6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

"Мин бар!"
02.04.09


       Йәш рәссам Эльза Нафиҡова шулай тип аталан күргәҙмә менән үҙе тураһында белдерҙе.
       - Был таныштырыу экспозицияһы, - ти Эльза үҙенең беренсе шәхси күргәҙмәһе тураһында. Йәш рәссам Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетын тамамлаған. Әлбиттә, ун йыл эсендә ул республика һәм төбәк күргәҙмәләрендә ҡатнашҡан, йәш рәссамдың эше Испания, Чехия, Бельгия, Төркиә һәм Румынияла үткән халыҡ-ара конкурстарҙа, арт-салондарҙа күрһәтелде.
       Өфөләрҙе Эльза Нафиҡова ижады менән танышыу көтә. Шуға күрә рәссам экспозицияға, ул ошо көндәрҙә БР Рәссамдар союзының Бәләкәй күргәҙмәләр залында үтә, һынлы сәнғәт, графика, экслибрис индергән.
       - Картиналар - ул асыш мәле, сөнки сит кешеләргә үҙең тураһында һөйләү, күңелеңде асып һалыу еңел түгел. Күргәҙмәлә мин күңелемде асам - ҡарағыҙ, бына мин ниндәй. Мин күңелемдә булғандың барыһын да публикаға сығарам. Шундай кеше бар, минең кеүек, шундай рәссам бар, һәм ул шундай эштәр эшләй - быларҙы мин күрһәтергә теләнем. Күргәҙмә оҡшар, һәм тамашасыларға ҡыҙыҡ булыр, тип ышанам.
       Нафиҡованың "Нисек бармын, шундаймын" тип аталған эше - рәссамдың үҙенсәлекле автопортреты. Эльза Нафиҡова һүҙҙәренә ҡарағанда, был кәүҙәнән башҡа, ниҙер һүрәтләргә тырышыу ул.
       - Әлбиттә, кәүҙә шулай уҡ мөһим, уны тәрбиәләргә, туйындырырға, кейендерергә кәрәк, әммә был күсереү средствоһы, - ти Эльза.
       Эльза Нафиҡова үҙенең художество яҙыуын оҙаҡ эҙләй. Әммә бында ул булдырған индивидуаль стилде башҡа рәссамдарҙың эш алымы менән һис тә бутап булмай.
       - Мин ижад иткән картиналарҙың жанрын билдәләргә ауыр - был ысынбарлыҡ түгел, әммә абстракция ла түгел, - ти рәссам. - Һынлы сәнғәт мәктәбе кеше кисерештәрен тормошсан юл менән тапшырырға ынтыла. Мин үҙ тойғоларымды төрлө төҫтәр һәм уларҙың тура килеүе иҫәбенә тапшырам.
       Эльза Нафиҡова, үҙенең башҡа коллегалары кеүек, классик пейзаждан, натюрморттарҙан, портреттарҙан башлаған. Үҙеңдекен эшләп ҡарау идеяһы ҡасан барлыҡҡа килгән һуң? Эльза ҡыҙыҡ бер тарих һөйләй.
       - Бер саҡ поезда эштәр папкаһын онотоп ҡалдырғанмын, - ти рәссам. - Кемдер, бәлки, көйөр ине, әммә мин был йән көйҙөргөс ваҡиғала яҙмыш билдәһен күрҙем - үткәнде оноторға ваҡыт етте. Башҡаса ижад итергә ҡарар иттем - һынлы сәнғәт икенсе сифатҡа күсте.
       Бынан тыш, Эльза Нафиҡова Өфөнөң танылған рәссамы Рәйес Ғәйетовтың оҫтаханаһында бер йыл эшләй. Оҫтаның фактуралы һәм йөкмәткеле философик экзерсистары, уның тойғоға бай һәм тапҡыр һынлы сәнғәте һәм графикаһы Эльза Нафиҡованың ижадына тәü¿èð итмәй ҡалмай.
       - Сәнғәт - шундай өлкә, ул сюжетлы ҡабул ителә. Ул үҙенең закондары буйынса йәшәй, - ти Нафиҡова. - Сәнғәт менән таныш булған рәссам йәки кеше һүрәттә төшөрөлгәнде түгел, ә ул нисек эшләнгәнен ҡабул итә. Төҫтәр, һыҙаттар, тап, динамика йәки статика, композиция, ниндәй баҫым яһалған - сәнғәт менән таныш булған кешеләр эште нәҡ шулай ҡабул итә. Кешеләрҙең художестволы зауығы үҫеүен, камиллашыуын теләйем. Кешеләр телевизорҙа күрһәтелгән йәки альбомдарҙа баҫылған матур картиналарға ғына түгел, әммә уларҙың артында нимә торғанына ла иғтибар итергә тейеш.
       Эльза Нафиҡованың "I тау" һәм "II тау", "Көньяҡтан ел", "Анлантида", "Икәү" тигән һәм башҡа бик күп картиналары матур тормош тураһында һөйләй, ул төрлө була - төҫлө һәм аҡлы-ҡаралы.
       Эльза Нафиҡова ике тапҡыр Һиндостанда булған, һәм был ил Эльза күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырған, улар рәссам ижадында сағыла. Эльза элек зәңгәр, алһыу һәм һары төҫтәргә өҫтөнлөк бирһә, ә хәҙер Һиндостанға сәфәрҙән һуң рәссам ижадында ҡыҙыл һәм көрән күк төҫтәр ҡуллана башлай.
       - Тормош - сағыу һәм матур. Бөгөн тышта ямғыр яуһа - иртәгә ҡояш йылытасаҡ. Быларҙың барыһын да тамашасыларға еткерергә тырышам. Ҡотолғоһоҙ һағыш юҡ, һәм һәр кешенең тормошонда мотлаҡ бәхет һәм ҡыуаныстар була ул.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал