6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Кино

"Тарас Бульба" фильмы тураһында
03.04.09


       Тарас Бульба... Гоголь геройында тыуған Ватанға күпме батырлыҡ, баш бирмәүсәнлек, ышаныс һәм сикһеҙ һөйөү йәшеренгән! Ысын ир, ысын казак нәҡ шулай булырға тейеш.
       "Тарас Бульба" патриотик фильм премьераһын иртәнге сәғәттәрҙә ҡарарға булдым. Кинозалда тамашасыларҙың аҙ булыуы күҙгә ташланды. Мин үҙемдең бөйөк тарихҡа ҡарағанлығымды тойҙом, уның сиктәрендә Тарас Бульба ғаиләһендә ваҡиғалар йәйелдерелә. Төп герой ролен, минең ҡарашҡа, Богдан Ступка бик шәп башҡарà, ә Игорь Петренко (Андрей) һәм Владимир Вдовиченкоâ ( Остап) ваҡытлыса уның улдары булды.
       "Тарас Бульба" фильмын бөйөк яҙыусы Николай Васильевич романының дөрөҫ күсермәһе тип әйтеп булмай. Үҙгәрештәр бар, һәм уларҙың ҡайһы берҙәре артыҡ килешһеҙлеге менән айырыла. Сираттағы кино хазинаһын булдырыусылар, енси мөнәсәбәттәр һәм паниҙың бала табыуын күрһәтеп, шул арҡала Тарастың улы - Андрей хатта башын юғалта, күп йылдарҙан һуң бөйөк яҙыусы әҫәрен экрандарҙа күрһәтергә ҡарар итте. Гоголдең диндар булыуын иҫәпкә алып, фильмда Андрейҙың һәм поляк воеводы ҡыҙының мөхәббәт төндәрен күрһәтеүҙе мыҫҡыллау тип һананым.
       Дөйөм алғанда, сәйер, режиссерҙың теләге тулыһынса аңлашыла, картина бындай ысул менән ҡыҙыҡтырғыс була бит, ә мөхәббәт тарихы фажиғәле, сөнки бала тапҡан ваҡытта поляк ҡыҙы һәләк була...
       "Тарас Бульба" фильмында Богдан Ступканан тыш, Владимир Вдовиченкоâòың уйнауын билдәләргә кәрәк. Фильмда ул Остап ролен башҡара. Остап-Вдовиченкоâ аҙ һүҙле, баҫалҡы, ул оҙаҡ ваҡыт айырылышып торғандан һуң олоғайған әсәһенең (Ада Роговцева) ҡосағына ташланмай, хатта атаһына ла үҙенән көлөргә рөхсәт итмәй, кемдә кем уның православие диненә һәм тыуған иленә ҡул һуҙа, уларҙың һәр береһе менән яғалашырға әҙер.
       Остап - атаһының ысын улы. Һәм әгәр Хоҙай, ә дөрөҫөрәге, Гоголь уға оҙон ғүмер биргән булһа һәм ул йәшләй генә ҡаҙаҡҡа тарттырып язаланмаған булһа, унан нәҡ атаһы кеүек, наҙға һаран, тиҙ үс алыусан, әммә шуның менән бергә ғаиләһен һәм тыуған ерен сикһеҙ яратыусы ышаныслы һәм ысын кеше ñûººàí булыр ине.
       Ә Андрей тәьҫир ҡалдырманы. Юҡ, улай ҙа түгел. Андрей һәм Остап, ҡан ҡәрҙәшлеккә ҡарамаҫтан, "төрлө ҡамырҙан яһалған". Андрей - бер яҡлап, философ, икенсе яҡлап - хыянатсы, ул атаһынан, һәм ҡорал буйынса дуҫтарынан, һәм диндән еңел генә баш тартты. Эйе, ул кире герой, һатлыҡ йән һәм башҡалар, һәм тамашасы уны нисек яратырға тейеш һуң, уға хатта кинотаҫма метры йәл кеүек.
       Шуға ҡарамаҫтан, экранда уның булмауы миңә етмәне, уның ғүмере, мөхәббәте бигерәк тиҙ үткәндәй, һәм атаһы "Мин һиңә ғүмер бирҙем, мин һине үлтерәм" тип тиҙ әйткәндәй күренде. Әммә был, әлбиттә, субъектив, тамашасыларға, бәлки, бөтәһе лә һәйбәт күренгәндер, ә фильмды төшөрөүселәр, Андрейҙан был да етер, тип һанағандыр, моғайын. Һуғыш сәхнәләрен, йәки Шило ролен башҡарған Михаил Боярскийҙы күберәк күрһәтәйек...
       Әйткәндәй, һуғыш сәхнәләре тураһында. Фильмда улар күп, өҫтәүенә, улар бөтәһе лә тормошсан, ҡанлы һәм ватансыларға хас. Казактар араһында хөрмәт ҡаҙанғандар, шул уҡ Шило, мәҫәлән, үлер алдынан ниндәйҙер патриотик һүҙҙәр һөйләй башлай.
       Әлбиттә, патриотизм - ул һәйбәт, әммә кешеләр ҡаты яраланғас, ә улар үлмәй, улар матур һүҙҙәр яуҙыра, был күренеш һинд киноларын хәтерләтә (унда үлеп барған геройҙар телмәр тота) - быға ни эшләптер ышанып булмай.
       "Тарас Бульба" картинаһын булдырыусылар, минең ҡарашҡа, ул ваҡыттағы ауыр дәүерҙең йүнәлешен, көнкүрешен, тормоштоң үҙен һәм ысын тойғоларҙы тулы кимәлдә күрһәтә алған. Кино - шәп нәмә, уның ярҙамында казактарҙың хәрби часын, Запарожье Сечын, уның йолаларын үҙ күҙең менән күреп була.
       Персонаждарҙың костюмына килгәндә, улар үҙенә бер төрлө, әһәмиәтле, зиннәтле. Режиссер ҙа Гоголь өсөн нимә лә булһа уйлап бөтөрөргә ҡарар иткән. Мәктәп уҡыусылары был фильм буйынса инша яҙа алыр микән? Әммә бындай "үҙгәртеп эшләүҙәр" беҙҙә рөхсәт ителә һәм, уйлап ҡараһаң, аҙым һайын тиерлек. Иң мөһиме, минең ҡарашҡа, был фильм, бөгөнгө көндә прокатҡа сыҡҡан күп һанлы осһоҙ кинокартиналар фонында, шул иҫәптән тарихи, яҡшы сифаты, мөһимлеге һәм Рәсәй-Украина бөйөклөгө менән айырыла.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал