6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Инглизсә ҡорос сифаты
02.04.09


       Мин Блэйз Бэйли ижады менән, күпселек ауыр музыка яратыусылар кеүек, Iron Maiden төркөмө аша таныштым. Ул саҡта "Maiden" вокалсыһы Брюс Дикинсон төркөмдән китеп, яңғыҙ йырлау менән шөғөлләнә башлағайны. Төркөмгә яңы фронтмэн кәрәк булды, һәм улар, күп кандидаттар араһынан, нәҡ Блэйз Бэйлиға туҡталды, ул үҙенең яңғыҙ карьераһын Wolfsbane төркөмөнән башлаған ине - был команда танылған, әммә, әлбиттә, Iron Maiden менән ярыша алмай.
       Блэйз "The X Faktor" альбомынан башланы (1995). Был Iron Maiden төркөмөнөң унынсы студия әҫәре булды. X - ул "Икс" ҡына түгел, әммә Боронғо Рим һаны ла, ул был альбомдың юбилей һанын символлаштыра.
       Дискының материалы бөйөк төркөмдөң ғәҙәти ижадынан айырыла. Ул миңә ҡоро һәм ауыр күренде.
       Вокалсының тауышына килгәндә, Блэйз Дикинсонға ҡарағанда, тупаҫ, түбән һәм ҡарлыҡҡан тауыш менән йырланы. Яңы яңғырау, әлбиттә, ҡыуандырҙы. Ни тиһәң дә, Iron Maiden йәш төркөм түгел һәм шунлыҡтан, әлбиттә, теләһә ниндәй экспериментҡа хоҡуғы бар.
       Блэйз менән киләһе дискыны яңылыҡ өсөн түгел, ә, киреһенсә, классик йүнәлеште ҡайтарған өсөн маҡтанылар. "Vertual XI" (1998) хит булманы, әммә беренсе һәм һуңғы композиция төркөмдөң алтын фондына инде. Күңелсәк "Futureal" Iron Maiden төркөмөнөң төп хиттары рәтендә ныҡлы тора, ә "Como Estais Amigos" - ауыр музыка тарихында иң яҡшы балладаларҙың береһе. Һәм Блэйз был ике композицияның авторҙашы šàíàëà.
       Әлбиттә, Iron Maiden төркөмөндә ижад итеү Блэйз тормошонда иң данлы осор булды, әммә шуның менән бергә, шулай уҡ ауыр, тип билдәләйем. Элекке вокалсы фанаттары Брюс Дикинсондың ҡайтыуын талап итте. Тәнҡитселәр уларҙың фекере менән ризалышты. Бынан тыш, Блэйзды төркөмгә ҡамасаулаған проблемалар даими һағалап торҙо. Бэйлиҙың мотоциклдан йығылыуы һәм етди йәрәхәт алыуы арҡаһында "The X Factor" йырын яҙҙырыу оҙаҡҡа һуҙыла, юғарыла телгә алынған ике альбомды хуплауҙа донъя турынан концерттарҙың бер өлөшөн кисектереп торорға тура килә. Сәбәп - Блэйздың аллергия ауырыуы.
       Һөҙөмтәлә Дикинсонды Iron Maiden төркөмөнә ҡайтырға өгөтләйҙәр, ә Бейлиға китергә тура килә. Ул төшөнкөлөккә бирелмәй, Blaze төркөмө ойоштора. Блэйз был төркөм менән дүрт альбом яҙҙыра.
       Беренсе диск күптәр өсөн асыш була. Бэйли беҙҙең алға хәҙерге сирле донъя образы кеүек килеп баҫты - ул заман кешеләре, аллергиктар, эскеселәр һәм наркомандар менән тулған бысраҡ ҡалалар тактына ҡаты йырланы...
       Ҡара, үҙ донъяң менән нимә эшләнең һин,
       Һиндә булған бөтә был азатлыҡҡа,
       Һин лайыҡмы һуң?
       "Tenth Dimension" (2002) һәм "Blood and Belief" (2004) - был ысынлап та сифатлы "металл".
       2008 йылдың сентябрендә Бейлиҙың ҡатыны һәм Блэйз төркөмө менеджеры Дебби үлеп китә. Блэйздың шәхси кисерештәре уға тынғылыҡ бирмәй. Бейли музыканттарҙы йыя һәм "The Man Who Would Not Die" (2008) тигән яңы альбом яҙƒûðа. Был дискының ҡайһы бер композицияларын ҡиммәтле тип танырға кәрәк, ә тотош альбом - бик шәп. Альбом менән бер үк исемле йыр күңелгә үтеп инә, ә "Robot" тигән йыр артыҡ хисләндермәй.
       Iron Maiden төркөмөнән киткән Блэйздың ижады "Мэйден"дан уҙып китте. Әлбиттә, "металл" классиктарында үҙҙәренең бик шәп композициялары бар, әммә Блэйз һәм уның музыканттары тыуҙырған ижад барыбер сағыу, көслө, ныҡлы, ышаныслы һәм дөрөҫ булып тора.
       Ысын "металл" нисек булырға тейеш? Аңларға теләйһегеҙме? Бының өсөн "Silicon Messiah" йәки "The Man Who Would Not Die" һәм һуңынан бөтә альбомды тыңлағыҙ. Әгәр оҡшаһа - тимәк һин, был мәҡәләнең авторы кеүек, үҙ төркөмөңдө таптың.
       Блэйз Бейли бөгөн дә ижад итә. Уның сәхнә имиджы - көслө пират. Вокалсы - бик шәп актер. Уның һәр йыры башынан аҙағына тиклем йәшәй. Блэйз композиция геройы кисерештәре тураһында һөйләй, теләһә ниндәй тойғоларҙы - асыу, шикләнеүҙәр, һағыш, түбән төшөү кисереше, рух төшөнкөлөгө - асыҡ һәм сағыу тапшыра. Уға бөтәһе дә бирелгән.
       Блэйз залдағы тамашасыларҙың кисерештәре менән идара итә ала. Ул беренсе секунд та уҡ тыңлаусыларҙы "тоҡандыра" һәм аҙағына тиклем уларҙы ысҡындырмай, ә һуңынан сәхнә ситенә ултырып, һәр теләгән тамашасыға автограф бирә, óëàð ìåíœí фотоға төшә, ә башҡа музыканттар залға сыға.
       Дан менән осонған рокерҙарға һәм металсыларға Блэйз Бэйлиҙың концертына барырға кәрәктер, бәлки, өйрәнерҙәр ине. Инглизсә башҡарыу сифаты, тамашасыларҙы ихтирам итеү, - ул, күрәһең, бөтәһенә лә бирелмәгән...

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал