6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Йүнселгә юл асыҡ
27.03.09


       Рәсәйҙә уңышҡа өлгәшеп буламы? Була, өс сәбәп буйынса. Беренсе - һинең ата-әсәйең бай áóëšà, икенсе - һин гений һәм уникаль финанс күҙаллауҙар яһай алһàң, өсөнсө - һин алдаҡсы, ìóò áóëšà¾. Беҙҙең бөгөнгө геройыбыҙ - эшҡыуар, риэлтор бизнесын алып барыусы Илдар Әлимбәков нәҡ шулай һанай. Шуға ҡарамаҫтан, уның тәжрибәһе киреһен раҫлай. Илдар Салауатта тыуып үҫкән. Әлимбәков уңышлы бизнесмен булып ҡына ҡалмаған, әммә ул ысын рантье ла (һалған капиталы, ҡиммәтле ҡағыҙҙары процентына йәшәй), шулай уҡ сәйәхәтсе-космополит та. Быға нисек өлгәшêән һуң?
       Был һорауҙы асыҡлап ҡарайыҡ. Һүҙ - бизнесменға.
       - Авиация институтын тамамлағандан һуң миңә Көнсығыш Германияла хәрби аэродромда эшләргә тура килде, - тип һөйләй Илдар Мәүликан улы. - Немец телен мәктәптә үк яҡшы өйрәнгәс, эш күп булды - командир мине тәржемәсе сифатында йыш ҡына командировкаға алды. Шулай итеп илде өйрәндем, немец телен тәрәнерәк үҙләштерҙем, файҙалы бәйләнештәргә эйә булдым.
       Ә һуңынан бөтөнләй ҡыҙыҡ булды. Йә ҡарағыҙ инде: Көнсығыш Германия тарҡала, "тимер стена" емерелә. Ә мин ул ваҡытта йөк машинаһы һатып алам (Германияла ул сүп-сарға оҙатыла), уны мебель менән тултырам һәм Рәсәйгә алып ҡайтам, беҙҙә был автомобиль өсөн фатир бирәләр, ә мебелгә һорау ҙур. Уларҙы һатам, яңынан Германияға юлланам, яңынан һатып алам... Шулай итеп мин дәүләттәрҙең төрлө кимәлдә үҫеш иҫәбенә "уйнап", оҙаҡ ваҡыт дауамында шулай эшләнем.
       Әммә бында, үкенескә ҡаршы, 1998 йылда көрсөк һөжүм итә башланы. Эш шунда ине: Мюнхенда ун тонналыҡ йөк машинаһы, прицеп һатып алдым, уға еңел машинаны ултырттым, мебель алдым. Шулай итеп Рәсәйгә йыйындым, әммә... Телевизор ҡарарға булдым, ә унда бөтә 180 канал буйынса Рәсәй дефолты тураһында һөйләйҙәр! Рәсәйгә ҡайтҡас күрәм - кешеләрҙең аҡсаһы юҡ, һәм һөҙөмтәлә миңә фатирҙы ла, машинаны ла һатырға тура килде.
       Әммә төшөнкөлөккә бирелмәнем. Белорусиянан тәгәрмәсле өс киоск алып ҡайттым һәм сауҙа менән шөғөлләнә башланым. Баҡһаң, тәмәке һәм һыра менән ваҡлап сауҙа итеү айына аҙмы-күпме сумма бирә икән!
       - Ҡиммәтле стенкалар һатыу - ул яҡшы, тип уйланым. - Әммә тотороҡло килем - яҡшыраҡ!
       Практика күрһәтеүенсә, магазин рәүешендә сауҙа павильондары һәм ҙур булмаған биналар төҙөү һәм уларҙы ҡуртымға биреү - иң яҡшыһы. Мин шулай эшләнем дә. Әле минең ҡарамаҡта бер нисә бәләкәй магазин, уларҙан ҡуртым өсөн түләүҙәр даими "тамып тора". Былар иҫәбенә йәшәйем һәм тағы ла бер бизнес - риэлтор эше.
       - Уның тураһында ентекләп һөйләгеҙ әле?
       - Башлыса былай килеп сыға. Миңә танышым ярҙам һорап килә. Уға бинаһын йәки шул уҡ ер участогын һатырға кәрәк. Ә мин, үҙ сиратымда, әлегә мәлдә кемгә кәрәклеген беләм. Шылтыратам, осрашыу ойошторам... Һәм килешелә. Минең аралашсы булыуымды иҫәпкә алаһы ғына ҡала.
       Ғәмәлгә килгәндә бөтәһе лә ябай: клиенттар тураһында мәғлүмәттәр базаһы миңә билдәле. Шуға күрә, әйткәндәй, реклама кәрәк түгел - клиенттар беҙҙе белә, беҙ уларҙы беләбеҙ.
       - Һеҙҙең фирма ниндәй хеҙмәттәр күрһәтә?
       - Күсемһеҙ милекêœ áœéëå төрлө килешеүҙәр буйынса юридик ярҙам šîðàï êèëå¼ñåëœð áàð. Беҙ риэлтор ғына түгел, әммә юридик хеҙмәттәр ҙә күрһәтәбеҙ. Ике яҡ та ҡәнәғәт булһын өсөн, ниндәй ҙә булһа өҫтәмә эш эшләргә тура килә. Мәҫәлән, әгәр һүҙ ҡуйышыу эре икән, беҙ регпалатала теркәүҙе ваҡытында тәьмин итергә, бәлки, түләүҙәрҙе кисектереп тороу мөмкинлеген ҡарарға, ºû¿ºàšû, ике яҡты ла ҡәнәғәтләндерергә тейеш. Йәғни үҙенә күрә комплекслы ҡараш.
       - Һеҙгә кемдәр мөрәжәғәт итә?
       - Төҙөүселәр. Уларға нимә кәрәк? Ҡыҫҡа срок эсендә экспертизаны йәки проектты килешергә, иҫкәрмәләрҙе төҙәтергә кәрәк. Беҙҙә бының өсөн махсус белгестәр бар, улар деталдәрҙә бөтә технологияны белә - ярашлы рәүештә, теләһә ҡайһы проблеманы тиҙ һәм сифатлы хәл итә.
       - Бындай бизнестан табыш күпме?
       - Беләһегеҙме, йыртыҡ салбарҙа һәм тапалған ботинкаларҙа бизнес яһап булмай. Телефонға, бензинға түләргә, туҡланырға, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләргә кәрәк. Риэлтор килешеүҙәре лә êүп тырышлыҡ, көс һәм ваҡыт талап итә. Шуға күрә "запас" кәрәк - минең осраҡта ул үҙемдең бинам, уларҙы бәләкәй магазиндарға ҡуртымға бирәм.
       Ғөмүмән риэлтор бизнесы менән шөғөлләнмәһәң дә мөмкин. Тынысланырға, барына шөкөр итеп йәшәргә була. Әммә унһыҙ күңелһеҙ, риэлтор бизнесы юҡ-юҡ та үҙ емешен бирә бит.
       - Көрсөктә нисек көн күрәһегеҙ?
       - Бөгөнгө көндә офис яртылай буш. Мин ҡай саҡта уны ябыу тураһында ла уйлап ҡуям. Әммә элекке клиенттар мөрәжәғәт итә - шуға күрә был турала уйларға тырышмайым.
       - Бизнесҡа яңы башлап тотоноусыларға ниндәй кәңәш бирәһегеҙ?
       - Әгәр башланғыс капитал булһа, бөтәһе лә кешенең үҙенән тора. Йәш áèçíåñìåíäàð "майҙандың тәжрибәле уйынсыһы" булып торған кешеләр менән кәңәшләшһен, Мәскәүгә йыш барһын. Эйе-эйе, был уйын түгел! Ваҡыт үҫеше нисек бара, шуны ҡараһындар. Шул уҡ фаст-фудты алығыҙ, улар íиндәй табыш килтерә. Беҙҙә Өфөлә ул юҡ - тик бөйөрөктәр генә. Артабан үҫеп була, миҫал өсөн, картуфтан блюдо һатыуҙы ойоштороп, сөнки был продуктты бөтәһе лә ярата - һәм бындай варианттар етерлек.
       Сәйәхәт итеү ҙә, әлбиттә, насар булмаҫ - Мәскәүгә бөтә яңы йүнәлештәр сит илдән инә бит. Мин үҙем даими сәйәхәт итәм.
       Ниһайәт, тағы бер кәңәш - ваҡытлы матбуғатты даими күҙәтеп барығыҙ. Миҫал өсөн, унда дәүләт ярҙамы йүнәлештәре ìåíœí òàíûøûï була. Шулай итеп, үткән аҙнала Башҡортостан Президенòы Мортаза Рәхимов, күн эшкәртеүгә ярҙам итергә кәрәк, тип белдерҙе. Әгәр белемең һәм әҙерлегең бар икән, нигә был бизнес менән шөғөлләнмәҫкә? Бөгөн көрсөк арҡаһында бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтелә. Эш менән таныш булырға кәрәк! ɼíñåë㜠þë šœð ñຠàñûº óë.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал