6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сифат

Бикре алмағыҙ, ул яңы түгел!
01.04.09


       "Артист ҡулын алға һуҙҙы, уның бармаҡтарында таш йымылдап китте, буфетсының ауыҙын ҡаплағандай, ҡыҙып-ҡыҙып әйтә һалды:
       - Юҡ, юҡ! Бер һүҙ ҙә әйтмәгеҙ! Һеҙҙең буфеттан бер нәмә лә алмаясаҡмын. Мин әлегә тиклем һеҙҙән алған бикрене һәм брынзаны онота алмайым. Ҡәҙерлем минең! Брынза йәшел төҫтә булмай, һеҙҙе кемдер алдаған. Брынза аҡ төҫтә була ул...
       - Мин ғәфү үтенәм, - тине Андрей Фокич аптырашта ҡалдырған бындай һөжүмгә, - мин был эш буйынса түгел, һәм бикренең бында ниндәй ғәйебе бар.
       - Нисек инде ниндәй ғәйебе бар, боҙолған бит!
       - Бик үк яңы булмаған бикре ебәрҙеләр, - тине буфетсы.
       - Күгәрсенем, юҡ-бар һүҙ һөйләмәгеҙ.
       - Íèíäœé þº-áàð áóëšûí!
       - Бик үк яңы булмаған - ул юҡ-бар була! Сафлыҡ берәү генә була - беренсе, һәм һуңғыһы ул. Әгәр бикре бик үк яңы булмаған икән, тимәк, ул һөрһөгән!"
       Ни тиһәң дә, "Мастер һәм Маргарита"ны уҡымаған хужабикә быны әйтә ала - бик үк яңы булмаған бикре булмай ул. Бөгөн һүҙ нәҡ ошо ғәжәйеп факт тураһында барасаҡ.
       Рәсәй балыҡсылыҡ хужалығы башлығы Андрей Крайний, яҡын киләсәктә бөтә ил буйынса махсус магазиндар селтәрен асып һәм өстән бергә хаҡтарҙы төшөрөп, балыҡ баҙарын "шартлатырға" вәғәҙәләй. Тимәк, диңгеҙ һәм йылға деликатестары беҙҙең өҫтәлдә буласаҡ... Әммә бер уңышһыҙлыҡ - бөтә ҙур балыҡтар ҙа берƒœé файҙалы түгел.
       Миҫал өсөн, тере балыҡты алайыҡ. Әле улар менән супермаркеттар тулған - мәке быраулап, ә аҙаҡ боҙға төшөп китмәҫ өсөн, яҡын тирәләге сауҙа селтәрҙәренә инеп, тыныс ºына һатып алып була. Сазан йәки суртан. Бешереп ҡарағыҙ. Тәмлеме? Бик үк тәмле түгел...
       - Шуға күрә, балыҡтың сифаты шик тыуҙырһа, башта һатыусынан тейешле сертификат күрһәтеүҙе һорағыҙ, - тип кәңәш бирә Өфө балыҡ ресторанының ашнаҡсыһы "БАШвестЪ" уҡыусыларына. - Һатыусы балыҡты биргәс, һеҙ уны иғтибар менән ҡарағыҙ: тәңкә бер төҫлө һәм йоҡаҡ ҡына лайла менән ҡапланған булырға тейеш.
       Әгәр балыҡта ҡара һәм аҡ төҫтәр булһа, тимәк, балыҡ яңы түгел. Шуға ла иғтибар итегеҙ: ҙур балыҡтар тотолған аквариум ҙур, ә уның һыуы таҙа һәм үтә күренмәле булырға тейеш.
       Балыҡты өйгә алып ҡайтҡас, уны (ҡоротоп) шунда уҡ һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Эш шунда, балыҡ һутында сир тыуҙырыусы микроорганизмдар тиҙ арала барлыҡҡа килә. Яңы балыҡты тәүлек әйләнәһендә әҙерләргә кәрәк.
       Ә хәҙер һыуытылған балыҡ сифатына күсәйек. Баш ҡаланың бер баҙарына юл алабыҙ һәм ветеринария-санитария экспертиза лабораторияһы мөдире Надежда Хәбибуллина менән һөйләшәбеҙ.
       - Һыуытылған балыҡ ялтырап тора һәм ҡулға йәбешмәй, - тип өйрәтә Надежда Затеевна, балыҡ прилавкаларын күрһәтеп. - Ауыҙ тишеге - ябыҡ, тәңкә түшкәгә һылашҡан, күҙ мөгөҙсәһе - ҡабарынҡы, ялтырап тора һәм үтә күренмәле, айғолаҡ ярығы ябыҡ.
       Бәләкәй ваннала бер нисә ҙур балыҡ ята, минең ҡарашҡа, улар алабуға.
       - Еҫкәп ҡарағыҙ - уларҙан яңы тотолған балыҡ еҫе килә. Әгәр балыҡ һары төҫ алһа, күҙҙәре тоноҡланһа һәм ялтырамаһа, тимәк, продукт боҙолған. Тағы бер "насар" билдә - әсегән май тәме, - тип иҫкәртә Надежда Хәбибуллина.
       - Ниндәй боҙоуҙар йыш осрай?
       - Беләһегеҙме, ҡулланыусыларҙың хәбәрҙар булмауы яҡшы!
       - Бәлки, һеҙ хаҡтыр, рәхмәт!
       Йылға балығы - ул, әлбиттә, тәмле һәм файҙалы. Әгәр һеҙ кета йәки һөмбаш океан балығына өҫтөнлөк бирһәгеҙ, улар витаминдарға һәм минералдарға бай. Әммә һыуытылған диңгеҙ балығы һатыуҙа юҡ тиерлек.
       - Һыуытылған диңгеҙ балығы өс көн һаҡлана, - ти Өфө ҡоро ер-ресторанының шеф-повар урынбаҫары Илдар Фәйзуллин.
       Балыҡ прилавкаһына күҙ һалам: бағыр - 240 һум, һөмбаш - 298, көмрө балыҡ - 114. Ҙур балыҡтарҙың ҡай берҙәре матур күренә, былай тип балыҡ тураһында ғына әйтеп була. Ә бына быныһы, миҫал өсөн, һатыуға бармай - уның төҫө лә күңелгә ятмай, ҡоро күренә. Ҡыҫҡаһы, тәмле күренмәй. Әллә миңең күҙгә шулай күренәме?
       - Теләһә ҡайһы балыҡ, сауҙа селтәренә йәки баҙарға эләгер алдынан, лаборатория тикшереүе үтә, - ти БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең гигиена һәм туҡланыу бүлеге начальнигы Валентина Хомченко. - Ул органолептика ла, һәм хәүефһеҙлек күрһәткестәре лә. Һуңынан балыҡҡа ярашлылыҡ сертификаты бирелә, ул балыҡтың сифатын раҫлай. Ә бына балыҡ һаҡланған урында боҙоуҙар булыуы ихтимал, - ти белгес.
       Ҡулланыусы нимә эшләй ала һуң?
       - Балыҡты ҡайнар бысаҡ менән сәнсеп ҡарарға һәм еҫе буйынса уның сифатын билдәләргә кәңәш итәм, - ти Илдар Фәйзуллин. - Әммә быны һәр саҡ эшләп булмай. Шуға күрә ҡулланыусылар балыҡ һатып алғанда уның тышҡы билдәләре буйынса һайларға тейеш. Әгәр балыҡ үҙенең формаһын юғалтҡан булһа, йәки уның ярыҡтары бар икән, тимәк, уны бер нисә ҡат туңдырғандар. Бындай балыҡ тәмле булмай. Бындай балыҡты иреткәндән һуң ул ыуылып тора, ите һөйәгенән айырыла.
       Филе тураһында һөйләгәндә, ит тығыҙ булырға, епсәләр араһында бушлыҡ күренергә тейеш түгел, - ти Илдар Фәйзуллин. Тағы бер тикшерелгән вариант - етештереүсе заводтың вакуумлы төргәге. Ярлыҡта бөтә тейешле мәғлүмәттәр - етештереүсе ил, ауырлыҡ - булырға тейеш. Һәм тағы бер кәңәш: һыу, һауа үтмәҫлек итеп төрөлгән балыҡты һайлағыҙ.
       - Туңдырылған балыҡты нисек һаҡларға?
       - һыуытҡыстың һыуытыу камераһында (температура минус 18 градус булырға тейеш). Бындай балыҡты иретмәйенсә әҙерләргә була.
       Халыҡ яғынан балыҡ буйынса мөрәжәғәттәр инмәй, баҙарҙарҙа бөтәһе артынан ветлаборатория күҙәтә. Аныҡ һандарға, тикшереүҙәр һөҙөмтәләренә күҙ һалайыҡ:
       - Магазинға йәки баҙарға балыҡ рейды ойоштороп буламы? - тигән һорау менән мөрәжәғәт итәм "Роспотребнадзор"ҙың БР буйынса идаралығының күҙәтеү һәм туҡланыу бүлеге начальнигы урынбаҫары Нина Клюшинаға.
       - Ниндәй тикшереүҙәр! Яңы ҡануниәткә ярашлы бындай тикшереүҙәр прокуратура рөхсәте менән генә үткәрелә! - ти эксперт.
       Пресервтарға (бындай продукттарҙы һаҡлау срогы сикләнгән) килгәндә, ул һалҡын витринала һаҡланырға тейеш. Әгәр продукт йылыла һаҡланһа, һатып алыуҙан баш тартығыҙ. Пресервтарҙың ҡапҡасы ҡабарынҡы булырға тейеш түгел. Мөһим кәңәш - ойошторолмаған сауҙа урындарында ҡулдан балыҡ һатып алмағыҙ. Аңлашыла, бындай урындарҙа бер ниндәй ветеринария контроле юҡ һәм сифатһыҙ продукт менән ағыулàнûу ихтималлығы ҡырҡа күтәрелә.
       - Хәлһеҙлек, күңел болғаныу, ҡоҫоу, ҡай саҡ - эс китеү - былар балыҡ менән ағыуланыуҙан килә, - Валентина Хомченко өҫтә әйтелгәндәргә өҫтәй. - Бындай хәлгә тарый ҡалһағыҙ, табип саҡыртығыҙ, ә ул килеп еткәнсе, бик күп һыу эсегеҙ.
       Сифаты түбән булған балыҡ ала ҡалһағыҙ, ҡул һелтәмәгеҙ - "Роспотребнадзор"ҙың БР буйынса идаралығына йәки Өфө ҡала ветстанцияһына мотлаҡ мөрәжәғәт итегеҙ.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал