6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ағиҙел тамағында һуғыш
02.04.09


       Меңдәрсә өфөләр йыл һайын уңайлы теплоходтарҙа Өфө-Мәскәү маршруты буйынса сәйәхәт итә. Был юлда уларға Граждандар һуғышы геройы Николай Григорьевич Маркин исеме менән бәйле урындар йыш осрай. Түбәнге Новгородта экскурсия етәксеһе килгән ҡунаҡтарҙы Маркин исемендәге урамға мотлаҡ туҡтата. Балтик флоты матросы Н.Г. Маркин тураһында һөйләйәсәк, ул 1918 йылдың йәйендә Волга хәрби флотилияһын ойошторған. Маркин флотилия командующийы ярҙамсыһы булған һәм Волгала, Камала, Ағиҙелдә аҡтарҙы ҡыйратҡан. Ағиҙел йылғаһында флотилия һуғышы тураһында һуңғараҡ һөйләрбеҙ. Ә хәҙер Николай Маркиндың биографияһын иҫкә төшөрәйек, уның биографияһы, әйткәндәй, "Гранат" энциклопедик һүҙлектә бирелә. Унда былай тиелгән: Николай Маркин 1893 йылдың 2 апрелендә Пенза губернаһында туҡыусылар ғаиләһендә тыуған. Белем алмаған. Яҙыу ҡағыҙы магазинында "малай" урынына йүгергән. Балтик флотында мина батареяһында хәрби хеҙмәт үткән. Совет осоро энциклопедияларында асыҡланыуынса, Н.Г. Маркин Петербургта Октябрь ҡораллы сығыштарҙа ҡатнашҡан. Беренсе Бөтә Рәсәй Советтар съезында ВЦИК составына һайланған. Балтика моряктары Маркинды хөрмәт иткән. Октябрь еңеүенән һуң Сит ил эштәре халыҡ комиссариатында эшләгән, хәрби-диңгеҙ эштәре буйынса айырым йомоштар өсөн комиссар булып хеҙмәт иткән.
       1918 йылдың июнендә Волга флотилияһын булдырыу уның өсөн бындай "айырым йомош" була ла инде. Николай Маркин етәкселегендә Түбәнге Новгородҡа килгән кронштадсы-моряктар отряды флотилия ойоштороуға башланғыс һала. Был отряд, әйткәндәй, Ҡышҡы һарайҙы штурмлауҙа ҡатнаша, Смольныйҙы һаҡлай.
       Буласаҡ хәрби флотилияһы базаһы Окала урынлаша. Бында суднолар ремонтлау заводы эшселәре матрос Маркин етәкселегендә алты йөк пароходын канонер кәмәләр итеп яңынан төҙөй, ә береһен - йөҙөүсе батарея формаһында. Бынан тыш, өс миноносец килә.
       1918 йылдың авгусынан Волга хәрби флотилияһының хәрби юлы башлана, Николай Маркин командующий ярҙамсыһы була, комиссар - революционер-журналист Лариса Рейснер. Флотилия матростары Волга буйында совет власына ҡаршы сығыштырҙы баҫыуҙа уңышлы ҡатнаша, совет заводтарын, складтарҙы учреждениеларҙы революцияға ҡаршы бандаларҙан һаҡлау ваҡытында ышаныслы гарантия була, Ҡазан ҡалаһын азат итә (унда Маркин исемендәге урам бар). Аҡ гвардеецтар һәм аҡ чехтар Өфөгә сигенә...
       1918 йылдың көҙөндә Волга флотилияһы үҙенең базаһына Түбәнге Новгородҡа ҡайта. Әммә флотилия үҙенең өс канонер кәмәһен һанап еткермәй, шул иҫәптән "Ваня-коммунист", унда Н.Г. Маркин була.
       Пароход һәләк булған ерҙә, Кама йылғаһы ярында (Красный Бор, Татарстан) стела ҡуйыла. Ул Мәскәүгә рейс яһаған теплоходтарҙан күренә. Был мәлдә радионан ғәҙәттә йыр яңғырай:
       "Беҙҙәге Волгала кеүек, беҙҙәге Камала кеүек -
       Һул яр тәпәш, ә уңы - ташлы,
       Бында "Ваня-коммунист" пароходы
       Совет власы өсөн көрәшкән".
       Николай Григорьевич Маркин нисек һәләк булған?
       1918 йылдың сентябрендә Маркин етәкселегендәге моряктарҙан торған десант отряды 5-се армияға Ҡазанды аҡ гвардеецтарҙан азат итеүҙә ярҙам итә. Волга флотилияһы 28-се Азин дивизияһына ярҙам күрһәтеп, Камала хәрби операция йәйелдерә. Маркиндың матрос десанты төрмә-баржаны баҫып ала, ә ундағы 700 кешене аҡ гвардеецтар үлемгә хөкөм иткән булған.
       Волга флотилияһы моряктары Камала, Ағиҙел тамағында бик күп хәрби батырлыҡ күрһәтә. Әммә беренсе һыуыҡтар төшә, базаға, Түбәнге Новгородҡа ҡайтырға кәрәк була. Ә ҡайтыу юлында флотилияны хәүеф-хәтәр көтә. Баш күтәргән аҡ гвардеецòàð отрядтары йылғаны баҫып ала. Ыҡ йылғаһы тамағынан алып Вятка тамағына тиклем Каманың уң яры уларҙың ҡулында була. Һуғышып үтергә кәрәк була.
       Өс миноносец, өс канонер кәмә, бер нисә ваҡ катер дошман пулеметы уты аҫтында бара. "Ваня-коммунист", флотилияны ҡаплап, аҡтар яғына снаряд артынан снаряд яуҙыра. Һәм шул саҡ дошман үҙенең пушкаһын "Ваня-коммунист" пароходына тоҫҡай. Дошмандың беренсе наряды бортҡа эләгә, икенсеһе - өҫкө ҡоролмаға. Кораблде ут ялмап ала, ә аҙаҡ ул йылға төб³нә китә.
       Флотилия командующийы Федор Раскольников В.И. Ленинға телеграмма һуға:
       "1 октябрҙә беҙҙең флотилияның ҡоралланған "Коммунист", элекке "Ваня" пароходы дошмандың суднолары һәм яр артиллерияһы менән ҡаты алышта һәләк булды. Унда шулай уҡ Волга хәрби флотилияһы командующийы ярҙамсыһы, беҙҙең партия ағзаһы, Волгала һәм Камала беҙҙең йәш флотилияға нигеҙ һалыусы һәм уны îéîøòîðîóñû Николай Григорьевич Маркин һәләк булды. Ҡыйыу революционерға мәңгелек хәтер".
       Аҡ гвардеецтар флотилияһы командующийы адмирал Старк, тетелгән миноносецты йыйып, ҡыҙылдарҙы эҙәрлекләргә маташа, әммә килеп сыҡмай.
       1919 йылда Волга хәрби флотилияһы яңынан Камаға, Ағиҙелгә килә. Моряктар үҙҙәренең хәрби дуҫы Николай Григорьевич Маркин өсөн үс ала. Старк артҡа сигенә. Волга хәрби флотилияһының Вятка дивизионы Бөрө янында һуңғы тапҡыр һуғыша. Адмирал үҙенең "Бөркөт" флагманында Өфөгә ҡаса һәм башҡа суднолар менән бергә пароходын Өфө рейдында ташлай. Ҡыҙыл флотилияһы дивизионы суднолары Шакша районында Өфө йылғаһы аша тимер юл күперенә килгәнен белгәс, ул Берҙәш станцияһына тиклем туҡталышһыҙ бара.
       1968 йылдың декабрендә рәссам С. Поманский Граждандар һуғышы геройы Николай Григорьевич Маркиндың портретын почта маркàһынà мәңгеләштерә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал