6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Стас Пьеха - манекен, шағир, стилист, шахтер һәм журналист
31.03.09


       Популяр йырсы Стас Пьехаға ҡараһаң, шундай фекер㜠êè뜚å¾, уíû¾ á³òœ ÿû ëà килешле. Сәсе тел тейҙермәҫлек, күлдәге үтекләнгән, ябай костюм... Торғаны манекен. Юҡ, манекен түгел, улар йырлай белмәй бит, ә Стас белә! Быға өфөләр инанды, улар йыл һайын үткәрелгән "Мисс Русское радио - Уфа" матурлыҡ конкурсына килгәйне. Унда почетлы ҡунаҡ сифатында саҡырылған Стас Пьеха булды.
       Әлбиттә, Стас был саҡырыуҙы ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡабул итте. 16 һылыу ҡыҙ эргәһендә кис үткәреүҙән ниндәй ир-ат баш тартһын инде. Өҫтәүенә Стас әлегә өйләнмәгән...
       - Мин һәр ваҡыт ҡыҙҙарға күҙ һалам, - тигән Стас үҙенең бер интервьюһында. - Матур ҡыҙҙарға иғтибар итмәү мөмкинме һуң? Үҙемде ҡатын-ҡыҙҙар яратыусы тип һанамайым. Матурлыҡ конкурсында ҡатнашыусыларға килгәндә, минең кеүек романтик өсөн, бындай матурлыҡтың күплеге - ул шаңҡыу. Шунса һоҡланыуҙан "үлергә" мөмкин бит.
       28 йәшлек Стас Пьеха күпкә өлгәшкән. Ул "Йондоҙҙар фабрикаһы - 4" телевизион проектында еңеүселәрҙең береһе булды, ике альбом, шиғырҙар йыйынтығы сығарҙы, сериалда төштө һәм хатта стилист димломы алды. Өҫтәүенә үткән йылдың яҙынан Стас үҙен журналист сифатында һынай, ул популяр программаны алып бара. Йырлау миңә нығыраҡ оҡшай, тигән Стас Өфө матбуғатына:
       - Журналист эшмәкәрлеге миңә яҡын. Хәҙерге ваҡытта "Cosmopolitan. Видеоверсия" программаларын алып барам. Программаға минең дуҫтарым килә, һәм беҙ аралашабыҙ. Виктория Боня менән мөнәсәбәттәр һәйбәт. Йырсы эшмәкәрлеге миңә шул тиклем яҡын, һәм уны ташларға йыйынмайым.
       - Һеҙ шиғырҙар яҙаһығыҙ, әҙәбиәттә һәм шиғриәттә кумирығыҙ бармы?
       - Әйтеүе ауыр, сөнки мин бала саҡта шиғриәт менән мауыҡманым. Мин хард-рок һәм панк-рок тыңланым. Шиғриәткә килгәндә, Даниил Хармс, Николай Гумилев, Юнна Мориц һәм тағы бер нисә шағир оҡшай. Һәм мин дә ҡай саҡ үҙемә оҡшайым...
       - Һеҙгә хард-рок оҡшаған, ә нигә попса башҡара башланығыҙ?
       - Был насар ҡылыҡ! Мин әле булһа аңлай алмайым, кемеһе сихырлағандыр... (көлә). Психологтар раҫлауынса, кешенең киләсәге йәш саҡта уҡ һалына. Мин, үкенескә ҡаршы йәки бәхеткә күрә, бала саҡта эстрада йырҙарын башҡарыусылар концертында булдым. Шуға күрә, үҙемдең ÿƒìûøûì менән күпме көрәшһәм дә, барыбер файҙаһыҙ. Һөҙөмтәлә йырлай башланым, Гнесиндар исемендәге дәүләт музыка училищеһына уҡырға индем һәм шунда башланды... Әммә үҙебеҙҙең коллектив менән барыбер фанк һәм джаз уйнайбыҙ... Әммә был музыка, баҡтиһәң, беҙҙең илдә кәрәкмәй икән, шуға күрә беҙ попсаға йүнәлеш алдыҡ.
       - Был музыка кәрәк булһын өсөн ниндәй тырышлыҡ талап ителә?
       - Ниндәйҙер көс һалыу файҙаһыҙ. Был музыка аҙ ҡатлам тыңлаусыларына тәғәйенләнә. Уны популярлаштырыу кәрәк түгел. Уны күңел өсөн тыңларға кәрәк.
       - Яңы йондоҙҙар ҡайҙа йыш барлыҡҡа килә?
       - Мин үҙ урынымды таптым, ниндәйҙер глобаль үрҙәргә дәғүә итмәйем. Әкренләп алға барам. Иң мөһиме, беҙ яңғыҙ концерт бирәбеҙ. Был халыҡтың иғтибарын йәлеп итә. Бер ниндәй пиар, бер ниндәй ғауға сарафан радио кеүек яҡшы эшләмәй.
       - "Евровидение"ла ҡатнашырға теләк бармы?
       - Юҡ. Миңә артыҡ пиар кәрәкмәй. Иң мөһиме - йырҙар!
       - Һеҙгә танылған фамилия ярҙам итәме?
       - Был ике башлы таяҡ - ул ярҙам да итә, шул уҡ ваҡытта ҡамасаулай ҙа. Өлкән быуын, Пьеха фамилияһы - ул бренд, насар башҡарыусы уның аҫтында йәшеренә алмай, тип һанай. Улар минең концертҡа килә, уларҙың миңә ҡарата ниндәй ҙә булһа ышанысы бар. Ә йәштәр, сығыш яһар өсөн кемгә һәм күпме түләнең, өләсәйең нимә менән ярҙам итте, тип һорай. Иң мөһиме, был ырыуҙы минән башҡа бер кем дә дауам итә алмай бит. Шуға күрә мин был фамилияны йөрөтәм, һәм уны алмаштырырға йыйынмайым.
       - Һеҙҙең фамилия нимә аңлата?
       - Был турала ҡасандыр һөйләгәндәр ине, әммә хәтерҙә ҡалмаған. Был ниндәйҙер шахтер ырыуы булған, шуны ғына беләм.
       - Дуэтта кем менән йырлар инегеҙ?
       - Стинг менән йырлар инем.
       - Һеҙ нисек ял итәһегеҙ?
       - Һуңғы ваҡытта миңә ял һирәк эләгә. Быны горизонталь килеш эшләргә тырышам.
       - Өфөнө ҡарарға өлгөрәһегеҙме?
       - Өфөлә мин иң күбе ярты көн булам. Шуға күрә бер ни ҙә ҡарай алмайым. Өфө менән танышыу тамашасылар аша бара. Концерт залдары яҡшы, тауыш шәп, публика яғымлы!
       Концерттың үҙенсәлегенә ҡарамаҫтан, (залда Пьеха фанаттары күп түгел ине) тамашасылар Стастың йырҙарын йылы ҡабул итте. Залда ултырыусылар Стас менән бергә йырланы, ә ҡай берәүҙәр, таныш музыканы ишетеп, бейергә төштө.
       Стас менән бергә музыканттар һәм бейеүселәр килгән ине. Шуға күрә сағыу шоу килеп сыҡты. Гитара, аккордеон, саксафон, барабан яңғыраны... Стас үҙе лә гитарала уйнаны. Тамашасылар инструменталь музыка, фанк, ретро һәм хатта романстар тыңланы.
       Стас үҙенең концерт программаһын "Мин ҡайҙа булырмын" тигән йырҙан башланы. Залдағылар уға ҡушылып йырланы:
       Ҡайҙа йөҙә был һауа,
       Ҡасан атыр был таң,
       Күперҙе йылғалар йыуғанда,
       Һин ҡайҙа булырһың?..
       Стас башҡарыуында "Мин һиңә бүләк итәм", "Ул һинеке түгел", "Һинең тураһында", "Һинең менән генә", "Бала саҡ ҡалаһы" тигән йырҙар, Григорий Лепстың "Тыныс йоҡо" романсы һәм Игорь Тальковтың "Таҙа быуалар" йыры яңғыраны.
       Стас, "Һин бойоғаһың" йырын йырлар алдынан, сәхнәгә бер нисә ҡыҙҙы саҡырҙы һәм уларҙан йырсы Валерия йырлаған һүҙҙәрҙе йырлауҙарын үтенде. Ҡыҙыҡ килеп сыҡты, ҡыҙҙар һәр саҡ нотаға эләкмәне, ә ҡай берҙәре микрофонға ҡысҡырҙы:
       Мин һине яратырға өйрәтәм, яратырға өйрәтәм,
       Әммә һәр көн һиңә был турала әйтәсәкмен.
       Бер үҙемде ҡалдырма, мине уға бирмә,
       Мин ялынам был турала...
       Ахырҙа Стас үҙенең беренсе хитын әҙерләне, был йыр уға популярлыҡ алып килде:
       Һауала ни бары бер йондоҙ.
       Мин уны һиңә бүләк итә алмайым,
       Төштәр генә онотола, һәм йондоҙҙар һүнә,
       Һин беләһең, мин һинең менән!

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал