6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Хикәйәләрендә шишмә һыуының тәме
27.03.09


       1995 йылда Башҡортостан Яҙыусылар Союзы составында 178 әҙип иҫәпләнгән. Яҙыусылар тураһында биографик белешмәләр даими баҫыла. Шуларҙың һуңғыһы - "Башҡортостан яҙыусылары" тигән китап 2006 йылда донъя күрҙе. Белешмә 400 башҡорт яҙыусыһы тураһында материал туплаған. Күп әҙиптәрҙең биографияһы, айырыуса хәҙерге яҙыусыларҙың, киң ҡатлам уҡыусыларына билдәһеҙ. Сөнки уларға китап сығарыу ауыр, ә уҡыусылар менән ижади кисәләр һирәк үткәрелә.
       Оло быуын яҙыусылары беҙҙең арала юҡ, улар тураһында нимә әйтергә? Иван Федорович Слободчиков тигән яҙыусы булды. Ул 1905 йылдың 27 мартында тыуған. Шуға күрә бөгөн уны һәм уның әҫәрҙәрен иҫкә алырға сәбәп бар. Уның хикәйәләрен уҡыһаң, шишмә һыуын эскәндәй, ҡайын урманы буйлап йөрөгәндәй булаһың... Иван Федорович ауыл эшсәндәренең тормошон яҡшы белгән, урманды яратҡан.
       - Урман тураһында һүҙ барһа, мин һәр ваҡыт көтөлмәгән шатлыҡ кисерәм, һөйләшеүҙә ниндәйҙер ҡыҙыҡһыныу тыуа, һүҙ кеше тураһында бара тиерһең, уны мин яҡшы беләм һәм ул миңә таныш һәм ҡәҙерле, - тигән Иван Федорович. - Минең урманға булған мөхәббәтем осраҡлы түгел: тыуған ауылымды солғап алған ҡарағай, ҡайын óðìàíäàðû улар минең бала һәм үҫмер саҡта иң сағыу тәьҫораттарым булды. Төндәрен атта йөрөү, ҡыҙыү бесән өҫтө һәм баҫыу эштәре - былар бөтәһе лә минең хәтерҙә мәңгелеккә ҡалды.
       Иван Слободчиков үҙенең тәүге китабын ауыл эшсәндәренә арнай. "Бала саҡ биттәре" хикәйәләре циклында уның биографияһы күҙәтелә. Буласаҡ яҙыусы Силәбе өлкәһенең Каслин районында тыуған. Уның тормош хеҙмәте иртә башланған - кулактарҙа ялсы булып эшләгән. 1921 йылда комсомолға ингән, үҙҙәренең ауылында танылған юлбашсы булған. Үҙе өсөн урмансы һөнәрен һайлап, комсомол путевкаһы буйынса Сарапуль ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Техникумды тамамлағандан һуң Иван Слободчиков үҙенең тормошон Урал, Башҡортостан урмандары менән бәйләй. 20 йылдан ашыу урманда таксатор, һуңынан трест инженеры, урман хужалығы етәксеһе булып эшләй.
       Иван Слободчиков 1937 йылда Башҡортостанға килә. Тәжрибәле белгестең, хужалыҡсыл етәксенең оҫталығы уға Башҡортостанда ла кәрәк була. Бында Иван Слободчиковты Стәрлетамаҡта өлкән урмансы сифатында яҡшы беләләр. Ул Учалы районында урман хужалығында директор, район советы рәйесе урынбаҫары булып эшләй. Һуңынан Иван Слободчиков Йылайыр районында район советы рәйесе була.
       Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Слободчиковты Ҡыҙыл Армияға саҡыралар. Ул Байкал арты округы частарында хеҙмәт итә. Милитаристик Япония менән һуғышта ҡатнаша. Демобилизациянан һуң Башҡортостанға ҡайта. Пенсияға тиклем Йылайырҙа район башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй.
       Иван Слободчиковтың биографияһы, әлбиттә, ҡыҙыҡ. Ә уның яҙыусылыҡ яҙмышы нисек булған һуң? Иван Федорович 1965 йылда 60 éœøåíäœ Яҙыусылар союзы ағзаһы була.
       Слободчиковтың беренсе шиғырҙары 20-се йылдар уртаһында "Алмашҡа" һәм "Ҡыҙыл Кама буйы" тигән Сарапуль гәзиттәрендә, "Комсомольская правда" гәзитендә, Мәскәүҙә һәм Ленинградта коллектив йыйынтыҡтарҙа баҫыла. Әммә уның шиғырҙарында оҫталыҡ етешмәй. Иван Федорович быны аңлай һәм әҙәбиәт менән бәйләнеште өҙә. Ул былай аңлата:
       - Ысын әҙип ижадҡа талапсан булырға тейеш, тип һанайым. Яҙырға теләк кенә аҙ, үҙеңдең көсөңдө үлсәп ҡарарға кәрәк.
       Иван Федорович пенсияға сыҡҡас, 30 йылдан һуң, әҙәбиәткә яңынан килә. Ул үҙенең бөтә көсөн уға бирҙе, әҙиптең икенсе һулышы асылды. Быны яҙыусы Рим Әхмедов образлы билдәләé:
       - Яҙыусының "Тәбиғи шишмә" тигән хикәйәһе быға ҡарата символик, унда өс бейек ҡайын ышығында ер аҫтынан бәреп сыҡҡан шишмә һүрәтләнә. Хикәйә геройы Селиван ҡарт, әгәр кем дә булһа был шишмәнең һыуын тәмләп ҡараһа, ул бер ҡасан да был шишмәне онотмаясаҡ, һәм ҡайҙа китһә лә, - саф шишмәгә әйләнеп ҡайтасаҡ, тип нигеҙле һанай. Әҙәбиәт Слободчиков өсөн тәбиғи шишмә булды.
       Иван Слободчиковтың "Усаҡтар яна" тигән тәүге китабы 1962 йылда донъя күрә, һуңынан Умырзая" тип аталған хикәйәләр йыйынтығы. 1963 йылда "Урал" журналында "Ҡош йылға", аҙаҡ "Тәбиғи шишмә", "Зәңгәр тәҙрә ҡапҡаслы йорт", "Июнь - ҡыҙыу осор" повесòàðы баҫыла. Яҙыусы эпик жанр өлкәһендә лә эшләне - "Ҙур аҡлан", "Өмөттәр ваҡыты" тигән романдар яҙҙы. Уның китаптары китапханаларҙа бар. Шуларҙың һуңғыһы - "Сурень өҫтөндә болоттар" - 20 йыл элек баҫылған.
       Иван Федорович Слободчиков характеры буйынса изге һәм аралашыусан кеше булған, йәш әҙәбиәтселәргә кәңәш биргән, гәзит һәм журналдар менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал