6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Трамплиндан һикереү

Васильевҡа киске аш кәрәкмәй
30.03.09


       Өфөлө Дмитрий Васильев - шәп спортсы, ул спорттың сағыу бер төрө менән шөғөлләнә. Көнбайышта, мәҫәлән, Германияла, был төр буйынса ярыштар популяр - трибунаға 40-60 мең тирәһе тамашасы йыйыла.
       Саңғыла трамплиндан һикереү - был һеҙгә уйын түгел. Шәп шыуып өҫкә һәм аҫҡа осоп ҡарағыҙ. Быны һәр кеше булдыра алмай.
       - Һикереү алдынан ҡурҡыу әле булһа бар, - ти Васильев. - Айырыуса оҙаҡ тәнәфестән һуң һикереүе ҡурҡыныс булып тора. Әммә был ҡурҡыу, киреһенсә, көстө тупларға ярҙам итә, тип һанайым. Әйткәндәй, был хәүеф-хәтәр ҡурҡынысы ғына түгел, әммә насар һөҙөмтә күрһәтеү ҡурҡынысы ла.
       - Йылына нисә тапҡыр һикерергә тура килә?
       - Меңгә тиклем һикерергә була. Мин 1993 йылдан алып һикерәм - шуға күрә үҙегеҙ һанағыҙ инде.
       - Дөйөм һикереүҙәр һанына иҫәп алып бараһығыҙмы?
       - Улар шул тиклем күп, иҫәп алып барыу мөмкин түгел. Статистиканы күтәрергә, ваҡыт сарыф итергә кәрәк...
       - Һикереүсе нисә секунд оса?
       - Алты секунд тирәһе, хатта ҡай саҡта нимәлер тураһында уйларға өлгөрәһең.
       - Үҙегеҙҙең быйылғы миҙгелде нисек баһалайһығыҙ?
       - Әлбиттә, минең өсөн дә, команда өсөн дә уңышлы булды ул...
       Ысынлап та, Васильевтың һөҙөмтәләре яҡшы. Ул донъя кубогында 845 мәрәй менән бишенсе булды. Быйылғы миҙгелдә уның иҫәбендә алты подиум - шәхси зачетта ғына бер икенсе һәм биш өсөнсө урындар.
       Был һөҙөмтәне Чудовдың биатлон буйынса донъя кубогындағы күрһәткестәре менән сағыштырырлыҡ. Макс шәхси зачетта шулай уҡ бишенсе булды. Шуның менән бергә Васильев, шул уҡ Чудовҡа йәки хоккейсыларға ҡарағанда, күпкә әҙерәк аҡса ала. Васильев бының менән ҡәнәғәт түгел, һәм ул урындағы матбуғатҡа был турала белдерҙе:
       - Мин йәш кеше, өҫтәмә аҡса эшләмәйем, һәм миңә үҙемде тәьмин итеү өсөн аҡса кәрәк. Минең бер иптәшем башҡа төбәк өсөн сығыш яһай, һәм ул мин төштә лә күрмәгән аҡсалар ала. Әгәр миңә Өфөлә түләргә теләмәһәләр, бәлки, ҡайҙа кәрәкмен, шунда сығыш яһарға кәрәктер?..
       Әммә Васильевҡа башҡа төбәккә китергә тура килмәҫ, моғайын. Өҫтән команда эшләй - Дмитрийҙы лайыҡлы эш хаҡы менән тәьмин итергә. Был дөрөҫ. Дмитрий Европала танылған, тимәк, ул төбәкте данлай.
       Әммә резервты әҙерләү мәсьәләһе лә бар. Спорт мастеры исеменә лайыҡ булған йәш кешеләр спортҡа нөктә ҡуя, осоусы саңғысының эш хаҡы күп түгел, шуға күрә улар эшләргә йәки уҡырға áàðà. Өфө спорт мәктәбендә һикереүселәр өсөн ике стипендия һәм ике төр спортсылар өсөн - ике (һәр береһе өс мең тирәһе). Был аҡсаға йәшәп буламы?
       Рәсәйҙә донъя стандарттарына ярашлы модернизацияланған етди база кәрәк. Әлегә ундай база юҡ, йыйылма Польшала күнекмәләр үткәрә, Ðœñœé аҡсалары икенсе илдә сарыф ителә.
       Шул уҡ Өфө трамплины реставрация талап итә. Бындай реставрация үтер, моғайын, шулай уҡ тейешле эштәр Түбәнге Новгородта, Түбәнге Тагилда һәм Санкт-Петербургта үтәсәк. Рәсәйҙең трамплиндан иң яҡшы һикереүсеһе Васильев әлегә Өфө трамплинынан һикерергә баҙнат итмәгән.
       Дмитрий һүҙҙәренә ҡарағанда, ул Сочи Олимпиадаһына тиклем карьераһын дауам итергә әҙер. Йәш - һикереүселәр өсөн ҙур проблема түгел. Бик күп ветерандар ҡалғандар менән бергә сығыш яһай һәм алдынғылыҡты бирмәй. Төп проблема, баҡһаң, ауырлыҡта икән!
       - Минең буйым 178 сантиметр, миндә хәрби ауырлыҡ - 65 килограмм булырға тейеш. Миҙгел тамамланғас, әлбиттә, үҙемә бер аҙ иркенлек бирәм. Мин бөтәһен дә ашайым - ит тә, майлыһын да, әммә иртәнге һәм төшк³ аш ваҡытында ғына. Өҫтәүенә төшкө ашым етер-етмәҫ була. Кисен 40-50 минут йүгерәм, - ти Дмитрий.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал