6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Михалев юниорҙарға күҙ һала
27.03.09


       Өфөлә 1993 йылғы үҫмерҙәр командалары араһында Рәсәй беренселегенең финал уйындары - "үҫмер" хоккей турниры тамамланды. Вячеслав Хаев һәм Раил Мөфтиев етәкселегендә "юлаевсылар" өсөнсө урын өсөн матчта "Витязь" командаһынан еңелде, 2:3.
       Беҙҙең команда хоккейсылары техник яҡтан нығынмаған, уларға êүп нәмәләр өҫтөндә эшләргә тура киләсәк.
       Һуңғы ваҡытта беҙҙең командалар финалға йыш эләкмәй. Үткән миҙгелдә ни бары бер команда булды, һәм ул, финалға эләгеп, миҙал яулай алманы. Бында мәктәп финалистары өсәү - 1992, 1993 һәм 1994 йылғылар. Ололар миҙалһыҙ ҡалды, 1994 йылғылар тиҙҙән уйнаясаҡ. Хоккей уйындары Өфөлә түгел, ә Салауат ҡалаһында үтә.
       Бер яҡлап - прогресс. Үткән миҙгелдә берәүҙән һуң өс финалист. Икенсе яҡлап - насар, юниор командалар аҙ миҙал яулай. Әммә өсөнсө яғы ла бар бит - иң мөһиме. Әгәр мәктәп бурыстарына реаль ҡараһаң, ғөмүмән мөһим түгел - был мәктәптә нисә бала чемпион. Балалар-үҫмерҙәр спорт хоккей мәктәбенең бурысы - оҫталар командаһына шәп хоккейсылар әҙерләү.
       Ун ныҡлы балалар коллективы ойошторорға мөмкин, улар ниндәй ҙә булһа уңышҡа ирешә. Әммә был коллективтарҙан берәү генә булһа ла шәп уйынсыһы сыҡмаһа - был тамам уңышһыҙлыҡ. Бында хатта яңы áóëìààí Евгений Малкин йәки Александр Овечкин күҙ уңында òîòîëà. Ҡайҙа инде - был уникум! Һәр сығарылыштан яңы бер Руслан Нуретдинов, Андрей Сидякин, Денис Хлыстов, Игорь Волков, Дмитрий Зюзин, Александр Логинов, Артем Гордеев сыҡһа - яҡшы булыр ине.
       1993 йылда тыуған уйынсыларға ҡараһаң, унда әлегә бер ниндәй етди нәмә күреп булмай. Мөһим уйында өсөнсө урын өсөн форвардтар араһынан бер "юлаевсы" оҡшаны - Булат Хамматов. Ул мәрәй йыйманы, әммә үҙенең партнерҙарына ҡарағанда етеҙ эш итте. Валерий Поляковты насар тип әйтеп булмай, ул "Витязь" ҡапҡаһына Александр Радулов кеүек шайба индерҙе.
       Шәп шыуған егеттәр бар, әммә улар кәүҙәгә ҙур түгел. Буйы бәләкәй булған уйынсыға етди профессионалға сығыу күпкә ауыр - хоккей көслөләр уйыны. Бында "Салауат Юлаев-93" өсөн, бәлки, буласаҡ Максим Сушинский йәки Алексей Симаков йүгергәндер, кем белә?
       Һаҡсылар араһында әлегә перспективалы егеттәр күренмәй. Һөжүм итеүҙә ышаныслы булыуҙы, зәңгәр һыҙаттан шәп ырғытыуҙы бер кем дә күрһәтмәне. Өҫтәүенә шуны әйтергә кәрәк, хоккейсылар шайба менән оҫта эш итә. Бәлки, Мөфтиев мәктәбе эшләйҙер?
       Бынан тыш, һөжүм итеүсе-93-тәрҙең күбеһенең техникаһы һәм конькиҙа шыуыуы шәптән булмаһа ла, улар матчтарҙа шайба аҫтына ташлана, егеттәр бөтә көсөнә тырыша. Матчтарҙа фиҙаҡәрлек бар икән - тимәк, уҡыуға эшкә һәләтлелек бар. Әгәр егеттәр ысынлап та етди хоккейсы булып үҫергә теләһә һәм техника өҫтөндә күп эшләһә - ул саҡта уларҙан КХЛ кимәлендә уйынсы үҫеүе ихтимал. Был һаҡсыларға ғына түгел, әммә форвардтарға һәм ҡапҡа һаҡсыларына ла ҡағыла. Мәктәп сығарылышына тиклем ваҡыт бар - уны файҙа менән ҡулланырға кәрәк.
       Ҡапҡа һаҡсыһы тураһында һөйләгәндә, Ильяс Ғәфиуллин теремек, буллиттарҙа шәп уйнай, тиҙәр. Әммә уға, әлбиттә, өйрәнергә лә, өйрәнергә әле.
       Матч күңелле үтте тип әйтеп булмай. Арбитрҙар хужалар яғында булды, ә бәхетле осраҡ "Витязь" командаһына барлыҡ икһеҙ-сикһеҙлек менән көрәшергә ярҙам итте.
       Кем еңде? Бәхетле осраҡ! "Витязь" әҙселектә уйнап һәм бишәүгә ҡаршы өсœү ҡалып йонсоно. Әммә Өфө уйынсылары күп осраҡты файҙаланманы. Штангалар һәм дәғүәсенең буш ҡапҡаһы алдында форвардòûң операция системаһы эленеп ҡалыуы, күп ырғытыуҙар булды - ә голдар аҙ.
       "Витязь" иҫәпте өсөнсө минутта асты. Өфө хоккейсылары икенсе осорҙа яҡшы уйнаны, ә өсөнсө осорҙа алға сыҡты. Әммә ҡунаҡтар матч аҙағына өс минут ҡалған арала иҫәпте тигеҙләне һәм бөтөнләй алға сыҡты.
       "Салауат Юлаев" хоккей командаһының элекке тренеры Сергей Михалев, ул матчты күҙәткән, юниорҙарҙың остазына мөрәжәғәт иткән:
       - Ҡапҡа һаҡсыһын алмаштыр!
       Тырышыуға ҡарамаҫтан, турнир хужалары уйынды офертаймға күсерә алманы. Улар дүртенсе урынды биләне. "Витязь" уйынсылары 3:2 иҫәбе менән еңде һәм өсөнсө урынға ҡыуанды. Егеттәр лайыҡлы уйнаны.
       "Аҡ барс" "Локомотив"ты еңеп, чемпион-93 булды. КХЛ-да ла шундай финал булыуы ихтимал.
       "Юлаевсылар", әлбиттә, көйҙө. Балалар еңеүе - ул мөһим түгел. Оҫталыҡҡа үҫеүҙе дауам итергә кәрәк. Был ауыр юл, әммә уның буйлап мотлаҡ үтергә кәрәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал