6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

БДИ популярмы?
31.03.09


       11-се синыф уҡыусылары өсөн ҡыҙыу осор башланды - Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек бара. Элек мәктәп уҡыусылары БДИ-ға етди ҡарамай ине (имтихан эксперименталь режимда үткәрелде), әммә хәҙер бөтәһе лә үҙгәрҙе.
       Әгәр быйыл мәктәпте тамамлаусы дәүләт имтиханын òàïøûðà алмаһа, уға өлгөргәнлек аттестаты бирмәйәсәктәр бит. Тимәк, юғары белем тураһында уйлау урынһыҙ. Шуға күрә бөгөн мәктәп уҡыусылары, БДИ формаһында тапшырасаҡ бөтә предметтар буйынса үҙҙәренең белемдәрен туплап, көсөргәнешле шөғөлләнә.
       Әйткәндәй, республиканың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл республикала 30130 кеше дәүләт имтиханы тапшырасаҡ, шуның 26784-е - 11-се синыф уҡыусылары. Ҡалған уҡыусылар, улар БДИ тапшырыу теләге белдергән, - Рәсәйҙең төрлө уҡыу йорттарын тамамлаусылар, сит илдә урта белем алыусылар, шулай уҡ үткән уҡыу йылында ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында дәүләт имтихандарын ҡалдырыусылар.
       Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ағымдағы йылдың 1 мартына рус теле (30130 заявка) һәм математика (29783) иң популяр предметтар булған, уларҙы уҡыусылар БДИ формаһында тапшырасаҡ. Аңлашыла, был имтихандар мәктәпте тамамлаусылар өсөн мотлаҡ бит.
       Ә бына һайлап алыу буйынса популяр предметтарҙың исемлеге сәйер килеп сыҡҡан. Мәғариф министрлығының белем сифаты һәм БДИ бүлеге начальнигы Зәки Мырҙағәлин һүҙҙәренә ҡарағанда, мәктәпте тамамлаусыларҙың 47 проценты йәмғиәт ғилеме буйынса БДИ һайлаған. Áыл предметты тапшырыуға 12674 заявка (1 мартҡа ҡарата) бирелгән.
       - Был мәктәпте тамамлаусыларҙың яртыһы тиерлек йәмғиәт ғилеме буйынса дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен талап иткән специальносҡа документтарын бирåргә йыйына тигәнде аңлата, - тип билдәләй Зәки Дамир улы. - Йәғни абитуриенттар иҡтисад, юридик һәм башҡа гуманитар факультеттарға йыйына. Ә был өлкәләрҙә белгестәр етерлек бит, хеҙмәт баҙарында уларға һорау юҡ.
       Аҙаҡ популярлыҡ буйынса физика (9623 заявка) килә, биология - 6523, тарих - 5828, химия - 4506 һәм информатика - 4427.
       Уларҙан һуң инглиз теле, география һәм әҙәбиәт килә. Немец теле (127 заявка) һәм француз теле (17) ҙур популярлыҡ яуламай. Испан телен БДИ формаһында тапшырырға теләүселәр бөтөнләй юҡ.
       Өфөлә, әйткәндәй, рус телен 5369 кеше тапшырасаҡ, ә математиканы - 5322. Өфө уҡыусылары араһында һайлап алыу буйынса йәмғиәт ғилеме, физика, тарих һәм информатика иң популяр имтихандарҙан һанала.
       Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев, юғары уҡыу йорттарына бюджет урындарына инеү мөмкинлектәрен хәтһеҙ арттырыу өсөн, мәктәпте тамамлаусыларҙы бер нисә предметты БДИ формаһында òàïøûðûðға саҡырһа ла, уның белдереүе республика халҡына тәьҫир итмәне. Башҡортостанда ни бары ете кеше 11 предмет буйынса БДИ тапшырырға теләк белдергән. 20 уҡыусы, ун имтихан тапшырып, үҙ көсөн һынарға булған, ә 48 кеше ун предметты һайлаған.
       Ағымдағы йылда республика халҡының күпселеге (9624) БДИ формаһында дүрт предмет тапшырасаҡ. 7748 кеше ни бары бер өҫтәмә имтихан һайлаған, ә 6497 кеше ике мотлаҡ предмет менән сикләнгән.
       - Ҡайһы бер предметтарҙы аҙ һайлағандар. Был беҙҙе ғәжәпкә һала, - ти Зәки Мырҙағәлин. - Миҫал өсөн, әҙәбиәтте 1667 кеше тапшырасаҡ, юғары уҡыу йорттарында бюджет һәм бюджеттан тыш урындар, уларға был предмет буйынса БДИ һөҙөмтәләре талап ителә, - 1760. Француз теле менән дә шул уҡ хәл, уны ни бары 17 уҡыусы һайлаған, ә юғары уҡыу йорттарында урындарҙы тултырыу өсөн 53 кеше талап ителә.
       Тимәк, юғары уҡыу йорттарында ҡайһы бер специальностарға конкурс булмаясаҡ. Һәм урындар ҙа тулмай ҡаласаҡ. Бындай хәл килеп сыҡмаһын өсөн, БДИ формаһында дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үтеүгә ғаризалар биреү срогы 7 апрелгә тиклем оҙайтылды. Шуға күрә мәктәпте тамамлаусыларҙың тапшырасаҡ имтихандарын асыҡлау һәм был турала белдереү мөмкинлеге бар.
       Республикала дәүләт имтиханынан тыш башҡорт теле буйынса Берҙәм төбәк имтиханы тапшырып була. Берҙәм төбәк имтиханына заявкалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Республиканың юғары уҡыу йорттарында 270 урын башҡорт теле буйынса имтихан һөҙөмтәләрен талап итә.
       Ағымдағы йылда БДИ бер нисә этапта үтәсәк. Мәктәпте тамамлаусылар ваҡытынан алда дәүләт имтиханы тапшыра ала. 2009 йылда алты кеше ваҡытынан алда имтихан тапшырыу теләге белдергән. Улар өсөн һынауҙар 21 апрелдән 30-ына тиклем үткәрелә.
       11-се синыф уҡыусыларының төп өлөшө, шулай уҡ һөнәри училище, урта махсус уҡыу йорттары уҡыусылары һәм үткән йылда тамамлаусылар 26 майҙан 19 июнгә тиклем дәүләт имтихандары тапшырасаҡ. Рус теле буйынса бөтәһе өсөн дә мотлаҡ имтихан 26 майҙа үтә, математика буйынса - 4 июндә.
       Дөйөм белем биреү предметтары буйынса дәүләт имтихандары иртәнге сәғәт 10-да башлана. Математика, әҙәбиәт һәм информатика буйынса дәүләт имтихандары дүрт сәғәт дауам итә. Физика, тарих һәм йәмғиәт ғилеме буйынса - 3,5 сәғәт. Рус теле, биология, география һәм химия буйынса дәүләт имтихандары өс сәғәт дауам итә, ә сит телдәр буйынса - 160 минут.
       Áåðƒœì 䜼ëœò èìòèõàíû âàºûòûíäà š³éëœøå¼, ð³õñœòšåƒ óðûíäàí òîðîó, ê¼ñåï óëòûðûó, áàøºà óºûóñûëàð ìåíœí òå뜚œ íèíäœé ìàòåðèàëäàð šœì ïðåäìåòòàð àëìàøûó, ìîáèëü òåëåôîíäàðû šœì áàøºà ýëåìòœ ñðåäñòâîëàðû ìåíœí ôàéƒàëàíûó, îƒàòûóšûƒ êàáèíåòòàí ñûûó ºœòè òûéûëà. Œãœð šåƒ áûë ºàèƒœëœðƒå áîƒà ºàëšàûƒ, îéîøòîðîóñûëàðƒû¾ èìòèõàíäàí ñûàðûï åáœðåð㜠õîºóû áàð.
       Һәр уҡыусының имтихан көнөндә БДИ үткәреү процедураһын боҙоуҙар, имтихан һөҙөмтәләрен рәсми иғлан иткәндән һуң ике эш көнө дауамында ҡуйылған балдар менән килешмәү тураһында апелляцияà бирергә хоҡуғы бар.
       БДИ һөҙөмтәләре һәр уҡыусының әҙерлегенә һәм белеменә бәйле. Шуға күрә ваҡытығыҙҙы бушҡа сарыф итмәгеҙ, бөгөндән уҡ ең һыҙғанып тотоноғоҙ.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал