6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Халыҡ-ара театр көнө билдәләнде
30.03.09


       27 мартта Халыҡ-ара театр көнө билдәләнде. Өфөлә был датаға арналған "Күңелле кәзә" театр кисәëœðå фестиваленең гала-концерты үтте. Традиция буйынса был форум күп йылдар дауамында Түбәнге Новгородта ғына үтә ине. Әммә күптән түгел форумды ойоштороусылар Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында күсмә концерттар күрһәтергә ҡарар итте.
       - Үткән йылда Түбәнге Новгородта үткән кисәлә Өфө артистарының сығышы иҫтә ҡалды, - ти танылған шағир һәм драматург Вадим Жук. - Шуға күрә, Башҡортостан Милли йәштәр театры етәкселегенән Өфөлә фестиваль үткәреү тураһында саҡырыу алғас, риза булдыҡ.
       Милли йәштәр театрының рус труппаһы режиссеры Мөсәлим Ҡолбаев әйтеүенсә, Түбәнге Новгородта үткән фестивалдә уникаль тамашалар күрһәтелгән, шуға ла быны Өфөлә күрһәтеү теләге тыуған. Шуға күрә баш ҡалаға Мәскәү, Санкт-Петербург, Орск, Екатеринбург ҡалаларынàн ижади коллективтар килде. Бынан тыш, гала-концертта Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һәм БР Рус академия драма театры артистары ҡатнашты.
       Халыҡ-ара театр көнөнә арналған кисә тамашасыларҙы күп йыйҙы. Әммә залға инергә уҡталыусылар кәртәгә осраны - билеттары булған өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары бинаға инеү алдынан һынау үтте - театр артистары ҡунаҡтарҙың ҡулынан билеттарын тартып алды һәм икенсе яҡҡа йүгерҙе, ә кемделер стенаға ҡараòып ҡуйҙы һәм "Һеҙгә оят түгелме?" тип шелтәләп алды, ә кемделер бер һүҙһеҙ ишек артына сығарҙы...
       - Шундай традиция барлыҡҡа килде, - тип көлә Мөсәлим Ҡолбаев.
       Театр фойеһында сиғандар өйөрө йөрөнө - күрәҙәлек итте, башҡа планетала йәшәүселәр бейене һәм аҡылдан яҙған март Ҡуяны һикерәңләп йөрөнө. Бындай йылы осрашыуҙан инфрактҡа тарый яҙған кешеләргә "шәфҡәт туташтары" ярҙамға ашыҡты. Улар ҡан баҫымын үлсәргә, көлкө таблеткаһын йоторға тәҡдим итте һәм артабанғы реабилитацияға - тамаша залына оҙатып ҡуйҙы.
       Башҡа артистар ҙа кәйефте күтәреү идеяһына ҡушылды. Екатеринбург дәүләт театр институтының талантлы студенттары төрлө музыка ҡоралдарында уйнаны, бейене һәм йырланы. Орск ҡалаһынан артист Алексей Кизеров Александр Введенскийҙың шиғырҙарын уҡыны, "Кава" төркөмөндә ҡатнашыусылар - Юрий Крылов һәм Вадим Белоконь үҙҙәренең музыкаль номерҙарында лирик рус йырҙарын рок менән берләштерҙе.
       - Актер профессияһына килгәнсе, беҙ политехник институтта уҡыныҡ, - ти ҡунаҡтар. - Һәм институтта студент булараҡ, "Кавардак" рок-төркөмө ойошторҙоҡ. Беҙ һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартырға һәм үҙебеҙ уйлап тапҡан телдә һөйләшергә яратабыҙ. Ваҡыт үтеү менән "Кавардак" тигән исемдән һуңғы ижек төшөп ҡалды, һәм "Кава" барлыҡҡа килде. Һуңынан энциклопедияла уҡып белеүебеҙсә, кава - ул Полинезияла ерле кешенең эсемлеге. Бынан тыш, ҡайһы бер телдәрҙә кофе тигәнде аңлата икән.
       Мәскәүҙән "Ҡыҙ-Әсәй" дуэтының сағыу сығышы тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Лилиә Шәйхетдинова һәм Ника Косенкова ысыплап та әсә һәм ҡыҙ, улар икеһе лә вокалсы. Улар башҡарған йырҙа шундай тарих һөйләнә: Ника бала саҡтан уҡ әсәһе кеүек йырларға хыялланған, ә ул ҡыҙының хыялына кире булған. Әммә Ника Лилиәне һайлап алыу дөрөҫлөгөндә күндерә һәм үҙенең таланты һәм профессионализмы менән төрлө ҡалаларҙа публиканың күңелен арбай.
       Тағы бер коллектив, улар менән һоҡланмау мөмкин түгел, Санкт-Петербургтан "Квам" дуэты. Андрей Князьков һәм Алексей Мельник сәхнәлә күрһәткән тамашаны бер жанр тип иҫәпләп булмай. Улар пантомимала шәп уйнай. "Квам" дуэты артистары онотолмаҫлыҡ тамаша күрһәтте. Ҡапҡаслы кәстрүл, бүрек, ике аш сүмесе һәм артистарҙың ҡулы - бына кеше килеп сыºòû. Был сәйер персонаж бейегәндә, залда көлкө тынманы.
       "Сюрприз" хит-квартеты үҙенең исемен тулы кимәлдә аҡланы, уны рус драма театры артистары булдырған. Ҡара фрак кейгән зифа буйлы дүрт һылыу бейене, йырланы һәм канцеляр беркеткестәрен турайтып һәм пластик стакандарҙы йәмшәйтеп, үҙҙәренең физик көсөн күрһәтте.
       Милли йәштәр театры артистары хужалар хоҡуғында тамашаны тамамланы. Улар төрлө темаға арналған миниатюралар күрһәтеүҙән тыш, әммә концерттың бөтә номерҙарын бер бөтөн итеп берләштереүгә өлгәште, шуға күрә күңелле спектакль барлыҡҡа килде.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал