6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Сенатор - ғорур яңғырай, әммә ваҡыты менән ҡот осҡос күренешкә әйләнә
30.03.04


       Рәсәйлеләрҙең башҡа халыҡҡа оҡшамаған бер сифаты бар - ул да булһа һуңғы күлмәген һалып бирергә әҙер булыу. Кемгә тиһе геҙме Ә бына белмәнегеҙ. Заман парадоксы тап шунда ла шул,
       "яңы урыҫтар" күлмәген кемгә булһа ла сисеп бирергә әҙер, тик ул "кем" уның яҡташы ғына булмаһын.
       Үткән аҙнала рәсәйлеләрҙе Пенза өлкәһенән Федерация Совет ы ағзаһы, доллар эквивалентындағы мультимиллионер Андрей Вав илов ысын мәғәнәһендә тетрәтте тип әйтергә була. Мәғлүмәт аг ентлыҡтары хәбәр итеүенсә, Рәсәй сенаторы американ малтабары
       Джордж Форосҡа эйәреп, Грузия етәкселегенең америкаларса э ш хаҡына "рус" өҫтәмәһе индерергә әҙер булыуын белдерҙе.
       Аңлатып үтәйек, үткән аҙнала миллиардер Сорос ҡатнашлығын да үҫеш һәм реформа фонды Грузияның иң юғары етәкселегенә (п резидент менән бергә) ай һайын 1500 доллар, ә министрҙар һәм
       генераль прокурорға 1200 доллар күләмендә эш хаҡы булдырҙы . Артабан долларҙар һаны чиновниктың биләгән урынына ҡарап к әмей бара. Әйтәйек, юл полицияһы хеҙмәткәренә 100 - 150 долл ар өҫтәмә эш хаҡы һ. б.
       Соростың даны патриот - сенатор Андрей Вавиловты йоҡоһон ан яҙҙырған, күрәһең. Шуға күрә ул да американдарға ҡушылып,
       Грузия президенты Михаил Саакашвилиға айына 600 доллар, ә һ әр бер грузин министрына 300 - әр доллар түләргә әҙерлеген белдергән. Шулай итеп, Грузия етәкселегенең американ эш хаҡы на "рус" өҫтәмәһен индерергә, йәнәһе.
       Вавилов әйтеүенсә, ул "Рәсәйҙең иң яҡын күршеһе" Грузияны ң иҡтисади хәле тураһында Соросҡа ҡарағанда нығыраҡ борсола.
       Бер яҡтан ҡараһаң, уны маҡтарға ла була, сөнки сенатор был ҡыланышы менән Рәсәй мәнфәғәтен яҡлаған кеүек. Үҙенең был те ләген ул Соростың Грузия етәкселегенә "американ" өҫтәмәһе г рузин хөкүмәтен коррупцияға ҡыҙығыуҙан һаҡлап ҡалыуға йүнәлт елеүе тураһында ғаризаһынан һуң барлыҡҡа килде тип аңлата. " Мин һәр ваҡыт дәүләт системаһында коррупция күренештәренә ҡа ршы көрәштем, сөнки уны дәүләттең иҡтисади системаһына аяҡ с алыу тип иҫәпләйем".
       Моңһоу ноталар булмаһа, был һүҙҙәргә көлөп ҡарарға ла мө мкин булыр ине. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәйек, 43 йәшлек Вавил ов әфәнде Мәскәү идара итеү институтын тамамларға, кандидат,
       һуңынан доктор диссертацияларын яҡларға, Финанс тикшереүҙәр
       институтына етәкселек итергә, биш финанс министрының урынба ҫары вазифаһын башҡарырға, коммерция банкына етәкселек итерг ә, "Газпром" идаралығының баш финанс консультанты, ҙур булма ған нефть компанияһы хужаһы булырға һәм 90 - сы йылдарҙа Рә сәйҙә булған иң ҙур финанс янъялдарҙа ҡатнашып өлгөрә.
       Ҡыҙыҡ, ә нисек итеп ябай чиновник мультимиллионерға әйлән ә алды һуң Әйткәндәй, әле Вавилов әфәнде финанс министры ур ынбаҫары булған ваҡытта уҡ уның иҫ китмәле килемдәре тураһын да хәбәрҙәр йөрөй ине. Күптән түгел американдар юҡҡа ғына сенаторҙың шәхси самолетын ҡулға алып, үҙе аңлатыуынса, Укра ин премьеры Павел Лазаренко эше буйынса һорау алмағандарҙыр . Ә бит Америкала шәһиттәрҙе ҡулға алмайҙар. Бәлки һорау алы у бер нисә сәғәт түгел, ә бер нисә көн барғандыр. Ҡыҫҡаһы, В авиловтың тарихы яңы саҡ башланғанға оҡшай. Американың корру пцияға ҡаршы көрәшселәре Рәсәй чиновниктарының тағы ҡайһыһын а ҡул һуҙырға теләгәне тураһында күҙалларға ғына ҡала. Билдә ле, американдар дәүләт хеҙмәте ваҡытында миллиондарға эйә бу лыусыларҙың тормошон ( һәр хәлдә Көнбайыштағы тормошон) ҡатм арлаштырырға план ҡора. Ә бәлки Вавиловтың был ҡылығы америк андарға "мин дә һеҙҙең кеүек" тип әйтеү маҡсатында эшләнгәнд ер.
       Нисек кенә булмаһын, сенаторҙы бер ҙә биҙәмәгән был хәл яңы хөкүмәттең эш хаҡын тотҡарлауға ҡаршы көрәше фонында бул ды. Статистика буйынса дәүләт комитетының 1 февралгә мәғлүмә ттәре буйынса, Рәсәйҙә эш хаҡы буйынса тотҡарлыҡ 27 миллиард тан ашыу - йыл башынан ғына ул 11 процентҡа артҡан.иллион һу м

Сергей Жердяев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал