6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Көлкө көнө яҡынлаша
30.03.09


       1 апрель - Көлкө көнө. Иң күңелле байрамды күптәр ҙур түҙемһеҙлек менән көтә, һәм үҙҙәренең дуҫтарынан, таныштарынан нисек көлөү тураһында пландар ҡора. Бындай ыңғай байрам тураһында оноторға ярамай. Көлкө көнө ысын күңелдән күңел асырға бер сәбәп бит ул.
       - Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙә 1 апрель - ғаилә байрамы, - ти КВН-да ҡатнашыусы һәм Smetana comedi резиденты Денис Ҡаһарманов ("Кагр" Манов). - Һәм беҙ уға алдан әҙерләнәбеҙ. Тәмле ашамлыҡ һатып алабыҙ, ҡунаҡҡа барабыҙ, бер-беребеҙгә бүләк бирәбеҙ... Ғәҙәттә мин иртән ҡайын төбөндә бүләк табам, уны беҙ атайым менән һәр йылды өйгә ҡуябыҙ. Һәм, әлбиттә, 31 мартта дуҫтар менән мунсаға барабыҙ... Ә 23 сәғәт 55 минутта үҙебеҙҙең иҫке видеомагнитофонды алып, бөтә президенттың яңы йыл мөрәжәғәте яҙылған видеокассетаны ҡуябыҙ, һәм уны бөтә ғаилә менән ҡарайбыҙ... Дөрөҫөн әйткәндә, был көндө мин урамда йөрөргә яратам, унда яҙ һиҙелә. Һәм бына дүртенсе йыл инде 1 апрелдә "Көлкө кисәһе"нә йыйынам.
       - Сығыш яһайһыңмы?
       - Беҙҙең "Өс шөрөп" тип аталған команда сығыш яһарға планлаштыра, дөрөҫ, ҡыҫҡартылған составта. Команданың исеме беренсе тапҡыр ҡатнашыусылар һанына тура килә. Сәхнәлә Михаил Васильев, Александр Павлов һәм мин сығыш яһаясаҡмын.
       Әйткәндәй, быйыл "Өс шөрөп"кә дүрт йыл була. Команда 2005 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетында ойошторолдо.
       - Бер төркөмдә уҡыған Михаил Неруш менән КВН командаһын йыйыу тураһында иғлан күреп ҡалдыҡ, - ти Денис. - Уны, һуңынан асыҡланыуынса, Александр Павлов һәм Михаил Денисов яҙған икән. Һөҙөмтәлә алты кеше йыйылды, һәм беҙ бергә "Өс шөрөп" командаһын ойошторҙоҡ. Бер үк ваҡытта уҡыныҡ та, сығыш та яһаныҡ...
       - Береһе икенсеһенә ҡамасауламаíûмы?
       - Киреһенсә. КВН беҙгә уҡыуҙа ярҙам итә башланы. Деканат, кафедра беҙҙең башланғысты хупланы. Ә бишенсе курста ректор Морат Ғөзәйеров фатихаһы менән Сочиға КВН командалары фестиваленә барҙыҡ. Дөрөҫ, "Ысын йыйылма" составында, уның менән Владимир Андреев һәм Ренат Васин етәкселек итә. Беҙ икенсе турға үттек һәм хатта гала-концертҡа эләктек. Бейеүсе роботтарҙы иҫләйһегеҙҙер, моғайын...
       - Нисек итеп ректорҙы үҙегеҙгә ҡарата алдығыҙ?
       - Ул һәр саҡ беҙгә ҡарата үҙенә башҡа мөнәсәбәттә булды. Сығыштарға һәр саҡ йөрөнө.
       - Юмор - ул һинеке. Быны ҡасан аңланың?
       - Мин бала саҡтан уҡ төрлө көлкөлө нәмәләр уйлап сығара торғайным. Әммә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, мин 121-се гимназияла уҡыным, быны хупламаны. Әлбиттә, ул миңә "икеле" ҡуйманы, әммә һәр саҡ әйтә килде:
       - Денис, һинең аҡыл рәүешең ни ҙә булһа уйлап сығарырға тура килмәй!
       Мәктәптә математика һәм физика предметтарын яраттым. Әммә, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, көлкөлө нәмәләр уйлап сығарыуҙы дауам иттем. Һәм тағы КВН уйындарын яраттым.
       - Һинең эшең юмор менән бәйлеме?
       - Мин хәүефһеҙлек селтәрҙәре инженеры булып эшләйем. Аңлауығыҙса, юмор менән бәйле түгел. Иң яҡшы ял - ул эшмәкәрлектең алмашы, тип һанайым. Шуға күрә буш ваҡытта ижад менән шөғөлләнәм. Дөйөм алғанда, эште юмор менән бергә алып барам.
       Денис "Кагр" Манов ике йыл ярым дауамында Smetana comedi резиденты булып тора. 2006 йылдың декабренән проектта ҡатнаша.
       - Smetanaға мине Руслан Мөхтәров саҡырҙы, ул "Киндер" булараҡ таныш, - тип һөйләй Денис. - Башта үҙемде автор ролендә һынап ҡараным, әммә һуңынан үҙемде актер булараҡ күрһәттем. Мин ике кисәне генә ҡалдырҙым. Һәм хәҙер Русланға миңә мөмкинлек биргәне өсөн рәхмәтлемен. Йәшермәйем, башта бөтәһе лә килеп сыҡманы, көлкөлө булманы. Әммә мин тәжрибә тупланым. Һәм үткән йыл аҙàында беҙҙе Руслан менән "Кәмитселәр" проектына саҡырҙылар.
       - Ниндәй проект ул?
       - "Кәмитселәр"ҙә йәш кавээнщиктар ҡатнаша, башлыса Мәскәү командаларынан. Украинанан егеттәр бар. Аҙна һәм ай йомғаҡтары буйынса SMS тауышòàð нигеҙендә иң яҡшы кәмитселәр һайлап алына. Иң аҙ тауыш йыйыусылар проекттан төшөп ҡала.
       "Кәмитселәр" проектының девизы - "Әшәке һүҙһеҙ шаяртыу". Был уны быға оҡшаш башҡа шоуҙан айырып тора. Уны көндөҙгө ваҡытта күрһәтәләр, шуға күрә унда ҡара юмор, "билдән аҫта" шаяртыуҙар юҡ. "Кәмитселәр" КВН-ға яҡын.
       - КВН-ды ташламаныңмы?
       - Юҡ, уйнауҙы дауам итәм. Әле мин Стәрлетамаҡтың "Күккә күтәрелергә" командаһы өсөн сығыш яһайым, мине Альберт Заһитов һәм Алексей Кольцов саҡырҙы. Быйыл беҙ Үҙәк Краснодар лигаһында уйнайбыҙ. Үткән йылда команда Беренсе лигаға эләкте һәм артабан үтеү мөмкинлеге булды. Әммә финанс ÿûíàí проблемалар арҡаһында унда егеттәр ҡатнаша алманы. Быйыл беренсе лига уйындары Минск ҡалаһында үтә, ә унда барыу ҡиммәткә төшә. Әгәр команда Краснодарҙа уңышлы сығыш яһаһа, беҙ Премьер-лигаға эләгәсәкбеҙ, уның уйындарын Беренсе канал күрһәтәсәк.
       - Һиңә нимә яҡын: КВН-мы йәки stand-up проектымы?
       - Миңә ижадтың ике төрө лә яҡын. Әммә йәшермәйем, КВН уйындарына өҫтөнлөк бирәм.
       - Сәхнәлә әƒœïšåƒ һүҙҙәр һөйләүгә нисек ҡарайһың?
       - Бөтәһе лә сығыш форматына бәйле. Әгәр ул кешегә үҙенең тойғоларын шулай итеп сағылдырырға ярҙам итә икән, уға бер кем дә œƒœïšåƒ һүҙҙәр әйтергә ҡамасауламай. Ә мин ундай һүҙҙәр ҡулланмайым.
       - Көлкө көнөнә һанаулы көндœр ҡалды. Дуҫтарың һине шаяртҡаны булдымы?
       - 1 апрель көнөндәге шаяртыуҙарҙы хәтерләмәйем. Әммә йәйге кафелә шаяртыуҙар булды.
       - Ә дуҫтарыңды шаяртҡаның булдымы?
       - Михаил Неруш минең яҡшы дуҫым. Ул оҙаҡ ваҡыт бер имтиханды тапшыра алмай яфаланды... Һәм уның фамилияһы уҡыуҙан ҡыуылыусылар исемлегендә булды. Уҡытыусы уға мәсьәләләр бирҙе. Беҙ бөтә төркөм менән уға ярҙам иттек, Михаил уларҙы тапшырҙы һәм һөҙөмтәләр көттө. Уның телефонында уҡытыусының номеры яҙылғанын белә инем. Мин һиҙҙермәй генә уның телефонын алып, уҡытыусының номерын үҙемдекенә үҙгәрттем. Һәм Мишаға SMS килде: "Михаил, мин аңланым, мәсьәләне һин үҙең эшләмәгәнһең. Һин ғүмерҙә лә миңә имтихан тапшыра алмаясаҡһың!". Мин уның менән йәнәш ултыра инем һәм күрәм, уның йөҙө ағарынып киткәндәй булды. Ә мин һиҙҙермәй генә уға ҡараным һәм йылмайып ҡуйҙым. Ул ысынлап та ышанды. Әйткәндәй, Миша яҙмыш шаярыуы буйынса, Ереван медицина институты командаһының "КВН - ул уйын түгел, ә йәшәү рәүеше" тигән һүҙҙәрен тағы бер тапҡыр иҫбатлап, армияла хеҙмәт итә. Унда ул үҙенең хәрби часы өсөн КВН-да уйнай.
       - Һинең ҡарашҡа, шаяртыуҙар изге йәки, киреһенсә, ҡаты булырға тейеш?
       - Ғөмүмән, нормаль кешеләр шаяртыуға үпкәләмәй. Һеҙҙе шаяртҡан кеше һеҙгә яуызлыҡ теләмәй бит - быны аңларға кәрәк. Әгәр инде һеҙгә яуызлыҡ теләйҙәр икән, был шаяртыу булмай, ә мәсхәрәле көлөү була.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал