европа стиле, Рәсәй кадрҙары
03.04.09


       "Әгәр мин әлеге ваҡытта йәш булып, сит телде яҡшы белгән булһам, моғайын, Илья Кулаковҡа эшкә барған булыр инем, - тип уйланым мин Өфөнөң бер сәнәғәт предприятиеһы етәксеһе менән осрашҡандан һуң. - Бәлки, техник әҙәбиәтте тәржемә итергә алырҙар ине. XXI быуат технологияларына яҡыныраҡ булаһы килә".
       Предприятие, һүҙ уның тураһында барасаҡ, ябайҙан түгел. Ул Германияның билдәле бер машина эшләү фирмаһы менән берлектә булдырылған һәм Затонда производство майҙанында урынлашҡан. Тағы бер үҙенсәлек: берлектәге предприятие хеҙмәткәрҙәренең 70 процентын тиерлек 30 йәшкә тиклемге йәштәр тәшкил итә. Ә генераль менеджерға күптән түгел 28 йәш тулған. 2003 йылдан, Өфө дәүләт авиация техник университетының иҡтисад факультетын тамамлағандан һуң Илья Кулаков яңы предприятие башлығы итеп тәғәйенләнә. "Мөғжизә! - тип уйлар уҡыусы. - Шулай була микән?!"
       Кемдәр Кулаковтарҙы белә, быға бер ҙә аптырамай. Ғаилә башлығы, Игорь Николаевич, Өфөлә предприятиены нулдән төҙөгән, ул ватан автомобиль сәнәғәтенең ышаныслы партнеры булды. Сильфондар, компенсаторҙар һәм башҡалар - "Өлкән Кулаков" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 200 атама деталь сығара. Тәжрибәле бизнесмен 90-сы йылдар аҙағында уҡ автокомпоненттар етештереүҙә яңы технологиялар кәрәк буласағын аңлай. Бөтә донъя Евро-4 һәм Евро-5 халыҡ-ара яңы стандарттарға күсергә әҙерләнә бит. Шунлыҡтан улын Көнбайыш инвесторҙар менән хеҙмәттәшлеккә йүнәлеш бирә. Һәм улар Өфөлә бизнес үҫтереү перспективаһы менән ҡыҙыҡһына, өҫтәүенә Германия менән Башҡортостан араһында иҡтисади һәм дуҫлыҡ бәйләнештәре бар бит.
       Әле кесе Кулаковтың предприятиеһы үҫә барған немец технологиялары буйынса ауыр индустрия өсөн һығылмалы металл элементтары етештерә. Рәсәйҙә был берҙән-бер етештереүсе предприятие, уның менән "Witzenmann" хеҙмәттәшлек итә. Компания үҙ иҫәбенә Өфө белгестәрен уҡыта. Төп майҙансыҡ Баден-Вюртембург ерендә урынлашҡан. Шуға күрә Ильяға йылына бер нисә тапҡыр Германияла булырға тура килә.
       - Немец коллегалары менән инглиз телендә аралашабыҙ, - ти генераль менеджер. - Үҙем немецса аңлайым. Шунлыҡтан персоналдан инглиз телен белеү талап ителә.
       Илья Кулаков ҡулы аҫтында 80 кеше эшләй. Алда әйтелгәнсә, башлыса йәштәр. Инженерҙар составы - уртаса 50 йәш тирәһе.
       - Беҙҙең коллектив татыу - ти Илья. - Был ололарҙың тәжрибә һәм йәштәрҙең көс симбиозы. Кадрҙар - был беҙҙең төп өҫтөнлөк. Беҙҙә юғары эш хаҡы алалар, төплө белгестәр табыу еңелдән түгел.
       Предприятие хеҙмәткәрҙәре спорт менән шөғөлëәнә, бергә ял итергә ярата. Быйыл йәй, мәҫәлән, Башҡортостан йылғалары буйлап йөҙөргә планлаштырабыҙ. Коллективтың өстән бер өлөшөн ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә. Анастасия Гарифанова иң ауыр йүнәлеште етәкләй: ул логистика бүлеге начальнигы.
       - Бындай белгес табырға әле! Ул башҡарған эште һәр кем башҡара алмай, - ти Илья.
       Илья Кулаков, Өфө дәүләт авиация техник университетынан тыш, еңелдән булмаған атай университетын үткән. Көндөҙгө бүлектә уҡыуына ҡарамаҫтан, производствола өсөнсө курстан эшләй башлай.
       - Яуаплылыҡ, төплөлөк, егәрлелек - был һыҙаттар Ильяға бала саҡтан хас, - ти өлкән Кулаковтың апаһы Ольга Севастиди. - Óл һәр саҡ ярҙам итә, бәләнән ҡотҡара. Илья ысын кеше, мин быға шат. Атаһына лайыҡ алмаш!
       Иҡтисади көрсөккә ҡарамаҫтан, берлектәге Өфө предприятиеһы үҫеүен дауам итә һәм производствоны киңәйтеү буйынса пландар ҡора. Әле был предприятие ике мең квадрат метр майҙанды биләй, бер нисә йылдан һуң майҙанды туғыҙ квадрат метрға тиклем киңәйтеү планлаштырыла. Икенсе сиратын ағымдағы йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
       - Финанстарға килгәндә, беҙҙә әлегә бөтәһе лә һәйбәт, беҙ немец банкылары менән эшләйбеҙ бит, - ти Илья Кулаков. - Ә туранан-тура етештереүгә килгәндә, беҙ бында көрсөк күренештәренә юлыҡтыҡ. Шулай итеп, автосәнәғәте өсөн продукцияға һорау 40 процентҡа төштө. Металлургия һәм башҡа тармаҡтар өсөн изделиеларға һорау элекке кимәлдә һаҡлана. Бынан тыш, партнерҙарҙың түләү һәләтлелеге һиҙелерлек кәмене. Көрсөктө юғалтыуһыҙ үткәрербеҙ, тип ышанам.
       - Социаль йүнәлешле бизнес, һеҙҙең өсөн нимә ул?
       - Мин бындай юғары төшөнсәләргә таянып эш итергә күнекмәгәнмен, әммә уйлауымса, беҙҙең предприятиены социаль яуаплы тип атап була. Һәр хәлдә, эш хаҡын кәметмәйбеҙ һәм уны тотҡарлау күҙәтелмәй. Өҫтәүенә беҙ яңы эш урындары булдырабыҙ. 2012 йылға штатты өс тапҡырға арттырыу планлаштырыла. Иң элек, беҙгә инглиз телен белгән юғары квалификациялы инженерҙар кәрәк.
       - Рәсәйҙә бәләкәй бизнес торошон нисек баһалайһығыҙ?
       - Үкенескә ҡаршы, ул әлегә башланғыс хәлдә. Германияла, мәҫәлән, бәләкәй һәм урта бизнес өлөшө 70 процент тәшкил итә. Европаның башҡа илдәрендә лә шулай уҡ. Миңә күп сәйәхәт итергә тура килде, шуға күрә сағыштыра алам.
       - Тағы ҡайҙа барыр инегеҙ?
       - Австралияла һәм Көньяҡ Америкала булманым.
       - Предприятиеның ниндәй ҡаҙанышы мөһим?
       - Күптән түгел ISO/TC 16949 халыҡ-ара сертификат алдыҡ. Рәсәйҙә 10-15 предприятие иҫәпләнә, уларҙа сифат менеджменты системаһы башлыса автомобиль сәнәғәтенә ҡараған талаптарға ярашлы итеп сертификацияланған. Был беҙҙең өсөн ҙур перспективалар аса. Тағы бер тапҡыр иҫкәртәм, беҙ "Witzenmann"дың стратегик партнеры булып торабыҙ. Европа менән хеҙмәттәшлек беҙгә өҫтөнлөк бирә, шул иҫәптән сифат һәм яңы технологиялар ҡулланыу яғынан.
       Илья Кулаков ваҡыты етеү менән халыҡ-ара холдинг йәки концерн башлығы булһа, аптырарлыҡ түгел. Бының өсөн унда á³òœ тәүшарттар бар. Ҙур кораблгә - ҙур йөҙөү, тиҙәр.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал