6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Ольчаны бөтәһе лә белә
31.03.09


       Башҡортостан биатлонсылары сығыштарына ҡыҫҡаса йомғаҡ яһап була - Вилухина "өтөп бара", Чудов - уртаса. Бөттө, статья тамамланды. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
       Шаяртам, әлбиттә. Тема буйынса фекерҙәр бар әле.
       Максим Чудов Ханты-Мансийскиҙа үтәсәк этаптар алдынан журналистар менән аралашҡанда уларҙың береһе: "Унда һеҙ ҡатнашаһығыҙмы?" тигән һорау биргән. "Юҡ", - тигән Максим. Һуңынан, дөрөҫ, Макс был мәғлүмәтте кире ҡаҡты, әммә нисек! Чудов үҙенең "Евроспорт" блогында былай яҙҙы: "Мине төрлө хәбәрселәр йөҙәтеп бөтһә, мин теләһә нимә әйтә алам. Шау-шыу өсөн әйтеп ысҡындырҙым".
       Ханты-Мансийскиҙа Максим бер яҡтан да айырылманы. Рәсәйҙә ул бер тапҡыр ҙа подиумға эләгә алманы. Ҡайҙа инде подиум - хатта сәскәләр гөлләмәһе ала алманы һәм тәүге тиҫтәгә эләкмәне.
       Уның күрһәткестәре - саңғыла йөрөү шәптән түгел һәм уртаса атыу. Уның һөҙөмтәләре - спринтта 12-се урын, пасьютта ла шулай уҡ һәм масс-стартта 18-се урын. Чудов донъя кубогының дөйөм зачетында өсөнñ³ урындан бишенсе урынға тәгәрәне. Алда - еңеүсе, норвег Уле Эйнар Бьорндален, поляк Томаш Сикора, тағы бер норвег Эмиль Хельге Свендсен һәм немец Михаэль Грайс.
       Спринтерҙар зачетында Максим шулай уҡ бишенсе, Уле Эйнар Бьорндален еңде. Пасьютта Чудов етенсе, шул уҡ Уле Эйнар Бьорндален еңеүгә өлгәште. Масс-стартта Максим дүртенсе булды. Яҡташыбыҙ шәхси ярыштар зачетында призер булды - унда ул еңеүсе Михаэль Грайс һәм икенсе урынды алған Иван Черезовтан һуң өсөнсө урынды биләне.
       Дөйөм алғанда, Чудов күрһәткән һөҙөмтәләрҙе уңышлы тип әйтеп була - донъя чемпионатында "көмөш", донъя кубогында подиумдар булды. Әммә ул лидер була алманы һәм дөйөм зачетта еңеүгә дәғүә итмәне. Бының бер ниндәй ҙә ҡурҡынысы юҡ. Иң мөһиме, киләһе йылда Олимпиадала һөҙөмтәләр булһын.
       Ольга Вилухина сығыштарына килгәндә, ул Өфөлә Европа чемпионатында яҡшы сығыш яһаны, ә һуңынан Ханты-Мансийскиҙа Рәсәй биатлонсылары араһында иң яҡшы спортсы булыуын күрһәтте.
       Спринтта ул атыу һыҙыҡтарын үҙенең стилендә яҙа атыуһыҙ үтте һәм Рәсәй биатлонсыларын, хатта Ольга Зайцеваны уҙып, алтынсы булды. Әгәр Вилухина ауырымаған булһа - ул күпкә өлгәшер ине. Әммә дебютант өсөн бындай һөҙөмтә - ул бик яҡшы күрһәткес.
       Икенсе уҙышта Ольга яҙа атты. 20 сәпте ҡаплаһа - подиумда булыр ине. Әммә дүрт яҙа атыу уны 15-се позицияға төшөрҙө. Бындай һөҙөмтә - ғорурлыҡ өсөн сәбәп. Рәсәй биатлонсылары араһында ул өсөнсө булды, ә был - Рәсәй йыйылма êîìàíäàһына эләгеүгә заявка ғына түгел, œ дүртәү эстафетаһында йүгереðгә ваҡыт етеүгә ишара!
       Ольга үҙе был турала хыяллана. Яңы ҡар төшкәнсе, әлбиттә, îҙаҡ көтөргә кәрәк, һәм ҡатын-ҡыҙҙар тиҙҙән Уватта Рәсәй чемпионатында стартҡа баҫасаҡ. Вилухина Олимпиада миҙгеленә әҙерлекте йыйылма составы менән бергә үтәсәк, тигән тренерҙар Оляға.
       Вилухина әлегә һауығып бөтмәгән:
       - Уватта нисә старт булыр, уныһын әйтә алмайым.
       - Ханты-Мансийскиҙа алған тәьҫораттар ниндәй?
       - Шәп! Көйәрмәндәр күп булды. Ярышты ойоштороусылар иҫәпләүенсә, 32 меңдән ашыу кеше булған.
       - Уҙыштар нисек үтте?
       - Спринтта саңғы майы һайлап алыу ауырға төштө, ә пасьютта саңғылар шәп йүгерҙе. Көслө биатлонсылар артынан йүгерҙем, һәм улар мине "туйындырҙы", мин уны шулай тип әйтәм. Һуңғы әйләнмәлә ауыр булды, бөтә тәнем ауыртты. Финиш алдынан мине немка уҙып китте.
       Миңә һалҡын тейгән, башҡа ҡыҙҙар менән аралашырға тырышманым. Хатта Уватҡа айырым килдем. Иң мөһиме - Рәсәй йыйылма командаһына эләктем!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал